Ошо ҡағиҙәне күҙ уңында тотоп, Белореттың әүҙемдәре лә "Ғүмергә 10 мең аҙым" Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге, Йәштәрҙең ял үҙәге ярҙамы менән был сара Белоретта икенсе тапҡыр ойошторола. Акцияның маҡсаты ла аңлашылып тора - мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙе йәйәү йөрөргә, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү.
Ирекмәндәрҙән, студенттарҙан торған колонна Металлургтар майҙанынан Блюхер һәйкәленә тиклем барып, кире урап килде. Акцияла ҡатнашыусылар яҡшы кәйефтә, дәртләнеп ҡайтты.
Ә апрелдә ойошторолған Бөтә Рәсәй акцияһы илдең 150 ҡалаһы һәм ауылында үткәйне.
Сәләмәт булғығыҙ килһә, һеҙ ҙә күберәк йәйәү йөрөгөҙ. Юҡҡа ғына ололар “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тип әйтмәгәндер бит.