Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
18 Июнь 2019, 15:14

Һабантуй йәме - тирмәләр

Ялан буйлап теҙелеп киткән береһенән-береһе сағыу, күп халыҡтарҙың ваҡытлыса йәшәү өсөн ҡулайлаштырылған торлағы булып торған, тәбиғәт ҡосағында йәшәү тәжрибәһен һынландырған тирмәләрһеҙ һабантуй байрамын күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Тап уларҙа беҙҙең боронғобоҙ һаҡлана һәм байрам барышында халҡыбыҙ тарихына, йылданйыл онотола барған йолаларға, ғѳрѳф-ғәҙәттәргә байҡау яһала. Шуға күрә лә, килгән һәр кем тирмәләр ҡоролған урында булып, халыҡтың кѳнкүреше, йәшәйеше, уларға ғына хас булған йола, ғѳрѳф-ғәҙәттәре менән танышырға ашыға. Быйыл тирмәләр конкурсы өс йүнәлештә: Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл, Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл, Театр йылына арнап ойошторолдо һәм унда ҡатнашҡан 25 тирмәбурама ла ошо талаптарға ярашлы биҙәлгән ине.

Инйәр ауыл хакимиәте тамъян ырыуы бейе, тархан һәм беренсе башҡорт дипломаты Шәғәле Шаҡмандың тыуыуына 500 йыл тулыу, бейҙең Иван Грозныйға барып ҡайтыуын сәхнәләштерҙе, шулай уҡ йөн иләү, тетеү, сабата үреү, арҡан ишеү, һөт ризыҡтарын эшкәртеү кеүек халыҡ кәсептәрен күрһәтте.
Ҡала хакимиәте тирмәһе вәкилдәре баһалама ағзаларына Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән өҙөктө: кендек әбейе килеүе, бала тыуыуы, атай кешенең уларға исем һайлау тамашаһын сәхнәләштерһә, абҙаҡтар ашлыҡ урып-йыйыу мәлен, көлтә һуғыу, тирмән тартыу күренештәрен күрһәтте. Урыҫ өйө ҡороп, булмышына тап килтереп йыйыштырып биҙәгән Ломовка ауыл хакимиәте республикабыҙҙа йәшәгән күп милләттәр араһындағы татыулыҡты, дуҫлыҡты сағылдырырға тырышты. Тимер юл ауылы баһалама ағзаларын балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре башҡарыуында “Күк йөҙө” бейеүҙәре һәм Театр йылына арнап ҡурсаҡтар сығышы менән сәләмләне. Сермән ауыл хакимиәте “Исем ҡушыу” йолаһын күрһәтһә, сосновкалар Мәүлит Кәримовтың “Эт бәләһе” комедияһынан өҙөк сәхнәләштерҙе. Егәҙе ауыл хакимиәте Егәҙе икмәген һалды, кейеҙ баҫты, солоҡтан бал алыу, сайыр ағыҙыу, септә үреү тәртиптәре менән таныштырҙы. Николаевкалар “Бәпәй һатыу” йолаһын, Нура ауыл хакимиәте рус халҡының “Курочка Ряба” әкиәтенән өҙөктө сәхнәләштерҙе. Йөйәк биләмәһе “Бәпес күреү” йолаһын, Әзекәй ауыл хакимиәте “Аулаҡ өй”гә йыйылыу, сигеү, бәйләү, егеттәр килгәс, йырлап-бейеп, күңел асыу мәлен, асылар “Кәкүк сәйе” йолаһын бар нескәлектәренә ҡәҙәр иҫәпкә алып күрһәтте. Асыларҙың боронғо башҡорт халҡының хужалыҡ кәрәк-яраҡтары менән эсе тулы йәйге лапаҫ аҫты күптәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Уның янында фотоға төшөргә теләүселәр табылып ҡына торҙо. Шығайҙар башҡорттарҙың йәйләүҙәге көнитмешен: кейеҙ баҫыу, талҡан тартыу һәм башҡаларҙы күрһәтһә, Ҡағы ауыл хакимиәте милләттәр араһындағы татыулыҡты, үрге әүжәндәр яҡташтары Яныбай Хамматовтың “Бөртөкләп йыйыла алтын” әҫәрендә һүрәтләнгәнсә, борон улар ерлегендә нисек итеп алтын йыуыуҙарын күрһәтте. Туҡандар халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығын, киң күңеллелеген, башҡорттар өсөн өйгә сит-ят кеше килеүе үҙе үк байрам булып тороуын, Тирлән ауыл хакимиәте Сибай дәүләт драма театрының “Ете ҡыҙ” спектакленән өҙөктө, аяуһыҙ 1942 йылдағы театр йәшәйешен сағылдырҙы. “Селена” ағас эшкәртеү предприятиеһы Мостай Кәримдең “Рус түгелмен, ләкин россиян мин” шиғыры менән сәләмләне, үҙҙәрендә етештерелгән продукцияларҙы күргәҙмәгә ҡуйҙы. Көньяҡ-көнсығыш район-ара “Ғаилә” халыҡты социаль яҡлау үҙәктәре район-ҡаланың Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитациялау үҙәге 1708 йылда Петр I-ҙең ауырыуҙарға, етемдәргә ҡарата социаль яҡлау тураһындағы Указ булдырыу ваҡытын, район-ҡала мәғариф идаралығы “Аулаҡ өй”ҙө, рус һәм башҡорт халҡының татыу йәшәүен сағылдырҙы, медицина колледжы Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән өҙөк сәхнәләштерҙе. Ҡаланың металлургия колледжы “Килен төшөрөү” йолаһын, мәғариф бүлеге идаралығы “Аулаҡ өй”, педагогия колледжы халыҡ уйындарын уйнатты. Бынан тыш, тирмәләр конкурсында ҡатнашҡандарҙың барыһы ла үҙҙәре сығарған таҡмаҡтарын көйләп, баһалама ағзаларын йырлап-бейеп ҡаршы алды.
Өҫтәлдәр Башҡортостандың 100 йыллығына арнап әҙерләгән 100 һәм унан да ашыу төрлө аш-һыуҙан, һый-ниғмәттәрҙән һығылып торҙо, һәр биләмәлә оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ир-егеттәрҙең күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө ҡул эштәре ҡуйылған. Төрлө әйберҙәр, сигелгән, сәйләндән, ағасты уйып эшләнгән картиналар бер кемдең дә иғтибарынан ситтә ҡалманы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса III урынға Сосновка һәм Сермән ауыл хакимиәттәре тирмәләре, II урынға Йөйәк һәм Абҙаҡ ауыл хакимиәттәре лайыҡ булһа, I урын Егәҙе ауыл хакимиәте тирмәһенә бирелде. Гранприға Асы ауыл хакимиәте лайыҡ булды. Ломовка, Тимер юл, Николаевка, Нура, Тирлән, Туҡан һәм Ҡағы ауыл хакимиәттәре сарала актив ҡатнашҡандары өсөн муниципаль район хакимиәте Дипломдары менән бүләкләнде. “Һөнәри оҫталыҡ” номинацияһында - Инйәр, “Традицияларға тоғролоҡ” номинацияһында - Әзекәй менән Шығай, “Халыҡ ижадын һаҡлаған өсөн” номинацияһында Үрге Әүжән ауыл хакимиәттәре билдәләнде. Үҙҙәренең һоҡланғыс ҡул эштәрен күргәҙмәгә ҡуйған Рәхилә Рәхимова һәм Рәзилә Зарипова (Абҙаҡ хакимиәте) Дипломға лайыҡ булды.
Ойошма һәм предприятиелар араһында III урын социаль блокҡа, II урын ҡала хакимиәтенә һәм I урын район-ҡала мәғариф идаралығы ҡуйған тирмәгә бирелде. Ҡаланың педагогия, медицина, металлургия колледждарына һәм “Селена” ағас эшкәртеү предприятиеһына ҡатнашҡан өсөн Дипломдар тапшырылды.
Читайте нас: