Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
18 Июнь 2019, 15:11

Быйыл да кубок Әхмәрҙә ҡалды

“Оҙаҡ торҙо, атым сапманы”, - тигән йыр юлдары ниндәй атҡа төбәп йырланғандыр... Әммә ләкин һис кенә лә һабантуйҙарында ҡатнашҡан сабыш аттарына түгел. Юртаҡтар сапмай ҙа тора алмай. Әле лә старт һыҙығына баҫҡан аттар хужаларының һыртына ипләп кенә тибеп, теҙгенен тартҡанын көтә. Ә ҡайһы бер уйнаҡлап, урынында тапанып торғанын хатта һыбайлы ла тотоп тора алмай. Бына ҡайҙа ул ярыш сәме, юғары тиҙлек, еңеү шатлығы, көйәрмәндәрҙең дәртләндереп тороуы...

Быйыл да һабантуйҙарҙа төп өлөштәрҙең береһен алып торған ат сабышын күптәр ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Сабыш дүрт заезда үтте. Тамашасылар бәйге барышын Сергей Хәкимовтың тауышы аша ла “күҙәтте”, ул юртаҡтарҙың һәр аҙымын тиерлек бәйән итте.
Бына тәүге заезд - 1,5 саҡрымға сабыш иғлан ителде. Ярһыған аттар уҡтай алға атыла.
Финиш һыҙығын тәүгеләрҙән булып үтеү өсөн юртаҡтың етеҙ булыуы ғына етмәй, әлбиттә. Аттың даны егет ҡулында, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Быны дүрт заезда ла еңеү яулаған Винарис Вәлиев тә бер ҡат дәлилләне инде. Шулай итеп, тәүге уҙышта Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан Винарис Вәлиев “Ялҡын” ҡушаматлы атта (хужаһы Айгиз Вәлиев) бер кемгә лә ал бирмәне. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙа - Ҡоҙғон-Әхмәрҙән “Осҡон”да Ғәзим Таһиров һәм Сосновканан “Буян”ында Исмәғил Йәнгиров.
Икенсе заезда ла (2,5 саҡрым) Айгиз Вәлиевтең шәхси хужалығынан “Азур” ҡушаматлы аты башҡаларҙы артынан ҡыуып етергә ирек бирмәй, иң беренсе булып финиш һыҙығын үтте. Был юлы ла ат өҫтөндә Винарис Вәлиев иң сосо, иң етеҙе булып сыҡты. Әзекәйҙән Нәзим Бәхтиев “Буян” ҡушаматлы атында (хужаһы - Инсаф Йомағужин) - икенсе, Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Әҡсән Юлышев “Толпар”ында елеп кенә өсөнсө урынды яуланы. Башҡаларҙан айырмалы, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йәштәр менән бергә бәйгегә сығырға йөрьәт иткән ат хужаһы Әҡсән ағайҙың да күңелендә, тимәк, эйәрле-йүгәнле ат ята.
Дистанциялар үҫкән һайын ярыш та мауыҡтырғыс була башланы. Өсөнсө заезда иһә 6 һыбайлы стартҡа баҫты. 4,5 саҡрымға уҙышта тәүге метрҙарҙан уҡ Сосновканан Шайморат Ғәйфуллин алға уҡталды. Ә шулай ҙа, Сосновканан Альфред Мөхәмәтйәров, Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Винарис Вәлиев тәжрибәлерәк булып сыҡты һәм алдынғылыҡты был юлы ла бер кемгә бирмәнеләр. Һөҙөмтәлә, Винарис Вәлиев “Армат” ҡушаматлы атында (хужаһы - Әмир Йосопов) - I, Сосновканан Альфред Мөхәмәтйәров “Намаҙ”ҙа (ат хужаһы - Зиннур Ҡәҙерғолов) - II, ә Шайморат Ғәйфуллин “Черный”ында (ат хужаһы - Юлиана Ғәйфуллина) III урынды яуланы. Ат сабышында бер нисә йыл рәттән ҡатнашып, үҙенең ҡыйыулығын, таҫыллығын, сәмлеген күрһәткән Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Эдуард Зәбиров “Байрам” ҡушаматлы атында (ат хужаһы - Рим Абдуллин) аҙаҡҡаса сәмләнеп ярышты, әммә юрғағы саҡ ҡына ҡарышты һәм дүртенсе урын яуланы.
Тамашасының иң түҙемһеҙләнеп көткәне бәйге булғандыр. Көтмәй ни, бында бит күптәрҙең яратҡан “Ҡара аты” ла сабышасаҡ. Уҙыш та, һәр ваҡыттағыса көсөргәнешле барҙы. Кемдең тәүгеләрҙән булып финиш һыҙығын үтере лә һуңғы метрҙарға тиклем билдәһеҙ булды. Тәүге саҡрымдарҙа Ҡоҙғон-Әхмәр егеттәре үҙара ярышты. “Карат”та Винарис Вәлиев, “Азур”ҙа Ғәзим Таһиров (аттар хужаһы - Айгиз Вәлиев) һәм “Шоңҡар”ҙа Рәсүл Юлышевтар тәүге урындар өсөн көрәшһә, Альфред Мөхәмәтйәров “Ҡара ат”ында алға сығырға ынтылманы әле. Иң һуңғыһы булып башлаһа ла, һәр саҡрым һайын тигәндәй бер һыбайлыны артта ҡалдыра барып, икенсе урынға сыҡты. Шулай итеп, “Карат”та Винарис Вәлиев - беренсе, “Ҡара ат”та Альфред Мөхәмәтйәров - икенсе, “Азур”ҙа Ғәзим Таһиров өсөнсө булды.
Бөрйән, Әбйәлил райондарынан килгән ҡунаҡтар ал бирергә тырышмаһа ла, белореттар көслөрәк булып сыҡты һәм пьедесталдағы барлыҡ урындарҙы улар яуланы. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы егеттәре I урынды яуланы һәм быйыл да күсмә кубок улар ҡулында ҡалды.
Бәйге еңеүселәре дипломдар, аҡсалата бүләктәр менән билдәләнде. Беренсе урынға лайыҡ булыусыларға алтаҫмалар тағылды, ә бәйге еңеүсеһе “Карат” япма менән бүләкләнде. Еңеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, агросәнәғәт секторын үҫтереү, ҡулланыусылар баҙарын һәм хеҙмәтен анализлау, прогнозлау бүлеге начальнигы Максим Сөләймәнов, Мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Валерий Красавин бүләкләне. Башҡа йылдағыларҙан айырмалы, быйылғы ат сабышы музыкаль яҡтан биҙәлде һәм һәр заездан һуң еңеүселәр тантаналы бүләкләнде. Илнур Әхмәтшин, Айгиз Сәйетов, “Тайран” төркөмө матур йырҙар, күңелле ял бүләк итте, ә Әзекәйҙән “Буян” ҡушаматлы ат (хужаһы - Инсаф Йомағужин) хатта гармун көйөнә бейеп тә алды.
Читайте нас: