Бөгөн Белоретта күрһәтерлек урындар күп. Быйыл ғына 40 млн. һумға күп фатирлы 26 йорттоң 11 ихата алды төҙөкләндерелде. Депутат Крупская урамының 47-се йорт ихатаһын ҡараны, төҙөлөш барышы менән танышҡандан һуң, ҡунаҡ яңыртылған ҡала поликлиникаһы скверына һәм Геройҙар аллеяһына юлланды. Аллеяла эштәр тамамланған тиерлек, уны тәртипкә килтерәһе генә ҡалған.
- Ҡала йылдан-йыл матурая, яңыра, йәшелләнә. Яңы юлдар һалына, төҙөлөштәр бара. Ҡала һәм район күп кенә федераль, төбәк проект-программаларында ҡатнаша. Быйыл ғына “Ҡала мөхите” проекты сиктәрендә Иҙел башында тиҫтәләгән ихата алды һәм йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелде. Әлбиттә, был алға ҙур ынтылыш. Ҡаланың йөҙө менән халыҡ та ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Улар ҙа төрлө программа-проекттарҙа ҡатнаша, артабанғы үҫеше буйынса үҙ тәҡдимен индерә. Ихата алдарында йорт хужалары тарафынан булдырылған әллә күпме матурлыҡты күрҙек бөгөн. Белореттар өсөн бик шатмын, - тине Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Йыһанур ҡыҙы.
Яңы ижади миҙгел асылыу алдынан ҡаланың музыка мәктәбендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе үтте. Ярты йыллыҡ эш һөҙөмтәләре, киләсәккә пландар буйынса доклад менән идаралыҡ начальнигы Ирек Иҫәнғужин сығыш яһаны.
- Район-ҡалала ярты йылда 7102 мәҙәни сара үткән. Сараларҙың төп өлөшө Рәсәйҙә Театр йылына, Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған, - тине Ирек Рауил улы.
Мәҙәниәт идаралығы начальнигы иң яҡшы саралар үткәргән коллективтарҙы һәм уларҙың етәкселәрен һанап китте, йәш музыканттарҙың һәм хорҙарҙың уңыштары тураһында һөйләне. Төп мәсьәләләрҙең береһе - ҡала Мәҙәниәт һарайының һәм ҡайһы бер ауыл клубтарының, китапханаларының авария халендә булыуы. Шулай уҡ балаларға өҫтәмә белем биреү ойошмалары өсөн бина етмәү ҙә көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала бирә. Был һорау Инйәрҙә киҫкен тора.
Ә инде яңы ижади миҙгел сағыу һәм көсөргәнешле булмаҡсы. Декабрҙә Мәҙәниәт һарайы базаһында “Еңеү салюты” республика конкурсы үтәсәк, шулай уҡ 2020 йылда Еңеүҙең 75 йыллығына арналған күп кенә тантаналы саралар, “Иҙел башы йондоҙҙары” һәм иң яуаплы сара - Бөтә донъя фольклориадаһы үтәсәк. Белорет районында ғына фестивалдең ике майҙансығы була. 2020 йылда Йөйәк һәм Тирлән ауылдарында социаль-мәҙәни үҙәктәр төҙөлә башлай. “Мәҙәниәт” федераль программаһы сиктәрендә район Мәҙәниәт йортона автоклуб һатып алыу планлаштырылған.
Ултырыштың пленар өлөшөндә муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, Картиналар галереяһы директоры Нина Горбатова, балалар музыка мәктәбе директоры Гүзәл Низамова һәм шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина сығыш яһаны. Зөһрә Йыһанур ҡыҙы мәҙәни өлкәләге проект-программалар, уларҙың үтәлеше, ауыл халҡына бирелгән ипотека ставкаларының кәмеүе, күп балалы ғаиләләргә ипотека кредитын компенсациялау тураһында ҡыҫҡаса аңлатып китте.
Кисә һуңында бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә - Нина Горбатоваға, Юлия Жеряковаға, Александр Кемға, Валерий Климчинскийға һәм Флүрә Шакироваға юбилей миҙалдары тапшырылды. Шулай уҡ Асы клубы мөдире Йәмилә Сәлимйәнова “Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән, район Советы исеменән Мәхмүт мәҙәниәт йорто мөдире Гөлнур Асҡарова билдәләнде. Ҡала Мәҙәниәт һарайы һәм “Надежда Д” театр студияһы ла төрлө конкурстарҙа ҡатнашып үҙ баһаһын алды.
Дәүләт Думаһы депутаты Сермән ауылында граждандарҙы ҡабул итте. Ауыл халҡы ФАП-ты, амбулаторияны ремонтлау, Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү, газ үткәреү һәм башҡа һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итте. Ҡайһы бер объекттар буйынса проект-смета документтары әҙер, эксперттар ҙа ыңғай баһа биргән, тик ремонт эштәре башланмаған әле, тип борсола улар. Мөрәжәғәттәр контролгә алынды, тейешле ведомстволар тарафынан күҙ уңында тотоласаҡ, тине депутат.