► Быйылғы һыу инеү миҙгеле нисек үтә?
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыу инеү миҙгеленең тәүге көнөндә үк Бөрйән районындағы Ағиҙел йылғаһында 7 йәшлек малай һыуға батты. Һыуҙағы бәхетһеҙ осраҡтар тураһындағы мәғлүмәткә аҙна һайын өлкәндәр һәм балалар үлеме менән бәйле хәлваҡиғалар өҫтәлеп тора.
Июндең бер аҙнаһында ғына һыуҙан 11 кешенең кәүҙәһен сығарҙы-лар. Әле иң эҫе көндәр алда әле. Йыл да ошо ваҡытта һыуға батыусыларҙың һаны арта. Бөтә бәхетһеҙ осраҡтар ҙа йөҙөү өсөн ҡулайлаштырылмаған урындарҙа килеп сыға. Шуның өсөн бары йөҙөү өсөн ҡулайлаштырылған пляждар менән файҙаланырға саҡырабыҙ. Республика территорияһында 75 пляж файҙаланыуға тапшырылған. Уларҙың ҡайҙа урынлашыуын Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика дәүләт комитетының сайтына инеп, интерактив картанан табырға була.
► Йәйгеһен күптәр балыҡ тотоу ниәте менән һыу ятҡылыҡтарына ашыға. Балыҡ тотоу хәүефһеҙлеге менән хәлдәр нисек тора?
- Июндә балыҡ тотҡанда булған 3 хәл-ваҡиғаны миҫалға килтерәм. Тәүге осраҡта 7 июндә Иглин районының Кудеевка ауылы янындағы карьерҙан балыҡ тотҡанда һыуға ҡолаған ир кешенең кәүҙәһе сығарылған. 8 июндә Илеш районының Груздевка ауылынан алыҫ түгел Ағиҙел йылғаһында балыҡ ҡармаҡлаған өс ир кәмәлә әйләнеп, һыуға ҡолай. Берәүһен был хәлдең шаһиты булғандар ҡотҡара, бакенға йәбешеп торған икенсе балыҡсыны беҙҙең ҡотҡарыусылар табып, ярға сығара. Ә өсөнсө ирҙең үлек кәүҙәһен водолаздар таба.
9 июндә Өфө районындағы күлдә ярҙа балыҡ тотоп торған 9 йәшлек малай ҡармағы менән электр линияһын эләктерә. Һөҙөмтәлә бала ток һуғыуҙан үлә.
Был йыл да балыҡ тотҡанда ҡабатланған фажиғәләрҙең сәбәптәре. Шуның өсөн балыҡ тотҡанда хәүефһеҙлек саралары һәм, иң мөһиме, спиртлы эсемлек ҡулланып, үҙегеҙҙе хәүеф-хәтәргә этәреүегеҙ тураһында онотмағыҙ.
► Һеҙҙең ведомство тарафынан йөҙөнөү өсөн ҡурҡыныс булған һыу ятҡылыҡтары контролгә алынамы?
- Һыу инеү миҙгелендә күбеһенсә Ағиҙелдә батып үләләр: һыуға батыу осрағының һәр алтынсыһы уға тура килә.
Республиканың бөтә йылғаларына тиерлек 55 % тирәһе һыуға батыусы тура килә. Башҡа бәхетһеҙ осраҡтар күлдәр, быуалар һәм карьерҙар менән бәйле. Батып үлеүселәрҙең 90 проценты ир-аттар. Былтыр ҙа яҡынса ошондай уҡ һандар һаҡланған: 78 ир-егет, 2 ҡатын-ҡыҙ һәм 6 бала батып үлгән.
► Йәйге ваҡытта һыуҙағы бәхетһеҙ осраҡтарҙың үҙенсәлектәре ниндәй?
- Өс төп үҙенсәлекте билдәләп үтәм:
- беренсенән, һыу инеү миҙгелендә һыу ятҡылыҡтарында батып үлеүселәрҙең 80 проценты спиртлы эсемлек эскән була;
- икенсенән, йәйен транспорт саралары менән һыуға осоп төшөү трагик хәлгә килтерә. Мәҫәлән, былтыр 6 июлдә Краснокама районында Саузово күлендә 3 кешенән торған ғаилә еңел машина менән һыуға бата;
- өсөнсөнән, һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтарҙың артыуы балыҡ тотҡанда һәм йөҙөү средстволарында йөрөгәндә күҙәтелә. Мәҫәлән, 21 июндә Дүртөйлө районында моторлы кәмәлә йөҙгәндә 10 йәшлек малай ҡолап төшә һәм кәмә винтына башы йәрәхәтләнә.
► Һыу инеү миҙгелендә бәхетһеҙ осраҡтарҙы профилактикалау буйынса эштәр нисек ойошторолған?
- Һыу инеүгә ҡулайлаштырылған пляждарҙа ҡотҡарыусылар дежур итә. Улар тарафынан Өфөлә генә 17 кеше ҡотҡарылған.
Көн һайын ҡотҡарыусылар республиканың һыу объекттары буйлап профилактик рейдтарға сыға. Рейд барышында “ҡырағай” пляждар асыҡланған осраҡта ваҡытлыса ҡотҡарыу постары ҡуйыла. Профессиональ ҡотҡарыусылар менән бер рәттән хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙә йәмәғәтселек ҡотҡарыусылары ла йәлеп ителгән, шул иҫәптән Бөтә Рәсәй һыуҙарҙа ҡотҡарыу йәмғиәте лә. Айырыуса ҡурҡыныс һыу ятҡылыҡтарында ял итеүселәр өсөн ҡотҡарыусылар тарафынан манекендарҙа һыуға батыусыға тәүге ярҙам күрһәтеү тәртибе, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатыу ойошторолған.
► Һыу ингәндә бәләгә тарымаҫ өсөн үҙеңде нисек тоторға кәрәк?
- Һыу ятҡылыҡтары янында ялды хәүефһеҙ итеү өсөн таныш булмаған һәм рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инмәгеҙ, ҡулайлаштырылған пляждарҙы ғына һайлағыҙ, төбө билдәһеҙ булған урындарҙа һыуға суммағыҙ, яңғыҙ һыуға инмәгеҙ, ярҙан алыҫ китмәгеҙ, иҫерек килеш һыу инмәгеҙ.
Иҫерек килеш һыу ингән өсөн 3 мең һумдан 5 меңгәсә административ штраф ҡаралған.
Һәм иң мөһиме - атаәсәләрҙе, олатай-өләсәйҙәрҙе балаларҙың үҙҙәрен генә йылға-күлдәргә һәм быуаларға ебәрмәҫкә саҡырабыҙ. Шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо йәйҙә ғүмерҙәре өҙөлгән 5 бала ла һыу буйҙарында ҡарауһыҙ йөрөгән булған.
Һыуҙағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре ябай, ә уларҙы һанға һуҡмауҙың хаҡы - кеше ғүмере, сөнки һыу хаталарҙы ғәфү итмәй!