Ерҙәребеҙ талана, урман-ҡырҙарыбыҙ һатыла, тауҙарыбыҙ аҡтарыла, йылға-һыуҙарыбыҙ ҡорой, ағыулана, иң ҡурҡынысы - телебеҙ юғала, тел бөтһә - милләтебеҙ юҡҡа сығасаҡ. Эшһеҙлек, эскелек хөкөм һөрә. Атай, ағай, егеттәребеҙ - Себерҙә.
Ауылдарҙа мәктәптәр ябыла, башҡорт теле дәрестәре ҡыҫҡартыла, балаларыбыҙ үҙ телендә һөйләшә белмәй, тимәк, башҡортса китап - журналдарыбыҙ, гәзиттәребеҙ уҡылмай. Беҙ ҡайҙа барабыҙ? Милләт булараҡ юҡҡа сығабыҙмы? Хөрмәтле, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Әсәй, өләсәй, апайҙарыбыҙ, һеҙ ҡайҙа? Беҙ ошоға тыныс ҡына ҡарап ятабыҙмЫ? Беҙ был хәлдәргә битараф ҡала алмайбыҙ! "Ағинәй" ойошмаһы юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәгән бит. Ул беҙгә оло бурыс йөкмәткән. Беҙ тормоштоң уртаһында ҡайнап, башҡорт халҡында милли рух тәрбиәләү, милләтебеҙҙе алға этәреүгә, егет-ҡыҙҙарыбыҙҙы эскелек, наркомания тоҙағынан ҡурсалауға ҙур өлөш индерергә тейешбеҙ. Иң мөһим бурыс - телде һаҡлап ҡалыу. Ә телде һаҡлау - ул ғаиләлә, бөтә ерҙә лә үҙ телеңдә иркен һөйләшеү, башҡорт әҙәбиәтенә битараф булмау, гәзит-журналдарҙы алдырып уҡыу. Беҙҙең ҡулдан килерлек эштәр ҙә бар. Беҙ шул эште - башҡорт матбуғатын юғалтыуҙы туҡтатырға бурыслыбыҙ тип һанайым. Һәр ағинәй һәр ауылда тәүҙә үҙебеҙҙең райондың “Урал” гәзитенә яҙылһын, уҡыһын. Үҙе генә түгел, ә һәр ағинәй өс кешене өгөтләп гәзитебеҙгә яҙҙырһын тип оран һалам. Шәхсән үҙем “Урал”дан айырылғаным юҡ, тағы ла биш кешене яҙҙыртам тип һүҙ бирәм. Почтальондарҙы өйҙә көтөп ятмай, үҙебеҙ барып яҙылайыҡ, ауылдар халҡын өгөтләйек! “Урал” гәзите тик район-ҡала башҡорттары тураһында яҙа бит. Ә маҡтап, ҡотлап, һәр ваҡыт яҙып торған кешеләр ҙә гәзитте алдырмай. Оят түгелме? Хурлыҡ! Әйҙәгеҙ, ағинәйҙәр, һеҙ абруйлы, әүҙем, тырыш ҡатын-ҡыҙҙар, өлгө күрһәтәйек, бөтәбеҙ ҙә үҙебеҙҙең “Урал” гәзитенә яҙылайыҡ һәм һәр беребеҙ тағы өсәр кешене өгөтләйек. Бына шунда инде беҙ милләтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡларға тип һалынған бурысыбыҙҙың бер бәләкәй генә өлөшөн үтәнек тип ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алырбыҙ.