Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
16 Сентябрь 2019, 13:03

Беҙгә табиптар килде

Ҡала поликлиникаһының конференц-залында Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының йәш хеҙмәткәрҙәр менән тулыланыуы уңайынан тантаналы йыйылыш уҙҙы. Йәйен бында йәмғеһе 30 кеше - 7 табип һәм 23 Белорет медицина колледжын тамамлаусылар үҙҙәренә хеҙмәт урыны тапты.

Силәбе ҡалаһынан Белоретҡа күсергә йѳрьәт иткән табип-неврологтар ғаиләһе - Мария һәм Владимир Батуевтар беҙҙең тарафты эш юҡлыҡтан түгел, ә, тәү сиратта, тауҙар һауаһын һулар, экологик йәһәттән таҙа тѳйәктә йәшәр ѳсѳн һайлаған. Владимир Николаевич Дауахана ҡаласығының неврология бүлегендә, ә хәләле ҡала поликлиникаһында сирлеләрҙе ҡабул итә.
Йәнә бер табиптар ғаиләһе Сибайҙан килгән. Ғәлим Дәүләтов һѳнәре буйынса невролог, ә ҡатыны Әлфиә Әнис ҡыҙы - клиник лаборотория диагностикаһы табибы. Ѳс бала тәрбиәләгән ғаилә әлегә кеше фатирында тора, торлаҡ ѳсѳн сығымды дауахана үҙ ѳҫтѳнә алған.
Ѳфѳнѳ Белоретҡа алмаштырған балалар хирургы Айҙар Хәлитов иһә 1-се хирургия бүлегендә хеҙмәтен дауам итә. Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы был йәш табиптың да фатир ѳсѳн сығымын үҙе түләй.
Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған йәштәр - педиатр Кирилл Ғәзизов һәм дѳйѳм гигиена табибы Илдар Дәүләтбаев, ординатуранан һуң үҙәк район клиник дауаханаһына рентгенолог булып эшкә урынлашҡан Елена Закирова ла үҙ һѳнәрҙәренән, яңы коллективтан ҡәнәғәт. “Тыуған ҡаламда хеҙмәт юлын башлауыма сикһеҙ шатмын. Тәжрибәле коллегаларымдың йылы ҡаршы алыуҙары, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙып, кәңәш-тѳңәш итеүҙәре, һис шикһеҙ, иғтибарға лайыҡ”, - ти балалар поликлиникаһының йәш педиатры Кирилл Ғәзизов.
Быйыл Белорет медицина колледжын тамамлап, ошо ҡалала эшле булған акушерҙарҙы, фельдшерҙарҙы, шәфҡәт туташтарын да ихлас тәбрикләне залдағылар.
Медицина ѳлкәһендәге яңы кѳстәр менән танышыу, уларҙы тәбрикләү, ауыр һѳнәрҙәрендә уңыштар теләү ниәте менән сараға килгән Владислав Миронов дауахана етәкселеге менән берлектә райондың һаулыҡ һаҡлау ѳлкәһендәге хәлдәрҙе кѳйләй алыуҙарына, Белорет дауаханаһының республикала алдынғылар рәтендә булыуына ҡыуанысын белдерҙе.
Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Лилиә Әхмәтова һәм үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Евгений Кустов иһә йәштәргә дәртләнеп эшләр, һѳнәри йәһәттән үҫер ѳсѳн бѳтѳн шарттарҙың да булдырылыуын вәғәҙәләп, һәммәһенә лә емешле хеҙмәт теләне.
Читайте нас: