Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
6 Июнь 2019, 19:20

Суд приставтары - балаларға

Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Белорет район бүлеге Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан «Суд приставтары - балаларға» Бөтә Рәсәй мәғлүмәт акцияһында ҡатнашты.

29 майҙан 1 июнгә тиклем үткән сара алимент түләүҙәрен түләтеү һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, балалар хоҡуҡтарының боҙолоуына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеүгә, әсәлек һәм балалыҡ мәнфәғәттәрен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән, шулай уҡ етем балаларға һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларға ярҙам итеү маҡсатынан ойошторолған.
Акцияға ярашлы, ойошмалар бухгалтериялары, бурыслыларҙың эш хаҡтарынан айлыҡ түләүҙәрҙе тотоп ҡалыу тулылығы һәм аҡса средстволарының түләтеүселәргә ваҡытында күсерелеүе тикшерелде. Бынан тыш, алименттар буйынса бурыслыларға ҡарата мәжбүри түләтеү сараларын ҡулланыуҙы көсәйтеү өсөн бурыслыларҙың мөлкәттәренән файҙаланыуға тыйыуҙар, бурыслының Рәсәй Федерацияһынан сығыуына, автотранспорт сараһы менән идара итеүгә сикләүҙәр, эшләмәгәндәрҙе иҫәпкә ҡуйыу һәм артабан эшкә урынлаштырыу өсөн Мәшғүллек үҙәгенә ебәреү, алимент түләүҙән баш тартыусыларҙы административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыу инә. Суд приставтары хеҙмәтендә бәлиғ булмаған балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлап, алимент бурыстарын түләттереү буйынса башҡарыуҙарға айырыуса иғтибар бирелә.
Быйыл ғинуарҙан майғаса 29 административ протокол төҙөлгән. РФ Енәйәт Кодексының 157-се статьяһы буйынса, алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән 19 кешегә енәйәт эше ҡуҙғатылған, шуның 16-һы прокуратураға ебәрелгән.
Акция сиктәрендә суд приставтарының Белорет район бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә алимент буйынса бурыслыларға рейд үткәрҙе. Рейд һөҙөмтәһендә 500 мең һумдан ашыу бурысы булған атайҙың автомобиленә арест һалынды. Йылдар дауамында йыйылған атайҙың бурысы ошо ысул менән ҡайтарыласаҡ. Ә алимент буйынса иң ҙур бурыс - 1 млн. 700 мең һум тәшкил итә. Был атайҙың балаларына бурысы 5-6 йыл дауамында йыйылған.
Читайте нас: