Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
23 Сентябрь 2019, 16:07

Ғаилә өсөн мөһим ваҡиға

Бөгөн илдә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү иң мөһим проблемаларҙың береһе булып һанала. Айырыуса яңы ғына ғаилә ҡорғандарҙың үҙ мөйөшөн булдырырға хәленән килмәй. Нәҡ бына ошондай осраҡтарҙа төрлө дәүләт программалары ярҙамға килә лә инде. Был йәһәттән Башҡортостанда “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү”, “Йорт комплекты ”, “Социаль ипотека”, “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” программалары уңышлы эшләп килә. Беҙҙең районда иһә йәш ғаиләләр һуңғы программа менән уңышлы файҙалана.

Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәте йортонда күп балалы ғаиләләр торлаҡ һатып алыуға дәүләттән финанс ярҙамы алды. Торлаҡ һатып алыу һәм йорт төҙөү өсөн социаль түләүҙәр алыуға сертификаттарҙы муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев тапшырҙы. Тантаналы сарала район һәм ҡаланың ете ғаиләһе бөтәһе 7,4 млн. һум лыҡ сертификат алып, үҙ мөйөшөн булдырыу мөмкинлегенә эйә булды. Социаль түләүҙәр дәүмәле ғаилә ағзалары иҫәбенән һәм торлаҡ майҙанының уртаса баҙар хаҡынан сығып билдәләнде.
Илгиз Теләүбаев ғаиләләрҙе тормоштарындағы мөһим ваҡиға менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Сертификатҡа эйә булыусылар ҙа, үҙ сиратында, дәүләткә һәм муниципаль район хакимиәтенә рәхмәтен белдерҙе.
Динара һәм Хәнәф Шәйәхмәтовтар (һүрәттә) Сермән ауылында йәшәй. Динара ауылда балалар баҡсаһында, ғаилә башлығы көн һайын ҡалаға йөрөп эшләй. Ѳс бала тәрбиәләгән ғаилә быға тиклем Хәнәфтең әсәһе менән бергәләп йәшәй. Шәйәхмәтовтар торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға дәүләт ярҙамы алыу өсөн 2010 йылда сиратҡа тора. Быйыл, ниһайәт, улар үҙҙәренең күптән көткән хыялын тормошҡа ашыра. Әлеге ваҡытта финанс ярҙамы алған йәш ғаилә ҡаланан фатирмы, йәиһә ауылдан йорт алырғамы икәнен хәл итә.
Читайте нас: