Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
18 Июнь 2019, 15:06

Һабантуйҙа уйнап туй!

Һабантуйҙың иң сәмле, ҡыҙыу вә мауыҡтырғыс урыны - спорт уйындары йәйелдерелгән хәтфә болон да йылдағыса гөж килде: берәүҙәр, ярышып, үҙ көсөн һынаһа, икенселәр, ай-һайлап, ситтән тамаша ҡылды.

Һабантуй батыры - Булат Абдрахманов.
Һабантуй батыры - Булат Абдрахманов.
Баштарҙы юғары сөйҙөрөп, оҙон һырғауылға үрмәләгән ир-егеттәрҙең йылғырлығы, тәүәккәллеге быйыл да шаҡ ҡатырҙы.
Тайғаҡ бағана буйлап баш әйләнерлек бейеклеккә эленгән бүләктәрҙе эләктерер өсөн таһыл, көслө, йөрәкле генә түгел, хатта дыуамалыраҡ та булыр кәрәктер! Бер уйлаһаң, көнкүрештә ярап ҡалырлыҡ бына тигән шәп бүләктәр уйнатылғанда, көс-дәрттәре ташып торған егеттәргә ниңә үҙ мөмкинлектәрен һынамаҫҡа, ти?! Ана бит, аяҡ-ҡулдары сыйылып, ҡанһырап тороуға ҡарамаҫтан, тәүгеләрҙән булып үр яулаған Белорет йылғыры Азат Йомағужин - үтек, Сермән етеҙҙәре Вадим Байдәүләтов - электр сәйнүге, Роберт Ишморатов - ҡоймаҡ табаһы, Флорис Низаметдинов - электр сәйнүге, Руслан Игишев - мультиварка, Белореттан Вадим Шаһивәлиев - блендер, Флорид Исламов ҡәһүә ҡайнатҡыс, Аҙнағолдан Венер Айытбаев саңһурҙырғыс алып, ҡайһылай ҙа ҡәнәғәт йылмаялар!
Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Виктор Гладких уҙғарған “Иң көслө батыр” ярышы үҙ майҙанында иң көслө, сыҙамлы, ихтыярлы егет-ҡыҙҙарҙы йыйҙы. 3 минут эсендә гер күтәреүҙе күҙ уңында тотҡан спорт уйынында йәмғеһе 26 кеше ҡатнашты.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, 50 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында - 17-се мәктәп уҡыусыһы Илья Кожин, 70 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында - Белорет металлургия комбинаты хеҙмәткәре Максим Скоробогатов, 70 килограмдан юғары ауырлыҡ категорияһында Белорет металлургия колледжы студенты Олег Кузнецов еңеү яуланы. Гер менән жонглерлыҡ итеүҙә иһә Илья Кожинға етеүсе булманы. Ир-аттар менән бергә үҙ көсөн һынарға йөрьәт иткән һылыуҙар араһынан еңеүсе тип, Белорет металлургия колледжы студенты Аделина Сәйетғәлина билдәләнде. Һәм, әлбиттә, һәр батыр лайыҡлы бүләген алып һөйөндө.
Һабантуйҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алған бала-саға өсөн дә апай-ағайҙары мауыҡтырғыс уйындар әҙерләп ҡуйған.
Үҙҙәрен дәртләндереп торған әсәй-атайҙары, өләсәй-олатайҙары алдында һынатмаҫҡа теләп, һәр ярышта сәмләнеп ҡатнашты ҡыҙ-малайҙар: кемуҙарҙан тоҡтар кейеп йүгерештеләр, командаларға бүленеп, арҡанын да тартыштылар, ергә ҡаҙалған таяҡтарға дүңгәләктәр ташланылар, ныҡлыҡтарын, сослоҡтарын һынап, бүрәнә өҫтөндә тоҡ менән дә һуғыштылар... Их, еңеүселәргә әҙерләнгән тәмле-татлы приздары ла бигерәк ымһындырғыс ине шул!
Көсөргәнешле, мауыҡтырғыс спорт төрҙәренең береһе - милли көрәш майҙансығы халыҡты айырыуса тартып торҙо.
Бер-береһенә ажарланып ташланырға әҙерләнгән ике арыҫландай ғәжәп ғәйрәтле, көслө, йылғыр батырҙарҙың бил һынауы кемде битараф ҡалдырһын, әйтәгүр?!
Ғәҙәттәгесә, иң элек майҙан уртаһына йәш көрәшселәр сыҡты. Шуныһы мөһим: 10-11 йәшлек малайҙарҙың көрәш ҡағиҙәләрен теүәл үтәүе, судьяның иҫкәртмәләренә ҡолаҡ һалыуы - бына тигән көрәшселәр быуыны үҫеп килеүгә ишара. Ҡеүәтле алыштарҙан һуң, 50 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында I урынды - ҡаланан Тимур Мирзаев, II урынды - Тимофей Огнев, III урынды Марк Быков яулаһа, 60 килограмға тиклемгеләр араһында беренселекте Денис Бәҙретдинов (Мулдаҡай), II урынды - Фидан Сәхийәров (Белорет), III урынды Руслан Шаһиев (Белорет) алды. Кәүҙә ауырлыҡтары 60 килограмдан ашыу булған үҫмерҙәр араһында I урын - Аҙнағол ауылынан Айназ Дилмөхәмәтовҡа, II урын - Белореттан Артур Ғәйнуллинға, III урын Исмаҡай ауылынан Арыҫлан Өмөтҡоловҡа бирелде.
65 килограмға тиклемге ирегеттәрҙән ҡаланан Максим Сорокин менән Әзекәй ауылынан Марсель Әхмәтшин II, III урындарҙы яулаһа, иңенә тәкә һалған майҙан батыры исеменә Шығайҙан Ғәлим Баһауетдинов лайыҡ булды. Кәүҙә ауырлыҡтары 75 килограмға тиклемгеләрҙән I урын - Бөрйән районы Байназар ауылы көрәшсеһе Айҙар Ғазинға, II урын - Белореттан Альберт Низамовҡа, III урын Шығайҙан Азат Идрисовҡа тапшырылды. 75 килограмдан юғары ауырлыҡ категорияһында II һәм III урындарҙы ҡаланан Дмитрий Рудаков менән Сермәндән Ринат Ғибәҙуллин бүлешһә, кѳрәш буйынса 5 тапҡыр Рәсәй призеры, Әбйәлил районы Мораҡай ауылы батыры Булат Абдрахманов беренселекте яулап, шәп тәкә эләктерҙе.
Читайте нас: