Шулай тип таныштырҙы үҙҙәрен Белорет металлургия колледжының III курс студенттары Наил Мөжәхмәтов һәм Денис Йосопов ҡаланың Нижнее Селение биҫтәһендә йәшәгән оло йәштәге хужабикәнең мөрәжәғәте буйынса килгәндәрендә. Был һанлы телевидение буйынса ирекмәндәрҙең тәүге заявкаһы булды.
14 октябрҙә Башҡортостан һәм илдең 20 төбәге һанлы телевидениеға күсеүҙе тамамлай. Был дүртенсе һәм һуңғы этап. Шул мәлдән бөтә ил яҡшы сифатта бушлай 20 канал ҡарай ала. Әгәр ҙә телевизорың иҫке икән, сигналды приставка ғына ҡабул итәсәк. 14-енән һуң тейешле аппаратураны тоташтырып өлгөрмәгән ҡулланыусыларға экранда ни өсөн республиканың "цифр"ға күсеүе, бының өсөн телевизор хужаларына нимә эшләргә кәрәклеге тураһында мәғлүмәт ролигы күрһәтеләсәк, бына шул мәлдә генә улар хәлдең айышына тулыһынса төшөнәсәк. Ә телевизорығыҙҙы көйләүҙә һеҙгә ирекмәндәр ярҙамға килә. Тимәк, ирекмәндәр ҙә һанлы телевидениеға күсеүҙә мөһим роль уйнай. Бының өсөн уларҙың үҙҙәренә лә уҡырға кәрәк.
Шуны күҙ уңында тотоп, муниципаль район хакимиәте етәкселеге Белорет, Межгорье, Әбйәлил, Бөр-йән, Учалы райондарынан ирекмәндәрҙе саҡырып, һанлы телевидениеға күсеү буйынса уҡыуҙар үткәрҙе. Улар ҡала-районда яңғыҙ йәшәгән ололарға, ярҙамдарына мохтаждарға барып, приставкаларын көйләп бирәсәк. “Рәсәй телевизион һәм радио тапшырыуҙар селтәре” үҙәгенең Белорет филиалы белгестәре аналог телевидениенан һанлыға күсеүҙең өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне, бының өсөн ниндәй ҡорамалдар - антенна, приставка кәрәклеген бәйән итте. Филиал инженерҙары Камил Мостафин һәм Рөстәм Юлдашев приставка менән телевизорҙы нисек көйләү, пульт менән эшләү нескәлектәрен аңлатты һәм күрһәтте. Белгестәр дециметрлы сигналды тотоу үҙенсәлектәре тураһында ла һөйләне. Антеннаны ябыҡ урындарҙа сигналды ҡабул итһен өсөн 10-30 метрҙа урынлаштырыу талап ителә. Шулай уҡ электр линияларының һәм ҡеүәтле трансформаторҙарҙың 50 метрҙан да яҡын урынлашмауын да иҫәпкә алырға кәрәк. Күп фатирлы йорттарҙа сигналды ҡабул итеүҙе ойоштороуҙа ла үҙенсәлектәр бар. Тәжрибә күрһәтеүенсә, әгәр юғары ҡаттарҙа йәшәүселәрҙең сигналы тотороҡло икән, түбән ҡаттағыларҙың насар булыуы ихтимал. Был осраҡта бер нисә ҡулланыусыға дөйөм антенна, кабель һәм көсәйткес һатып алырға тура киләсәк. Бүлмә антенналарының файҙаһы булмаясаҡ. Компания идарасылары мәсьәләне ентекле өйрәнеп, антенна менән ҡоролма комплектын 40 мең һумға баһаланы.
Республикала халыҡтың 95,5 проценты 216 яңы телевизион башнянан һанлы сигналды ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә. Белореттар өсөн ошондай башня Ломовкала урынлашҡан.
Ирекмәндәр 8-800-347-00-55 телефоны буйынса “ҡыҙыу линия”ға ярҙам кәрәклеге тураһында мәғлүмәт ҡалдырғандан һуң ғына йортоғоҙға йә фатирығыҙға киләсәк. Һеҙгә ярҙамға килгән ирекмән исем-шәрифе яҙылған, муниципаль район хакимиәтенең мисәте баҫылған танытмаһын күрһәтергә тейеш. Был мутлашыу осраҡтарынан һаҡланыу сараһы. Икәү булһалар ҙа ғәжәпләнмәгеҙ. Был уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн кәрәк. Ирекмәндәрҙең ярҙам иткән өсөн, ҡорамалдарҙы көйләгән, тоташтырған өсөн һеҙҙән аҡса талап итеү хоҡуғы юҡ. Ҡорамалды тоташтырыу өсөн нимәлер етмәй икән, улар һеҙгә ярҙам күрһәтә алмаясаҡ. Ирекмәндәр һанлы эфирға тоташтырыуҙа ғына түгел, ҡорамалдарҙы дөрөҫ һайлау буйынса ла булышасаҡ.
Башҡортостанда һанлы телевидениеға күсеүгә “Рәсәй телевизион һәм радио тапшырыуҙар селтәре” үҙәге филиалы яуаплы. Ирекмәндәр ҡыйыҡҡа менмәй, антеннаны әйләндереп ҡуймай, розеткалар алыштырмай, юғары көсөргәнеш аҫтында ҡоролманы һүтмәй. Йорт хужалары эш башҡарыусыларҙы үҙе табырға бурыслы.
Әлеге көндә Белоретта һанлы телевидение буйынса 70-ләп ирекмән шөғөлләнә. Улар координаторҙар менән заявкалар буйынса көнөнә 15-20 адресҡа сыға. Ә ауыл хакимиәттәре был эште үҙҙәре яйға һалырға тейеш. Муниципаль район хакимиәте яҡын арала район халҡын хеҙмәтләндереү өсөн техника бүленәсәге, ирекмәндәрҙең заявкалар буйынса ауылдарға ла сығасағын әйтте.