Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
28 Май 2019, 16:11

"Терра-Башҡортостан" турнирында - икенсе

Белорет районы “ТерраБашҡортостан” Беренсе ат-спорт турнирында уңышлы сығыш яһаны.

Үткән шәмбе “Аҡбуҙат” Өфө ипподромында үткән IV этапта белореттар Архангел, Асҡын һәм Мишкә районы һәүәҫкәр-жокейҙары менән ярышты. Район намыҫын Рысыҡайҙан Альфред Мөхәмәтйәров “Карат”ында (ат хужаһы Сосновканан Зиннур Ҡәҙерғолов), Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Айгиз Вәлиев “Азур”ҙа, Эдуард Зәбиров "Терра-Башҡортостан" турнирында - икенсе “Армат”та (ат хужаһы Әмир Йосопов), Әҡсән Юлышев “Толпар”ында, Аҙналынан Рузель Абдрахимов “Аҡъял”да (ат хужаһы Рамазан Абдуллин), Шайморат Ғәйфуллин “Черный”ҙа (ат хужаһы Олойылғанан Юлиана Ғәйфуллина), Рысыҡайҙан Рәсих Латипов “Намаҙ”ҙа һәм Әзекәйҙән Юнир Йомағужин “Буян”да яҡланы.
Турнирҙың беренсе сабышында район чемпионы билдәләнде. Һигеҙ һыбайлы араһынан, күп йылдар район һабантуйҙарында береһенә лә беренселекте бирмәгән Альфред Мөхәмәтйәров “Карат”та яуланы. Ул башҡа райондаштарын күпкә артта ҡалдырып, финиш һыҙығын тәүгеләрҙән булып үтте. Ә бына ҡалған призлы урындар өсөн егеттәргә көрәшергә тура килде. Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Айгиз Вәлиев “Азур”ы менән бер кемгә лә өҫтөнлөк бирмәй, һуңғы метрҙарға тиклем икенсе урында килде, шулай ҙа ауылдашы Эдуард Зәбиров сосораҡ булып сыҡты һәм финиш һыҙығын икенсе булып үтеп, турнирҙың ярымфиналында ҡатнашыу хоҡуғы алды. Ә райондың иң йәш сабышсыһы Шайморат Ғәйфуллин өсөнсө булды.
1400 метрға ярышыуҙа һәр кем үҙ атында сабышһа, икенсе этапта иһә һәр райондан беренсе һәм икенсе урындар яулаусы жокейҙар “Аҡбуҙат” ипподромы юртаҡтары (йәрәбә буйынса сыҡҡан) менән сабышты. Бында сабышсылар атта йөрөү оҫталығын ғына күрһәтеп ҡалманы, таныш булмаған юртаҡты “теҙгенләй” белеүҙәрен дә күрһәтте. Сағыу, көсөргәнешле ат бәйгеһендә ике заезд һөҙөмтәләре буйынса Альфред Мөхәмәтйәров икенсе урынды яуланы, ә Эдуард Зәбиров дүртенсе булды. Беренсе урында мишкәләр, өсөнсөлә - архангелдәр.
Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙы алып барыусылар ҙа Белорет районын айырым билдәләп үтте. “Республиканың һәр районы ла аттарын сабышҡа Белорет районы кеүек әҙерләһен ине. Улар башҡа райондарҙың профессионал-жокейҙарына һәм сабыш аттарына өҫтөнлөк бирмәгән, ә үҙҙәренең иң яҡшы сабышсыларын һәм юртаҡтарын алып килгән. Районда йылҡысылыҡтың алға китеүе күренеп тора”, - тинеләр районыбыҙ сабышсылары тураһында.
Муниципаль район хакимиәте лә район намыҫын яҡлаусыларына бүләктәр әҙерләгән. Еңеүселәргә Кубок, Маҡтау ҡағыҙҙары, аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Ҡатнашыусылар ҙа билдәләнеп кителде.
Был көндө “Аҡбуҙат” ипподромында төрлө күргәҙмәләр ҙә эшләне. Белорет районы ла үҙ продукцияһын тәҡдим итте һәм иң сағыуы, иң “тәмле”һе булды.
Ә финал ярыштары 11 октябрҙә - Республика көнөндә үтәсәк.
Читайте нас: