Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
27 Август 2019, 12:53

Рухи берҙәмлек өсөн

Муниципаль район хакимиәтендә Мәскәү ҡалаһынан Рәсәй мосолмандары диниә назаратының хоҡуҡлы вәкиле Роберт Закрин менән осрашыу булып үтте.

Рәсәйҙең Мөфтөйҙәр советы рәйесе, Мосолмандарҙың диниә назараты рәйесе мөфтөй шәйех Рауил Ғәйнетдиндың ҡушыуы буйынса, Роберт Энгельс улы башҡорт теле, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлауҙа, башҡа милләт һәм дин кешеләре араһында татыулыҡ һәм дуҫлыҡ булдырыуҙа, халыҡ дипломаты Шәғәле Шаҡмандың 500 йыллығын билдәләүҙә күрһәткән хеҙмәттәре ѳсѳн муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаевҡа (һүрәттә), китапханаларҙың рухи йүнәлештәге эше, мәҙәни традицияларҙы таратыуҙа активлығы, йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙә индергән өлөшѳ ѳсѳн райондың Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Рәшит Мөхәмәҙиевҡа Рәсәй Мѳфтѳйҙәре советының "Рухи берҙәмлек ѳсѳн" миҙалын тапшырҙы.
Читайте нас: