Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
27 Август 2019, 13:07

Бала мәнфәғәте һағында

21 августа Башҡортостандың суд приставтары Күп функциялы үҙәктәрҙә алимент түләүгә бәйле һорауҙар буйынса консультация бирҙе.

Сара йыл һайын август аҙағында “Баланы мәктәпкә әҙерлә” акцияһы сиктәрендә ата-әсәләре тәрбиәләүҙән баш тартҡан балаларҙың хоҡуғын һәм законлы мәнфәғәтен яҡлау маҡсатында ойошторола. Акция сиктәрендә суд приставтары алимент түләүҙе лә тиҙләттерә. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала йыл башынан ғына алимент бурысы буйынса 13 меңдән ашыу эш ҡуҙғатылған. Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Белорет филиалының башҡарыусы суд приставы Әлфиә Камилянова белдереүенсә, халыҡ бындай осрашыуҙарҙы ыңғай баһалай. Алимент түләүгә бәйле һорауҙар буйынса консультациялар ҙа йыш ойошторола.
- Алимент түләмәүселәр менән эш - суд приставтары эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәрҙең береһе, сөнки һәр осраҡ артында бала яҙмышы тора. Йыл башынан Белорет суд приставтары хеҙмәтендә алимент түләүҙәрен ҡайтарыу буйынса 666 башҡарыу ҡағыҙы тултырылған. Һәр башҡарыу производствоһына ярашлы, хеҙмәткәрҙәр теркәү органдарына һәм кредит учреждениеларына, бурыслының килеме буйынса мәғлүмәт алыу йәһәтенән Пенсия фондына һорау ебәрә. Ете ай эсендә ойошмаларға, даими түләүҙәрҙе тотоп алып ҡалыу өсөн, 80 башҡарыу ҡағыҙҙарының күсермәһе ебәрелгән. Суд приставтары тарафынан тикшереү барышында 21 бурыслының милкенә арест һалынған. Башҡарыу эше ҡуҙғатылған кешеләр иҫкәртелеп тә, сәбәпһеҙ бурыстарын түләмәй икән, суд приставтары администравтив протокол төҙөй. Йыл башынан бындай 39 протокол төҙөлгән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, 39 бурыслы административ яуаплылыҡҡа тарттырылған: 36 бурыслы 150 сәғәткә тиклем мәжбүри эшкә билдәләнгән, 3 бурыслы 10-15 тәүлеккә тиклем административ аресҡа алынған. Алимент түләүҙе кәрәк тип тапмаған 28 бурыслыға енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бурысын түләүҙән “ҡасып” йөрөгәндәр ҙә бар. Был осраҡта башҡарыусы суд приставы бурыслыны эҙләү иғлан итә, - тине был көндө ҡаланың Күп фунциялы үҙәгендә граждандарҙы ҡабул иткән Әлфиә Дамир ҡыҙы.
Бурыслыларҙы Рәсәй Федерацияһынан ситкә сығармау мәжбүри башҡарыуҙың һөҙөмтәле сараһы булып тора. Шул сәбәпле 426 бурыслыға илдән сығыу мөмкинлеге сикләнгән. Ә 13-ө транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Шулай итеп, Белорет суд приставтары, мәжбүри характерҙағы әмәлдәр ҡулланыу һөҙөмтәһендә, ҡалала йәшәүсе ҡатын менән ҡыҙының 440 мең күләмендә алимент алыуына ирешкән. Был башҡарыу производcтвоһына ярашлы, хеҙмәткәрҙәр 30 йәшлек гражданға транспорт менән идара итеү хоҡуғын сикләгән.
2019 йылдың башынан суд приставтары тарафынан 198 башҡарыу эше тамамланған һәм туҡтатылған. Был йүнәлеш буйынса эш дауам итә әле.
Читайте нас: