Республикала һанлы сигнал ҡабул иткән ауылдар бар, шулай ҙа был тораҡ пункттар телевизион сигнал ҡабул итмәгәндәр исемлегенә инә. Бындай ауылдарҙа йәшәгән кеше, әгәр ҙә ул льготалы граждандар категорияһына ҡараһа, алынған һанлы приставка өсөн компенсация йәиһә спутник ҡорамал комплекты алыу мөмкинлегенә эйә. Дәүләт ярҙамы алыу хоҡуғы бер хужалыҡҡа ғына бирелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, аҙ тәьмин ителгәндәр исемлегенә минималь пенсия алған хаҡлы ялдағы граждандар һәм балаһына ай һайын балалар пособиеһы алған ғаиләләр индерелә. Был категория граждандарға антенна бушлай ҡуйыла.
Алда әйтеп киткәнебеҙсә, ТВ комплекттарын ҡуйыу эштәре дауам итә. Ташлама ҡаралғандарға, әгәр ҙә быға тиклем ғариза яҙмаған булһалар, тиҙ арала быны эшләргә кәңәш ителә. Бының өсөн үҙе йәшәгән ауыл биләмәһе хакимиәте аша БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына мөрәжәғәт итеү ҙә етә. Минималь пенсия алған хаҡлы ялдағы граждандар Пенсия Фонды идаралығынан пенсияһына өҫтәмә федераль социаль түләүҙәр алыуы тураһында справка, ғариза биреүсенең һәм ғаилә ағзаларының йәшәү урыны буйынса теркәлеүен, шәхесен асыҡлаған документтар, ә балаһына ай һайын балалар пособиеһы алған ғаиләләр БР Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең Белорет филиалынан балаға айлыҡ түләүҙәр алыу тураһындағы справка, паспорт һәм шулай уҡ йәшәү урыны буйынса теркәлеүен асыҡлаған документ килтерергә бурыслы. Документтар менән 3 июнгә тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Спутник ҡоролма менән тәьмин итеү һәм ҡуйыу буйынса “СпутникТелеком” йәмғиәте шөғөлләнәсәк. Ә һанлы телевизион сигнал ҡабул иткән территорияла йәшәгән льготалы граждандарға, үҙаллы приставка алған осраҡта, ғаиләгә бер мең һум аҡсалата компенсация ҡаралған. Уны юллар өсөн Күп функциялы үҙәккә, приставка алғанын дәлилләгән документтар менән, 25 декабргә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һорауҙар килеп тыуған осраҡта йәшәү урыны буйынса Халыҡты социаль яҡлау һәм Күп функциялы үҙәктәргә барығыҙ. Мәғлүмәт буйынса телефондар: 8 (347) 3-06-23, 3-43-78.
Республика халҡының һанлы телевидениеға күсеүе, иҫке, аналоглыһын тулыһынса бөтөрә һәм ул 3 июндә тамамланырға тейеш. Спутник, кабель, IPTV буйынса сигнал алыусы белореттарға борсолорға урын юҡ. Бүлмәгә йәки тышҡа ҡуйылған антеннаға сигнал ҡабул итеүселәрҙең телевизорҙарының өҫкө уң яҡ мөйөшөндә “А” хәрефе тора икән, йә һанлы сигнал тотоу режимына көйләнмәгән яңы телевизор менән файҙаланаһығыҙ, йә 2014 йылға тиклем сығарылған телевизорға антенна һәм һанлы приставка алаһығыҙ. Әммә бында ниндәйҙер кимәлдә өйҙәге техниканың торошо роль уйнай. 2014 йылдан һуң етештерелгән заманса телевизоры булған кешеләргә дециметр диапазонлы антеннаға эйә булыу етә. Уның шәхси, коллектив, тышҡа йәки бүлмәгә ҡуйыла торған төрҙәренең барыһы ла ярай. Приставка электроника магазиндарында һәм «Рәсәй почтаһы»нда һатыла. «Рәсәй почтаһы» кибетендә һатылғанының хаҡы 990 һум. Белорет почтамтында һанлы приставкалар һатыуҙа бар, әлеге көндә тиҫтәләгән кеше нәҡ ошо учреждениенан ҡорамал һатып алған да инде.
Бөтә шарттарҙы үтәп, телевизорығыҙҙы көйләһәгеҙ, 20 телеканал һәм, шуларға өҫтәп, беҙҙең Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарау мөмкинлегенә эйә буласаҡһығыҙ.
Ә башҡорт телевидениеһы программаларын ҡарарға яратыусыларға шуны әйтергә кәрәк. Һанлы приставканы тоташтырғанда улар БСТ-һыҙ тороп ҡалмаясаҡ. Бының өсөн антеннаны тармаҡландырыуҙы хәстәрләргә кәрәк. Ул ваҡытта федераль каналдарҙы - приставка, ә БСТ-ны телеантенна аша ҡарай алаһығыҙ. Үрге Әүжән, Туҡан, Инйәр, Үҙән һәм уларға яҡын урынлашҡан тораҡ пункттарға антенналарына иғтибар итеү мотлаҡ. Әгәр ҙә телевизор метрлыҡ антеннанан эшләй икән, янына дециметрлыһын ҡуйырға кәрәк. Уларҙы барлыҡ тулҡындарҙы ла ҡабул итә алырлығына алыштырырға мөмкин.
Ғөмүмән, һанлы телевидениеға күсеү халыҡҡа артыҡ ҡатмарлы, мәшәҡәтле эш булмаҫ, һәр кем һорауҙарына ваҡытында тейешле яуап алыр, уларҙы бергәләп хәл итербеҙ тигән ышаныс бар.