Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
9 Июль 2019, 16:08

Тәү сиратта - халыҡ хәүефһеҙлеге

Үрге Әүжән ауылы районыбыҙҙың иң ҙур тораҡ пункттарының береһе. Бында 2 меңдән ашыу кеше йәшәй. Шуға ла биләмәлә йәшәгән халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү айырыуса етди мәсьәләләрҙең береһе булып һанала.

Былтыр, “Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект” программаһына ярашлы, бында янғын һүндереү депоһы төҙөлә башлағайны. Элекке бина, уҙған быуаттың 20-се йылдарында уҡ төҙөлгәнлектән, файҙаланыуға яраҡһыҙ һаналып, яңыһын төҙөүҙе талап итте. Был янғын посы райондың Ҡағы, Үҙән ауыл хакимиәттәре биләмәһендә йәшәгән халыҡты ла хеҙмәтләндерә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡанда, күрше Бөрйән, Ишембай районының яҡын урынлашҡан ауылдарын да ярҙамдан ҡалдырмай.
Яңы бина шул тирәләге ауыл биләмәләренең үҙәгендә, йылға буйында урынлашыуы ла эште күпкә еңелләштерә. Янғын депоһы заманса стандарттарға һәм талаптарға тулыһынса тап килә һәм ул тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ѳс янғын һүндереү машинаһы, үҙ ҡаҙанлығы бар, егермегә яҡын кеше эшләй. Хеҙмәткәрҙәр өсөн ял итеү, автомобилдәрҙе ремонтлау урындары ҡаралған.
Проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан яҡынса 8 млн. һум аҡса бүленде.
Янғын депоһын асыу сараһына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы вәкилдәре, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, Үрге Әүжән ауыл хакимиәте башлығы Михаил Телятников, урындағы янғын-ҡотҡарыу гарнизоны хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Объектты тантаналы асыу сараһында янғын депоһына бүләктәр, төҙөлөш барышында күрһәткән әүҙемлеге һәм подразделениеның янғын һүндереү буйынса әҙерлеген тәьмин итеүе өсөн “Әүжән урман хужалығы” учреждениеһы етәксеһе Владимир Полецкий, Сибай “Газпром-Трансгаз” газ үткәреү магистрале идаралығының участка начальнигы Сергей Коннов, Үрге Әүжән ауылының янғынға ҡаршы посы етәксеһе Роман Ефремов Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
Яңы асылған объект ауылдың ошо көндәрҙә билдәләнәсәк 265 йыллыҡ юбилейына ла оло бүләк булды.
Читайте нас: