Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
23 Май 2019, 17:38

Хәйерсегә ел ҡаршы йәки Тормошҡа ашмаған хыял

Бына бер нисә йыл инде тормош иптәшемдән капиталь нигеҙгә ултыртылған ҙур теплица алыуын үтенәм. Иртә яҙҙан ҡыяр-помидорҙарын, башҡа йәшелсәләрен теплицаларына сәскән, көндәр йылынып, баҡсаға сығарғансы үҫентеләрен шунда ултыртҡан хужаларға ҡарап көнләшә инем. Юҡ, бының бер нәмәһе лә үҫмәй, теплицаға ғына өмөт итә икән, тип уйламағыҙ. Ғаиләбеҙ, ул булмаһа ла, емеш-еләгенән, йәшелсәһенән мул уңыш ала. Теплицалыларға “көнләшмәй” торайым әле, быйыл, башҡортса әйтмешләй, йылытманы һатып алып, капиталь нигеҙгә ултыртырға булғайныҡ... Әлегә кире уйланыҡ. Ниңә тиһегеҙме? Аңлатам. Быйылдан теплицалар өсөн дә һалым индерелде. Шуға теплицаның бәләкәйен, һалым түләмәҫлеген генә һатып алырбыҙ инде. Икенсе яңылыҡ та ауыл хужалығына ҡағыла. Ул да булһа, былай ҙа күҙ йәшен сығарған йәшелсәбеҙ - һуған орлоғоноң беҙҙе, ҡулланыусыларын, “зар” илатып ҡапыл сауҙа кәштәләренән юғалыуы. Әйҙәгеҙ, был яңылыҡтар тураһында ентекләберәк.

ИКЕЛӘТӘ ИЛАТЫП КӘШТӘЛӘРҘӘН ЮҒАЛДЫ
Үткән аҙнала ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артты. Был бигерәк тә йәшелсәләрҙә һиҙелде. Иң ҡиммәтлеләре араһында аш-һыу әҙерләүҙә бик тә кәрәкле йәшелсә - һуған булды. Һуғандың килограмы, алдан килтерелгәндәре, 45 һумға, ә яңы уңышы 50-55 һумға барып етте. Исемлекте кишер дауам итә. Был хаҡмы ни ул тиеүселәр ҙә булыр, әлбиттә. Үҙебеҙ ултыртһаҡ, бер нисә айҙан яңы уңыш алырбыҙ әле, тип әйтеүселәр ҙә табылыр. Үҫтермәй торайыҡ әле...
Килде бит замана, аграр республикала йәшәп тә, сауҙа нөктәләренән, магазиндарҙан сәсергә һуған орлоғо табып булмай. Һатыусылар март-апрель айҙарында булған һуған орлоғон 350 һумға һатып бөткәндәр ҙә инде. Ә ҡайһы берҙәре алып килгән эрерәк һуғанын, алыусылар булмауҙан ҡурҡып, һатып алғандан да осһоҙораҡ хаҡҡа күмәртәләп тапшырған. Килем урынына зыян ғына килтерелгән булып сыға түгелме? Әле эре һуған орлоғон бер нисә ерҙә 200 һумға һаталар ҙа ул, тик уны ҙур ғаиләгә ҡыш буйына етерҙәй сәсер өсөн бер нисә килограмм алырға тура киләсәк. Тағы ла шул буй етмәҫлек сумма килеп сыға. “Магнит” кеүек магазин селтәрҙәре хаҡты 600 һумдан алып 1000 һумға тиклем мендергән. Һатыу нөктәләре тотоусылар ҙа хәлде төрлөсә аңлата. Имеш-мимештәрҙе тыңлаһаҡ, Украина беҙҙең илгә һуған орлоғон сығарыуҙан баш тартҡан Голландияға ла санкция иғлан иткәнбеҙ икән, ә Ростов өлкәһен һыу баҫыу сәбәпле, һуғанһыҙ тороп ҡалған булып сыҡтыҡ. Баҡтиһәң, орлоҡтоң шул тиклем дефицит тауарға әүерелеүенә, Голландиялағы былтырғы ҡоролоҡ та сәбәпсе, шунлыҡтан һуған да уңмаған икән. Беҙ яратҡан “Штуттгартер Ризен” кеүек иң популяр сорттарҙы Рәсәй был илдән һатып ала. Ә үҙебеҙҙең билдәле Иглин һуған орлоғо ҡайҙа булған һуң? Ауыл хужалығы үҫешкән төбәктә йәшәп, ошо йәшелсәне үҫтереп, республиканы етерлек сәсеү материалы менән тәьмин итә алмайбыҙмы ни? Бәлки, ыҙалап сәсеп тә тормаҫҡалыр?! Көҙгөһөн был хаҡҡа бер килограмм һуған орлоғо урынына 18 килограмм һуған алырбыҙ әле. Тик бына, көн һайын аш-һыуҙа ҡулланған йәшелсә урынына, түтәлдә икенсеһенең үҫеп ултырыуына өйрәнелмәгән бит әле. Көҙөн ултыртып ҡалдырғандар отто, әлбиттә. Улар әле үк йәшел һуған ашап кинәнә.
ТЕПЛИЦА УЛТЫРТ ТА ҺАЛЫМ ТҮЛӘ
Уңышын ҡайғыртҡан ысын баҡсасының йылытмаһы булырға тейеш, бигерәк тә ҡырыҫ тәбиғәте менән танылған беҙҙең районда унһыҙ йәшелсә-емеш үҫтереп алырмын тимә. Теплица ярҙамында ҡышҡылыҡҡа етерлек аҙыҡ запасы әҙерләй, ғаиләһенән арта икән - аҡса эшләп ҡалыу яйы ла сыға. Ә ҡайһы берҙә был ҡоролма файҙа урынына, хужаһына көтөлмәгән ҡыйынлыҡтар ҙа тыуҙыра. Һуңғы ваҡытта ауыл хужалығы һәм ерҙе файҙаланыу өлкәһе ил тарафынан ҡәтғи күҙәтеүгә алынды. Шулай булғас, теплицаларға ла күҙәтеү органдарының иғтибары артасаҡ ҡына. Хәҙер теплица төҙөйһөң икән, һалым түләргә, йәшелсә-емеш үҫтереп һатһаң, шәхси эшҡыуарлыҡ теркәргә тура киләсәк. Юғиһә, штраф түләйәсәкһең. Бындай объекттарҙы асыҡлау һәм теркәү өсөн илдең ҡайһы бер төбәктәрендә ҡәтғи саралар күрелә башлаған. Баҡсасылар, ҙур күләмдәге штрафтарҙан ҡурҡып теплицаларын, мунса-һарайҙарын күсемһеҙ милек итеп теркәргә мәжбүр. Теркәлмәгәндәре өсөн 8 мең һум күләмендә штраф һалыу осраҡтары ла бар. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта Рәсәйҙә баҡсаларын һатырға теләүселәрҙең кинәт артыуы, ә һатып алыусыларҙың кәмеүе күҙәтелә. Белгестәр бының сәбәбен баҡсалағы күсемһеҙ милеккә индерелгән һалым менән аңлата. Теплицалар менән сауҙа итеүселәр ҙә артып киткәйне. Кеҫә ҡалынлығына ҡарап, йылытмаларҙың да төрлөһөн алырға була. Әммә эшҡыуарҙар ҙа быйылғы миҙгелдә ҙур майҙанлы ҡоролмаларға ихтыяж кәмеүен билдәләй. Хәҙер кеше 3х4 метрлыҡ теплицаларға өҫтөнлөк бирә.
Теплица - хужалыҡ ҡаралтыларының бер төрө, шулай булғас улар ҙа күсемһеҙ милек объекттары иҫәбенә индерелеүе мөмкин. Һалым хеҙмәте аңлатыуынса, теплицаларҙың күсемһеҙ милеккә индерелеүенең бер нисә билдәһе лә бар. Ныҡлы капиталь нигеҙҙә ултырған, тиҙ йыйылып, төрлө ергә күсереп ултыртыу мөмкинлеге булмаған теплицалар күсемһеҙ милеккә ҡарай. Шулай булғас, хужаһы йорт, гараж менән берлектә уға ла һалым түләргә бурыслы. Үрҙә әйтелгәндәрҙе һанға һуҡмайһың икән, штраф түләргә тура киләсәк. Һалым органдары кадастр иҫәпкә ҡуйылмаған, дәүләт теркәүе үтмәгән объектҡа һалым һала алмай. Документ буйынса, ауыл хужалығы культуралары үҫтереү өсөн тәғәйенләнмәгән ер участкаһында теплица урынлаштырыу ҙа тыйыла. Әгәр ҙә участка хужаһы сәнәғәт күләмендә ауыл хужалығы продукцияһы етештереү менән шөғөлләнеү өсөн ҡоролма урынлаштыра икән, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген теркәргә бурыслы.
Ҡыҫҡаһы, яңы закон буйынса хужалар 50 квадрат метрҙан ҙурыраҡ, капиталь нигеҙгә урынлашҡан ҡоролмаларға ғына һалым түләргә бурыслы. Ә инде ер участкаһындағы ҡаралты ошо талаптарға яуап бирмәй икән, тимәк, уны кадастр иҫәбенә ҡуйырға ла, хоҡуҡ теркәргә лә кәрәкмәй. Ташлама ла тик бер ҡоролмаға ғына ҡаралған. Әгәр ҙә хужаның хоҡуғында майҙандары кәм булған бер нисә ҡоролма бар икән, уның берәүһенә генә һалым ҡаралған. Бер шарт - теплица хужаһы эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә тейеш.
Нимә эшләнһә лә - тик яҡшыға ғына тигәндәре, күп ваҡытта тура килмәй ҙә ҡуя. Яҡшыға булырмы-юҡмы, әммә шулай ҙа быйыл күптәр үҙ көстәре менән һуғанын да үҫтерә алмай, теплица алыу ҙа тотҡарланасаҡ. Беҙ ҙә уйланыҡ, уйланыҡ та быйыл һуғанын да алмаҫҡа, йылытмаһын да ултыртмаҫҡа булдыҡ әле.
Читайте нас: