Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
27 Сентябрь 2019, 13:46

Һанлыға күсәбеҙ

Илебеҙҙә телевидение өр-яңы этапҡа баҫа. 14 октябрҙән барлыҡ федераль каналдар һанлы тапшырыу алымына күсеү сәбәпле, ундағы телетапшырыуҙар туҡтатыла.

Тапшырыуҙарҙы ябай антенна менән ҡараусыларға, юлдаш, кабель каналдарын алыштырырға теләүселәргә һанлы форматҡа күсеү сараһын күрергә кәрәк, ваҡыт етеү менән сифатлы тапшырыуҙар урынына ҡара экран сығыуы ихтимал. Ә бына Аҙналы ауылынан Лениза һәм Сынтимер Лоҡмановтарға бошонорға урын юҡ. Улар, таныштарында күреп, август урталарында ҡаланың 5 июль урамында урынлашҡан “13-сө магазин”ынан 1100 һумға приставка һатып алып, һанлы телевидениеға күсеп тә ҡуялар. Уларға белгестәргә, ирекмәндәргә мөрәжәғәт итергә лә тура килмәй. Бының өсөн антенна һәм өлкән улдарының ярҙамы ла етә. Хужаларҙың телевизоры 2014 йылдан һуң етештерелгән булһа, приставка алып тороу ҙа кәрәкмәҫ ине, сөнки Аҙналы телетапшырыуҙар тотмаған зонаға инмәй. Бының өсөн 2014 йылдан һуң етештерелгән телевизоры булған кешеләргә дециметрлы диапазонлы антеннаға эйә булыу ҙа етә. Хәҙер Лоҡмановтар өс канал урынына сифатлы 20 телеканал ҡарап, өс радиостанция тыңлап кинәнә.
“Ауылда йәшәгәс, зәңгәр экрандар артында ултырырға ваҡыт та юҡ, һәр мәле ҡәҙерле. Быға тиклем “Беренсе канал”, “Рәсәй-1”, Башҡортостан юлдаш телеканалын ҡараныҡ. Һанлы телевидениеға күсеү менән каналдар ҙа артты. Төп каналдарҙан тыш, “Рен ТВ”, “ТВ-3”, “Пятница” каналдарын ҡарайбыҙ. Тик БСТ каналының юҡлығы ғына күңелде төшөрә. Ысулын табырбыҙ әле. Ауылдаштарыбыҙҙың күбеһе кабель операторҙары хеҙмәте, юлдаш антенналары менән файҙалана”, - ти Лениза Ғәзиз ҡыҙы (һүрәттә).
Эйе, Лоҡмановтарға телевизор алдында ултырыу һирәк тейә. Уҡытыусылар ғаиләһенә ауыл мәшәҡәттәренән тыш, дәрестәр планын, программаларын да әҙерләргә кәрәк бит. Шулай ҙа кистәрен, бар ғаилә бергә йыйылғанда, яратҡан каналдарын ҡарау мөмкинлеге тейә. Хәҙер һәр ғаилә ағзаһының яратҡан каналы бар. Йорт хужаһы төрлө матчтар ҡарай алһа, III класта уҡыған Илгизәр элек күршелә йәшәгән өләсәһе менән олатаһына “Карусель” каналын ҡарарға йүгерһә, хәҙер ул “СТС” каналындағы мажаралы, фантастик фильмдарҙы үҙ итә. Һанлы телевидениеның өҫтөнлөк тәре күп. Экрандағы сағылыштың, тауыштың күпкә сифатлыраҡ, таҙараҡ булыуын, каналдар һанының күплеген, башҡа ыңғай яҡтарын билдәләргә мөмкин. Ике пакетты бушлай ҡарау мөмкинлеге буласаҡ. Беренсеһенә, “Беренсе канал”, “Рәсәй-1”, “Матч ТВ”, НТВ, “Петербург-5 канал”, “Рәсәй К”, “Рәсәй 24”, “Карусель”, ОТР, “ТВ-Центр” һәм “Вести FM”, “Маяк”, “Радио России” каналдары инә. Икенсе мультиплекс - СТС, ТНТ, Рен-ТВ, “Пятница”, Спас, “Домашний”, “Звезда”, “ТВ-3”, “Мир”, “Муз-ТВ”. Насар ишеткәндәр өсөн ҡайһы бер каналдарҙа субтитрҙар ҡаралған. Һанлы телевидение тотҡан зонала йәшәүселәр иғтибарына! Әгәр ҙә телевизорығыҙ DVB-Т2 стандартын тота икән, ул ваҡытта сигналды ҡабул итеү өсөн дециметрлы йәки тулҡынлы антенна һатып алыу мөһим. Телевизорығыҙ был стандартты ҡабул итмәгән осраҡта, приставка һәм тулҡынлы антенна һатып алырға кәрәк буласаҡ.
Һанлы телевидение тотҡан зонала йәшәгән айырым категория граждандарына приставка һатып алған өсөн компенсация алыу мөмкинлеге бар. Компенсация күләме приставка хаҡына ҡарап билдәләнә. Уны алыу өсөн 2019 йылдың 25 декабренә тиклем ғариза һәм тейешле документтар туплап, Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең Белорет филиалына (Ленин урамы, 51а, тел. 8(34792)3-06- 23) йәки Күп функциялы үҙәккә (тел. 8(34792)3-09-00) мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ҡабул ителгән күрһәтмәгә ярашлы, матди ярҙам федераль социаль түләү алған пенсионерҙарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә күрһәтелә. Шулай уҡ, республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, ҡарттар һәм инвалидтар йорттарында йәшәүсе пенсионерҙар, насар ишеткән граждандар ташламаға хоҡуҡлы. Компенсация бер тапҡыр бирелә. Хужалыҡ алып барған, шунда эшләгән, кеше менән йәшәгән граждандар, дәүләттән матди ярҙам алһа, түләүҙәр алмаясаҡ.
Йөйәк ауыл хакимиәте башлығы Радим Ғәриф улы Салауатов әйтеүенсә, хакимиәттә айырым категория граждандарынан ғариза ҡабул ителеп, Йөйәктә - 49, Ғәбдөк 28 махсус ҡоролма бушлай урынлаштырылған.
Һанлы телевидение тотмаған тораҡ пункттарҙа йәшәүселәргә иһә юлдаш ҡоролмаһы комплекттарын һатып алырға тура киләсәк.
Һорауҙарығыҙ булһа 8-800-347-00- 55 телефоны буйынса республикалағы ҡыҙыу линияға шылтырата алаһығыҙ.
Читайте нас: