Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
16 Сентябрь 2019, 12:57

Халыҡ һаулығын ҡайғыртып

Быйыл март айында Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтендә 2018- 2020 йылдарға тиклем 100 кешенән 2 меңгәсә халҡы булған ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары, врач амбулаториялары булырға, ә бәләкәй ауылдарҙа кәрәкле диагностик ҡорамалдар менән йыһазландырылған мобиль медицина комплекстары эшләргә тейеш тип белдергәйне.

Ошо көндәрҙә райондың Йөйәк ауылы халҡы ла үҙ тарихына шатлыҡлы һәм иҫтәлекле ваҡиға теркәне. Бында күптән көтөлгән модулле ФАП асылды.
Модулле ФАП булдырыу, капиталь төҙөлөштән айырмалы рәүештә, аҙ сығымдар талап итә. Документтар әҙерләп, Йөйәк ауылында ФАП төҙөү өсөн ни бары 9 ай кәрәк була, бының өсөн 3 млн. һумға яҡын аҡса тотонола.
Бөгөн йөйәктәр йылы һәм яҡты бинала заманса медицина ярҙамы ала. Бинала ҡабул итеү, прививка яһау, ҡарау кабинеттары, пациенттар өсөн көтөү бүлмәһе бар. Шулай уҡ бында ауыл халҡы медицина препараттарын да һатып ала. Кабинеттарҙа медицина препараттарын һаҡлау өсөн ике һыуытҡыс, медицина хеҙмәткәрҙәренә көн дә кәрәкле йыһаздар бар.
Йөйәк ауылы райондың ҙур ауылдарының береһе. Бында 920 кеше йәшәй, шуларҙың 593-ө урта йәштәгеләр. Ауыл мәктәбендә 94 бала уҡый, ике мәктәпкәсә төркөм эшләй. Халыҡ һаны күп булғанлыҡтан, ФАП мөдире, фельдшер Гүзәл Лотфулла ҡыҙы Исҡаковаға һәм акушер Вилиә Мансаф ҡыҙы Мөхәмәтшинаға ла (һүрәттә һулдан уңға) эш етәрлек. Уларға ярҙам һорап, көнөнә 8-10 кеше килә. Бынан тыш, бер йәше тулмаған балаларға өйҙәренә барып патронаж яһарға ла тура килә.
Ауылда модулле ФАП асыу тантаналы шарттарҙа үтте. Унда район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, үҙәк район клиник дауаханаһының баш врачы Евгений Кустов, Йөйәк ауыл хакимиәте башлығы Радим Салауатов, күрше Ғәбдөк ауылының медицина хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы ҡатнашты. Етәкселәрҙең ҡотлау һүҙҙәренән һуң, элекке ветеран-терапевт Абдулла Миһранов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Земфира Хәйретдинова ла ауылдаштарына изге теләктәрен еткерҙе. Илгиз Сафый улы Йөйәк хакимиәтенең абруйлы кешеләре - Гөлсирә Салауатоваға, Сәүиә Закироваға һәм Рәүфә Айытбаеваға “Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл” юбилей миҙалын тапшырҙы. Тантаналы сараны мәктәп уҡыусыларының, ауылдың фольклор ансамбленең концерт номерҙары биҙәне. Рәсми өлөштән һуң, ҡыҙыл таҫманы киҫкәс, ҡунаҡтар яңы ФАП менән яҡындан танышты.
Йөйәк ауылында модулле ФАП асыу муниципаль райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә барған эштәрҙең бер өлөшө генә. Быйыл ошондай уҡ амбулаторияларҙы райондың Ломовка, киләһе йылда Исҡушты ауылдарында асыу, Ҡаһарман, Ҡоҙғон-Әхмәр, Әзекәй, Отнурок ауылдарындағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарына капиталь ремонт яһау планға индерелгән. Новобельский, Рысыҡай, Хөсәйен ауылдарындағы учреждениеларға ла капиталь ремонт яһау буйынса документтар әҙерләнә. Үҙебеҙҙең тырышлыҡ, Республика етәкселәре ярҙамы менән был пландар ҙа уңышлы тормошҡа ашыр тигән ышаныс ҙур.
Читайте нас: