Унда муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, Егәҙе ауыл хакимиәте башлығы Ринат Яныбаев, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Мансур Һиҙиәтов, ошо ауылда тыуып үҫкән актив йәмәғәтселәр - Ришат Мөхәмәтвәлиев менән Булат Яныбаев һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Ремонт эштәре “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Реаль эштәр” программаһына ярашлы атҡарылды. Подрядсы ойошма “4АиКо” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән контракт 28 июндә төҙөлѳп, эште 1 сентябргә тиклем атҡарыу килешелһә, эшселәр обелискының тирә-яғын тимер рәшәткәләр менән кәртәләү, ингән еренә плитка түшәү һәм ундағы ҡоролмаларҙы ерҙән ѳҫкә күтәреп ҡуйыу эштәрен ике аҙна эсендә тамамлап та ҡуйған.
Ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, ҡымыҙ менән ҡаршылағас, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Флагтарын күтәреү хоҡуғы Ришат Мөхәмәтвәлиев менән Радик Яныбаевҡа бирелде. Бѳгѳнгѳ тыныс тормош хаҡына ғүмерҙәрен ҡорбан иткән ауылдаштарҙың үлемһеҙ рухына хөрмәт йѳҙѳнән обелискыға венок һәм сәскәләр һалынғас, бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Унан һуң һүҙ Ринат Радик улына бирелде. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү беҙҙең мѳҡәддәс бурысыбыҙ булыуын, реконструкциянан һуң обелискыны асыу бәләкәй ауылдың ҙур шатлығына әүерелеүен әйтеп китте. Илгиз Сафый улы бөтөп барған ауылды ошо ауыл кешеләре ҡайтанан тергеҙә башлауҙарын, Егәҙенән Өмөтбайғаса ҡуйылған матур яҙыулы лозунгтарға һоҡланыуын һәм районыбыҙҙа бындай ауылдарҙың башҡа булмауын билдәләп үтте. Был бәләкәй ауылдағы ише обелискыларҙың ҡайһы бер ҙур ауылдарҙа ла булмауын һәм әлеге эштәрҙе атҡарып сығыу, программала ҡатнашыу өсөн бар тырышлығын һалған ауыл хакимиәте башлығы Ринат Радик улына рәхмәт белдерҙе. Артабан бер-бер артлы Мансур Яҡшыбай улы, Булат Абдулхаҡ улы, Ришат Хәйҙәр улы телмәр тотто.
Айсел һәм Лиана Мөхәмәтйәровалар башҡарыуында “Ерҙән һалдат атлай”, Алина Ирғәлинаның “Торналар” йыры, Зөлфиә Сәғәҙәтованың флейта моңдары менән үрелеп барған күркәм сара Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған республика флешмобына ярашлы бергәләп “Шайморатов генерал” йырын башҡарыу менән тамамланды.
Көндөң икенсе өлөшөндә Егәҙе ауылы клубында ауыл хакимиәтенең ағымдағы ярты йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһау йыйылышы уҙҙы. Ринат Яныбаевтың докладын тыңлағандан һуң, күпер, ауыл эсендәге юл торошо, эсәр һыу мәсьәләләренә ярашлы һорауҙар бирелде, уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды. Унан һуң Илгиз Теләүбаев, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, “Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл!” юбилей миҙалдары менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хеҙмәте өсөн Әнүәр Әхмәҙулла улы Баҡыевты, Николай Герасимович Сергеевты (белем биреү өлкәһе), Радик Зәки улы Яныбаевты (ауыл хужалығы), Раул Солтан улы Ғилмановты (урман хужалығы) бүләкләне. Муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһын - “Йыл ғаиләһе - 2019” Бөтә Рәсәй конкурсында “Күп балалы ғаилә” номинацияһының муниципаль этабы еңеүселәре Юлия һәм Данил Ғилмановтарға, “Ауыл ғаиләһе” номинацияһын яулаған Эльвира һәм Раул Ғилмановтарға, Үҙәк һайлау комиссияһының Рәхмәт хатын Николай Герасимович Сергеевҡа тапшырҙы.