Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
18 Июнь 2019, 15:18

Быуаттарҙы иңләй һабантуй!

Белореттар һәм район ҡунаҡтары күңелле итеп традицион «Һабантуй-2019» байрамын үткәрҙе.

Һабантуй - йолаларҙы сағылдырған, алдынғыларҙы данлаған, батырҙарҙы асыҡлаған, бар халыҡты бергә йыйған байрамдарҙың береһе. Белорет һабантуйында барыһы ла булды: күҙҙең яуын алып торған тирмә-бурамалар, йыр-бейеүҙәр, ат сабышы, таһыллыҡ һәм етеҙлектә көс һынашыу, ҡунаҡсыллыҡ һәм киң күңеллелек.
Кәйефте һалҡын көн һәм ямғыр ҙа боҙа алманы, Аҙнағол яланына халыҡ ихлас йыйылды.
Байрам тантаналы парадтан башланды. Мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин етәкселек иткән халыҡ тынлы оркестры маршы аҫтында транспаранттар тотҡан район-ҡала ағинәйҙәре, мәғариф идаралығы, Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, «Селена» ағас эшкәртеү компанияһы, ҡаланың педагогия, медицина һәм металлургия колледждары, ауыл биләмәләре вәкилдәре үтте.
Байрам Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Театр йылы һәм Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына ярашлы әҙерләнде. Ҡала Мәҙәниәт һарайының «Ирәмәл» халыҡ театры артистары әҙерләгән спектаклдән өҙөк барыһының да күңеленә хуш килде. Шулай уҡ Мәҙәниәт һарайының «Вдохновение», «Забава», «Сарафан» бейеү коллективтары сығышы ла байрамға йәм өҫтәне.
Һабантуй флагын Ҡаһармандан крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Биктимер Ғәлин, һауынсы Тимербикә Фәйзуллина һәм Уҫманғәле ауылы старостаһы Самат Бәхтийәров күтәрҙе.
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы йола буйынса икмәк-тоҙ, милли ризыҡтар һәм йыр-бейеүҙәр менән ҡаршы алдылар. Улар - РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Зәки Әлибаев, Айнур Бейембәтов, Андрей Иванюта, Иван Лавренов, Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Профсоюздар Федерацияһы рәйесе Марат Хөсәйенов, муниципаль район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, «Белорет металлургия комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Федоров, «ММК-Курорт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Егор Кожаев, «Асы» шифаханаһы директоры Буранбай Ямалов, «Селена» ағас эшкәртеү компанияһының генераль директоры Владимир Каннибер һәм журналист, яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов.
Белорет районы муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов яҡташтарҙы, ҡунаҡтарҙы байрам менән тәбрикләне, райондың социаль-иҡтисади үҫешенә, уңыштарына йомғаҡ яһаны, эшләнгән һәм эшләнәсәк мөһим эштәр тураһында һөйләне, килгән ҡунаҡтарға, хеҙмәтсәндәргә рәхмәтен еткерҙе. Эш һөҙөмтәләре буйынса түбәндәге хужалыҡтарҙы юғары баһаланы:
Биктимер Төлкөбай улы Ғәлиндың крәҫтиән-фермер хужалығы - яҙғы баҫыу эштәре һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы хужалыҡ;
Алик Әнғәм улы Махияновтың крәҫтиән-фермер хужалығы - ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса иң яҡшы хужалыҡ;
Хайкали Мусович Узаков - иң яҡшы малсы (Рөстәм Мөхәмәтдиновтың крәҫтиән-фермер хужалығы малсыһы);
Тимербикә Хәсән ҡыҙы Фәйзуллина - иң яҡшы һауынсы (Биктимер Ғәлиндың крәҫтиән-фермер хужалығы һауынсыһы);
Әмир Үзбәк улы Мағазов - иң яҡшы механизатор (Лидия Мағазованың крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы);
Николай Геннадьевич Точилкин - агросәнәғәт комплексының иң яҡшы хеҙмәткәре (Ольга Леванинаның шәхси эшҡыуарлығы). Уларҙың һәр береһенә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм аҡсалата премиялар тапшырылды. Ә Тимербикә Фәйзуллина «Асы» шифаханаһына путевка менән бүләкләнде.
Шулай уҡ район хакимиәте башлығы ауыл старосталары эшен юғары баһаланы. Улар араһында: Абҙаҡ ауыл биләмәһе старостаһы Мазһар Мәһәҙей улы Йомағолов һәм Уҫманғәле ауылы старостаһы Самат Салауат улы Бәхтийәров.
Яҡташтарыбыҙҙың бер төркөмөнә - Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған юбилей миҙалдары тапшырылды. Наградаларҙы БР Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова тапшырҙы. Улар араһында:
Хәниф Игзәк улы Әхмәтшин - Аҙналы ауылы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе. Хәниф Әхмәтшин ауыл хужалығында 28 йыл намыҫлы эшләй.
Нажия Динислам ҡыҙы Вәлиева - Әзекәй ауыл советы депутаты, ҠоҙғонӘхмәр ауылы старостаһы. Ғүмеренең 30 йылын тарих фәнен уҡытыуға бағышлаған. Ул БР мәғариф алдынғыһы, РФ дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны.
Михаил Дмитриевич Засов - Ҡағы ауыл советы депутаты, «Ҡағы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры. Михаил Засов ауыл хужалығында 32 йыл хеҙмәт итә, 26 йыл - етәксе вазифаһында. «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе һәм Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән наградланған.
Буранбай Нәсим улы Ямалов - Белорет районы муниципаль район Советы депутаты, «Асы» шифаханаһы директоры. Буранбай Ямалов 30 йылдан ашыу медицина өлкәһендә эшләй. БР Маҡтау грамотаһы менән наградланған.
Агросәнәғәт комплексы тармағында намыҫлы эшләгән агросәнәғәт секторы, анализлау һәм прогнозлау бүлеге етәксеһе Максим Мансур улы Сөләймәнов, Гөлнара Айытбай ҡыҙы Абдуллина, Биктимер Төлкөбай улы Ғәлин, Реваль Миндибай улы Һарунов (Илгиз Һаруновтың крәҫтиән-фермер хужалығы тракторисы), Хәлим Юлдаш улы Ғәлиастанов (Шығай ауыл хакимиәте башлығы) һәм Рәйлә Миндибай ҡыҙы Зәйнуллина (Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы) Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталарына лайыҡ булды.
Һабантуй дауамында сәхнә янынан тамашасы өҙөлмәне. Мәҙәни программа бик йөкмәткеле, сағыу әҙерләнгән. «Ҡурайсылар» ансамбле, «Елмерҙәк» этно-рок төркөмө, «Авзянские вечорки» рус халыҡ фольклор коллективы йырҙары, Сермәндән «Йәшлек» бейеү коллективы, Тирләндән «Раздолье» вокал, Инйәрҙән «Тайран» халыҡ эстрада йыр, Асынан «Еңгәләр», Шығайҙан «Гөлнәзирә», Сермәндән «Хәтирә», Тирләндән «Надежда» халыҡ фольклор ансамблдәре, Үткәл халыҡ фольклор ансамбле, «Арташ» бейеү коллективы (Сосновка), «Даръя» (Инйәр) бейеү коллективтары, Айгөл Килмөхәмәтова, Диана Яманғолова, Розалия Шәғәлина, Зәлифә Фазлетдинова, Айгиз Сәйетов, Фәриҙә Ноғаманова, Айгиз Мортазин, Илфир Нухов, Евгений Уткин, Радмир Әхтәмов сығыштары барыһының күңеленә хуш килде. Һабантуйға килгән халыҡ рәхәтләнеп ял итте.
Читайте нас: