Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
23 Май 2019, 17:44

Комплекслы программа - халыҡҡа эшләй

2019 йылдың ғинуарында старт алған Башҡортостан Республикаһында подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһын бойомға ашырыу буйынса район-ҡалаларҙағы күп фатирлы йорттарҙа төҙөкләндереү эштәре башланыуға бер ай үтеп, тәүге этап тамамланыуға ла күп ваҡыт ҡалманы.

Подъездарҙы ремонтлау буйынса комплекслы программаны бойомға ашырыу республикала заманса ҡала мөхитен булдырыу йүнәлешендә башҡарылған маҡсатлы эштәрҙең мөһим бер өлөшө. БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев билдәләүенсә, республикала 17 меңдән ашыу йортта 48,8 мең подъезд иҫәпләнә. Шуларҙың яртыһына, 26 меңенә ремонт талап ителә. Комплекслы программа алты йылға иҫәпләнгән һәм подъездарҙы тәртипкә килтереүгә 6 млрд. һум самаһы аҡса йүнәлтеләсәк. 2019 йылда подъездарҙы төҙөкләндереүгә 1 млрд. һум аҡса бүленә. Шуның 880 миллионы - республика ҡаҙнаһынан, 100 миллион һумы муниципаль берәмектәрҙән һәм ҡалған 20 миллионы идарасы ойошмаларҙан һәм йорт милекселәренән бүленергә тейеш. Бүленгән суммаға 4 мең подъезды ремонтлау ҡаралған.
Ремонт эштәре бер нисә этаптан тора. Тәүге этап 1 июнгә тиклем, планлаштырылған ремонттың 25 проценты башҡарылырға тейеш. Икенсеһе - 1 августҡа, өсөнсөһө 1 октябргә иҫәпләнгән. Һуңғы этап 1 ноябрҙә тамамланасаҡ һәм эштәр 100 процентҡа башҡарылған булырға тейеш. Күп фатирлы йорттары булған тораҡ пункттарының да подъездары тәртипкә килтереләсәк.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың башланғысы белореттар араһында ла хуплау тапты. Башланғыс этапта район хакимиәтенең төҙөлөш һәм коммуналь хеҙмәттәре бүлеге белгестәре, идарасы компания вәкилдәренән торған махсус комиссия төҙөлдө. Комиссия иһә күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ҡарап сыҡты һәм торошон баһаланы. Һөҙөмтәлә, тәү сиратта ремонтҡа мохтаж йорт подъездары билдәләнде. Быйыл Яңы Абҙаҡ, Тимер юл ауылдарында һәм ҡалала 41 йорттоң 98 подъезында ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Яңы Абҙаҡтың Вокзал, Тимер юл ауылының Смежная һәм Вокзал, ә ҡаланың Октябрҙең 50 йыллығы, Киров, Ленин, Силәбе, Точисский, К. Маркс, Пушкин, В. Косоротов, Куйбышев, Ф. Алексеев, Белинский, Разин, Блюхер урамдарындағы йорттар подъездары тәртипкә килтереләсәк. Комплекслы сара подъезд ишектәрен, иҙәнен алмаштырыу, стеналарҙы һәм түшәмдәрҙе һылап, буяу, почта йәшниктәрен, тәҙрәләрен, яҡтыртыу приборҙарын яңыртыу, кабель телевидениеһы һәм башҡа системалар өсөн һуҙылған сым ҡумталарын алмаштырыуҙы үҙ эсенә ала.
Әлеге көндә беренсе этапҡа ингән 25 подъезд тәртипкә килтерелә. Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы 9 ҡатлы 52-се йорттоң подъездарында ла ремонт тамамланыуға табан бара. Эштәрҙе “Промтехстрой” йәмғиәте атҡара. Подъездарҙың иҫке тәҙрәләре, ишектәре яңыларына алыштырылған. 5 эшсенән торған бригада түбә таҡталарын, стеналарҙы һылап, буяу эштәренә тотонған. Етәкселек белдереүенсә, капиталь ремонт эшенә рөхсәтһеҙ эшләнелгән ҡаралтылар ҡамасаулай, хужаларына иҫкәртеү ҡағыҙҙары ебәрелгән. Ҡаралтыларын хужалары алып ташларға йәки үҙҙәре тәртиптә тоторға бурыслы. Домофон системалары, кабель телевидениеһы, телефон үткән сымдар ҙа ремонт йәмен ебәрә. Был сымдар яуаплы ойошмалар тарафынан махсус ҡумталарға ҡуйылырға тейеш. Ремонт эше менән әллә ни риза булмаусылар ҙа бар, әлбиттә. Үҙе ремонт менән шөғөлләнгән ир байтаҡ ҡына етешһеҙлектәрҙе һанап үтте. Әйткәндәй, был йорттоң ихата алды ла "Башҡорт ихатаһы" программаһына ярашлы төҙөкләндерелә.
Ноябргә тиклем 98 подъезда ла капиталь ремонтты тамамлау ҡаралған. Ошо көндәрҙә 2020 йылғы программаға эләгеү өсөн күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр менән сходтар үткәрелә. Йыйылыштар 1 июнгә тиклем үтергә тейеш. Программаға 5 йыл дауамында ремонт эшләнелмәгән һәм техник торошо буйынса подъездар индерелә.
Читайте нас: