Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
4 Июль 2019, 19:59

Яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инде

Хәбәр итеүебеҙсә, 1 июлдән сауҙа өлкәһенә ҡағылышлы бер нисә яңы ҡағиҙә үҙ көсөнә инде. Тәүгеһе - тәмәке изделиеларын тамғалауға ҡағылһа, икенсеһе иһә һөт аҙыҡтарын һатыуға сығарыуҙа яңы талаптар. Үҙгәрештәргә бер ни тиклем асыҡлыҡ индереү йәһәтенән муниципаль район хакимиәтенең Ҡулланыусылар баҙарын һәм хеҙмәтен анализлау һәм прогнозлау бүлеге мөдире Лилиә Рәис ҡыҙы КИРСАНОВАға мөрәжәғәт иттек.

- 1 июлгә ҡәҙәр сауҙа өлкәһендә тәмәке изделиеларына һәм һөт аҙыҡтарына ҡағылышлы актуаль һорауҙар хәл ителде. Яңы ҡағиҙә буйынса, һәр тәмәке ҡабы махсус тамғаланырға тейеш. Был тамға арҡылы 2D сканер ярҙамында тәмәкенең атамаһын, хаҡын, етештереүсеһен уҡырға мөмкин. Тәмәке изделиеларын һатыуға сығарыр өсөн сауҙа өлкәһендәгеләргә 1 июлгә тиклем 2D сканер һатып алыу, операторҙа теркәлеү мотлаҡ шарт ине. Кемдәр өлгөрмәгән, талаптарҙы тиҙ арала үтәү мөһим, юғиһә штраф санкциялары һалынасаҡ.
Тәмәке изделиеларын тамғалау законһыҙ тәмәке етештереүҙе һәм уны ситтән индереүҙе сикләй. Тамғаланмаған продукцияны һатыу, һаҡлау, ташыу тыйыла. Йәнә шул: 2020 йылдың 1 июленә тиклем тамғаланмаған барлыҡ тәмәке ҡалдыҡтары һатылып бөтөргә тейеш.
Икенсе һорауға килгәндә, 1 июлдән һатыу итеү нөктәләрендә тәбиғи һөт һәм һөт аҙыҡтарын составына үҫемлек майы ҡушылған һөт ризыҡтарынан хаҡтар күрһәткесенең төҫө, махсус билдәләр, айырым кәштәләр ярҙамында айырып күрһәтеү ҡаралған. Сауҙа предприятиелары етәкселәренә, ауыл хакимиәте башлыҡтарына был турала ваҡытында хәбәр ителде. Ҡала һатыу нөктәләрендә, шул иҫәптән Тимер юл, Әзекәй, Үрге Әүжән ауыл магазиндарында һөт ризыҡтары, яңы ҡағиҙәгә ярашлы, бүлеп ҡуйылған да инде, - ти Лилиә Рәис ҡыҙы яңы ҡағиҙәләргә төплө аңлатма биреп.
Үҙ сиратыбыҙҙа, аҙыҡҡа ҡағылышлы яңылыҡтар кеше сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһар, ҡулланыусыларҙы ашаған ризығына талымлыраҡ, иғтибарлыраҡ булырға өндәр, тибеҙ.
Читайте нас: