Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
28 Июнь 2019, 17:50

“Сирен йәшергән - үлгән”

26 июнь кѳнѳ ҡаланың музыка мәктәбендә республиканың Медицина профилактикаһы үҙәгенең юғары категориялы паллиатив ярҙам табибы, тѳбәктең иң яҡшы онколог-маммологтарының береһе Гѳлнур Хәмзә ҡыҙы Ниғмәнова, “Сәләмәтлек мәктәбе” республика проекты сиктәрендә, “Яман шештән нисек һаҡланырға һәм сәләмәт булырға” лекцияһы менән сығыш яһаны.

Сарала шулай уҡ муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаев, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш табип урынбаҫары Елена Николаевна Лисицкая ҡатнашты.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы ярҙамы арҡылы тормошҡа ашырылған был проекттың маҡсаты - тѳбәктә йәшәүселәрҙе үҙ һаулығына ҡарата яуаплыраҡ булырға ѳндәү, яман шеш кеүек үлемесле сирҙәрҙе тѳрлѳ диагностик саралар ярҙамында мәлендә асыҡлау, иҫкәртеү.
Проект авторы Гѳлнур Ниғмәнова лекция тыңлаусыларға сәләмәт тормош алып барыу нигеҙҙәрен, яман шештең барлыҡҡа килеү сәбәптәрен, сирҙе башланғыс осоронда үҙаллы билдәләү һәм профилактикалау мѳмкинлеген, кеше ғүмере ѳсѳн ниндәй хәүеф тыуҙырыуын бәйән ҡылды.
- Һаулыҡҡа тѳкѳрѳп ҡарау, сәләмәт тормош алып бармау, теге йәки был сир билдәләре тойолғанда ваҡытында табиптарға мѳрәжәғәт итмәү йыш ҡына ауыр эҙемтәләргә килтерә. Даими рәүештә тапшырып торған ябай ғына анализдар ҙа организмда барған үҙгәрештәрҙе күрһәтергә һәләтле. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: башланғыс стадияһында асыҡланған яман шеш дауалауға йәһәт бирешә. Шуның ѳсѳн медицина тикшереүҙәре, диспансеризациялау кеүек профилактик сараларға етди ҡарау, ауырыу билдәләре һиҙелгәндә тиҙ арала участка терапевына мѳрәжәғәт итеү зарур, - тип кәңәш итте тәжрибәле онколог.
Бер сәғәткә һуҙылған лекциянан һуң, килеүселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, яман шеште аш һеркәһе, лимон һуты, мухомор һәм башҡа ағыулы үҫемлектәр менән еңеп буламы, тигәнерәк һорауға:
- Былай ҙа хәлһеҙләнгән организмды шикле саралар менән дауаларға маташыу оторо хәүефле. Әлбиттә, һәр иртәгеҙҙе лимон һуты тамыҙылған бер стакан йылы һыуҙан башлау насар эҙемтәләргә килтермәҫ, ә бына монар кѳпшәһе (болиголов), мухомор кеүек ағыулы үҫемлектәрҙән яһалған тѳнәтмәләр, аш һеркәһен эсеүгә мин ҡырҡа ҡаршы, - тип яуап ҡайтарҙы Гѳлнур Хәмзә ҡыҙы.
Ихласлыҡ, йылылыҡ, кешегә ҡарата шәфҡәтлелек бѳркѳлѳп торған алтын ҡуллы табип менән осрашыу йәш-елкенсәк ѳсѳн дә, ѳлкән йәштәгеләргә лә берҙәй ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды.
Читайте нас: