Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
6 Сентябрь 2019, 00:48

Һәр яҡтан да отошло

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән республика райондарында һәр кесаҙна "Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре" үткәрелә башланы. Бындай кәңәшмәләр эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыуға, районға инвесторҙар йәлеп итеп, бизнесты үҫтереүгә, был өлкәлә яңы эш башлағандарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.

Беҙҙең районда "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" март аҙағында үткәрелә башланы. Бөгөнгә тик-лем 14 кәңәшмә уҙғарылып, унда бөтәһе 30 бизнес-проект ҡаралды. Әле был проекттарҙың берәүһе тамамланып, уңышлы эш башланы, ҡалғандарын 2019-2020 йылдарға тиклем тормошҡа ашырыу буйынса эш алып барыла.
Был аҙнала хакимиәт йортонда үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә август аҙағында эш башлаған тағы бер инвестицион проект ҡаралды. “БелорецкЛес” ойошмаһы директоры А.Г. Меркурьев үҙ пландары менән апрель айында уҡ хакимиәт башлығына мөрәжәғәт иткәйне. Бөгөн эшҡыуар ағас ҡалдыҡтарын яңынан эшкәртеп, яғыулыҡ пеллеттары етештерә башланы. Предприятие Тимер юл ауылында эшмәкәрлек алып бара. Инвестицион проектты тормошҡа ашырыу өсөн эшҡыуар бөтәһе 6 млн. һум аҡса тотонған. Был аҡсаға бинаның эсе төҙөкләндерелеп, электр уты менән тәьмин ителгән, ҡорамалдар һатып алынған һәм предприятиеға инеү, сығыу урынына ҡырсынташ түшәлгән. Эш башларҙан алда сәғәтенә 400 кг пеллет етештергән “ПЛ400” линияһын сафҡа ебәреү һынап ҡарала һәм 19 августа предприятие тулы ҡеүәткә эшкә тотона. Әле бында район һәм ҡаланан 12 кеше эшләй. Ломовка ауылындағы пилораманан сыҡҡан ҡалдыҡтар продукция етештереү өсөн төп сеймал булып тора. Предприятие район һәм ҡаланың ағас етештереү менән шөғөлләнеүсе башҡа эшҡыуарҙары менән дә килешеү төҙөп, бысҡы вағы һатып алырға әҙер. Бындай хеҙмәттәшлек ағас ҡалдыҡтарын дөрөҫ үтилләштереү һәм ҡайһы бер экологик проблемаларҙы хәл итеү йәһәтенән дә файҙалы. Бында етештерелгән продукция Рәсәй һәм халыҡ-ара дәүләт стандартына эйә. Әҙер пеллеттар Рәсәйҙә, яҡын сит илдә - Үзбәкстанда, Тажикстанда, Ҡаҙағстанда һатыуға сығарыласаҡ. Етештерелгән пеллеттарҙы Европа илдәренә - Италияға, Данияға, Голландияға сығарыуҙы ла эшҡыуар үҙ планына индергән. Бөгөн продукцияны Өфө, Орск, Магнитогорск ҡалаларының төрлө ойошма һәм предприятиелары, шәхси эшҡыуарҙар һәм ябай ҡулланыусылар ала башлаған.
Әлеге ваҡытта инвестор предприятиеға илткән юлды төҙөкләндереү буйынса ярҙам һорай. Был юлдың күп өлөшө Тимер юл ауылы биләмәһендә урынлашҡан, шуға күрә юл ремонтлау эштәре ауыл халҡы өсөн дә файҙаға ғына буласаҡ тип бара эшҡыуар. Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов мәсьәләне контролгә алырға һәм объектҡа барып яҡындан танышып, хәл итеү юлдарын тикшерергә вәғәҙә бирҙе.
Читайте нас: