Мәғлүмәт-консультация үҙәге агрономы Вәкил Яҡупов белдереүенсә, йылдың нисек килеүенә ҡарамай, хужалыҡтар ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы әҙерләгән. Райондың фермер хужалыҡтары мал аҙығын әҙерләүгә июль баштарында төштө һәм әлеге көндә мал аҙығы әҙерләү тамамланды. Тәүгеләрҙән булып бесән әҙерләүҙе Рөстәм Мөхәмәтдинов, Илгиз Һарунов фермер хужалыҡтары тамамланы. Мәғлүмәттәр буйынса, районда мал аҙығы культуралары 7245 гектарҙа сәселгән. Шуның 7045 гектарын - күп йыллыҡ үлән, 200 гектарын ҡатнаш аҙыҡ тәшкил итә. Сабылған үлән сенажға, эҫкерттәргә һалынған, пресланған.
Ошо көндәрҙә Биктимер Ғәлиндың фермер хужалығында ла, 40 гектар майҙанда, кукурузды сабып, силосҡа һалғандар. Һауа торошоноң яҡшы тороуынан файҙаланып, кукуруз бер нисә көндә йыйып алынған.
Шәхси хужалыҡтарҙа иһә мал аҙығы әҙерләү күптән тамамланған. Йылдың һалҡын, ямғырлы булыуы сәбәпле, ауыл халҡы ла йүнләп бесән эшләй алманы тиерлек. Пайҙарын, сабынлыҡтарын ҡалдырып тороп, урманда бесән эшләргә мәжбүр булды, Архангел һәм башҡа райондарҙан пресланған бесән һатып алды.