Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Айыҡ ауыл» конкурсына старт биреүгә бер нисә ай үтте.
Муниципаль райондарҙың ауыл биләмәләре араһында уҙғарылған республика конкурсы ике этаптан тора. Тәүге этап муниципаль райондарҙа - 2019 йылдың 20 июленән 30 ноябргә тиклем муниципаль райондың хакимиәттәренә ҡараған ауылдар араһында үткәрелә. Унда бөтә ауылдар һәм ауыл биләмәләре ҡатнаша ала.
Икенсе, республика этабына, муниципаль райондарҙың еңеүселәре сыға. Конкурс 2019 йылдың 1 декабренән 2020 йылдың 20 мартына тиклем бара.
Еңеүселәр республика Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә:
- III урын - 150 мең һум.
Аҡсалата бүләк, Ойоштороу комитеты ҡарары буйынса, ауыл биләмәһен үҫтереү өсөн файҙаланыла. Конкурста әүҙем ҡатнашып, финалға еткән 10 ауыл биләмәһенә 30-ар мең һум тапшырыла. Бынан тыш, Ойоштороу комитеты район, ауыл биләмәһе башлыҡтары, мәктәп директорҙары, әүҙем йәмәғәтселәр иҫәбенән 20 кешене лә (уҡытыусылар, журналистар, пенсионерҙар, мәҙәниәт һәм спорт хеҙмәткәрҙәре) билдәләй. Улар Башҡортостан Хөкүмәте Дипломдары һәм 10-ар мең һум премия менән бүләкләнә.
Конкурсты ойоштороусылар булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, муниципаль райондарҙың хакимиәттәре, Ғаилә һәм хеҙмәт, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф, Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы сығыш яһай.
Беҙҙең райондан “Айыҡ ауыл” конкурсында Үҙән ауыл хакимиәтенән - Ҡаһарман, Егәҙе ауыл хакимиәтенән - Ботай, Шығай ауыл хакимиәтенән - Новобельский, Николаевка ауыл хакимиәтенән - Мәхмүт, Әзекәй ауыл хакимиәтенән - Ҡоҙғон-Әхмәр, Туҡан ауыл хакимиәтенән Туҡан ауылдары ҡатнашырға теләк белдерҙе. Әле ауыл хакимиәттәре, конкурс талаптарына ярашлы, документтар тултыра, төрлө сараларҙы үткәреү өсөн план әҙерләй.
Район-ҡала башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Теләүбаев әйтеүенсә, ҡоролтай был сараның уртаһында ҡайнай һәм республика кимәлендәге конкурста ҡатнашыусы ауылдарға ҡоролтайҙың төрлө өлкәләге комиссиялары вәкилдәре ошо ауылдарҙың координаторҙары итеп беркетелгән: Ҡаһарман ауылына Самат Мусин, Ботайға - Булат Яныбаев, Новобельскийға - Хәбир Шиһапов, Мәхмүт ауылына - Сатура Минһажитдинова, Ҡоҙғон-Әхмәргә - Зөбәржәт Суфьянова, Туҡанға - Мансур Һиҙиәтов.
БЫЛ КОНКУРС НИ ӨСӨН КӘРӘК?
Ойоштороусылар ауылдарҙы был конкурста әүҙем ҡатнашырға, эскелеккә ҡаршы бергәләп көрәшергә саҡыра. Конкурс ауылдарҙа һау балалар тыуһын, балалар һаны артһын, енәйәтселек кәмеһен өсөн ойошторола. Айыҡ тормош өсөн көрәштә йәш ғаиләләргә лә ҙур иғтибар бирелә. Шуға күрә айыҡ туйҙар үткәреү хуплана.
Сараның төп маҡсаты - кешеләр аңына айыҡлыҡтың тормош нормаһы булыуын һеңдереү, халыҡты ауыл тормошонда ҡатнашып йәшәһен өсөн берләштереү, күберәк иғтибарҙы халыҡтың сәләмәт йәшәү рәүешен хуплаған йолаларына йүнәлтеү. Конкурс барышында медиа киңлектәге әүҙемлек тә иҫәпкә алына.
Ауылдарҙа үткәрелгән бѳтә саралар ҙа гәзиттә донъя күрәсәк.
“Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусыларға уңыштар һәм еңеү теләйбеҙ.