“Быйыл план буйынса 550 гектар майҙанда бөртөклө культуралар сәсеү ҡаралған, шуның 450 гектарында эштәр тамамланған да инде. “Урал” ПКС-ы планлаштырылған 154 гектар майҙандың 80 гектарына һоло сәскән. Биктимер Ғәлин етәкселегендәге крәҫтиән-фермер хужалығында ла эштәр тамамланыуға табан бара. Хужалыҡ 40 гектар майҙанда ашлыҡ сәскән. Рысыҡайҙан Ильяс Хафизовтың “Игенсе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә 50 гектар майҙанда һоло һәм арпа сәселгән. Район-ҡалала шәхси һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары 1 327 гектар майҙанда картуф һәм йәшелсә ултырта. Яҙғы эштәр ҡайһы бер төбәктәрҙә, мәҫәлән, Инйәр яҡтарында тамамланһа, икенселәрендә башланып ҡына тора әле”, - тине агросәнәғәт секторын үҫтереү, ҡулланыусылар баҙарын һәм хеҙмәтен анализлау һәм прогнозлау бүлеге агрономы Вәкил Яҡупов.
Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан Илгиз Һаруновтың крәҫтиән-фермер хужалығында ла яҙғы баҫыу эштәре планға ярашлы бара. 120 гектар майҙанда хужалыҡ малына йыллыҡ аҙыҡ әҙерләнә. Әле йәмғиәттә 40 баш һауын һыйыры, 25 баш йәш мал иҫәпләнә. Шулай булғас, ҡышҡа етерлек мал аҙығы әҙерләп ҡалыу өсөн хужалыҡҡа тырышырға тура киләсәк әле. Бынан тыш, хужалыҡ башлығы 15 гектар ерҙе ҡуртымға алып, унда бойҙай, күп йыллыҡ үлән сәсергә иҫәп тота. Әлеге көндә ерҙе һөрөү, тырматыу эштәре тамамланған. Майҙан эшкәртелеп, тулыһынса сәсеүгә әҙер. Бер нисә көндән ашлыҡ сәсеүгә тотонасаҡтар. Фермерға туғандары һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Әле лә уға туғаны, яңы ғына армия сафтарынан ҡайтҡан Белорет металлургия колледжы студенты Салауат Яҡупов (һүрәттә) ярҙам итә. Егет ҡуртымға алынған майҙанда тырматыу эштәре алып барҙы.