Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
30 Октябрь 2019, 19:11

Йөрәктәрҙә булһын изгелек

Ҡаланың Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге ремонт эштәренән һуң йәнә ишеген асты. Был көндө саҡырылған ҡунаҡтар, Үҙәктә шөғөлләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашлығында “Әгәр йөрәктә изгелек йәшәһә” тип аталған байрам сараһы уҙҙы.

Капиталь ремонт август айында башланған. Дәүләттән ремонт өсөн 5 млн. һумдан ашыу аҡса бүленгән. Түбә таҡталарын, иҙән, ишектәрҙе ремонтлау һәм яңыртыу, стеналарҙы буяу, бинаның нигеҙен нығытыу, инеү урыны алдындағы козыректарҙы яңыртыу эштәрен “Монтаж-ремонтлау идаралығы” подрядсылары атҡарған.
Тантаналы сараны “Карнавал” шоу-балет студияһы дәртле бейеү менән башлап ебәрҙе. Үҙәк тәрбиәләнеүселәре Соня Шаталованың “Әгәр йөрәктәрҙә изгелек йәшәһә” шиғыры яңғырағандан, Тимерйән Йыһаншин башҡарыуында ҡурайҙа төрлө көйҙәр тыңлағандан һуң, һүҙ Үҙәк директоры Елена Булавкоға бирелде. Ул Үҙәктең барлыҡҡа килеү тарихы, унда сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ниндәй хеҙмәттәр күрһәтелеүе, реабилитацияланған балаларҙың алға китеү динамикаһы, ата-әсәләргә психолог, дефектолог, логопедтан, дауалау физкультураһы инструкторынан кәңәштәр алыу мөмкинлеге лә булыуын әйтеп китте:
- Үҙәк Белорет һәм Баймаҡ ҡала-райондарынан, Межгорье, Сибай ҡалаларынан, Бөрйән, Архангел, Учалы, Әбйәлил райондарынан балаларҙы ҡабул итә.
Бөгөнгө көндә беҙҙең районда 483 инвалид бала теркәлгән. Уларҙың биш йәшенә тиклем үк үҫешендәге тотҡарлыҡтарҙы асыҡлау кѳнүҙәк мәсьәлә булып тора. Проблема ни тиклем тиҙерәк асыҡланһа, дауалау нәтижәһе шул тиклем юғары була.
Ағымдағы йылдың октябренән алып Үҙәктә иртә ярҙам итеү бүлеге эшләй. Шулай уҡ “Арский ташы” ял базаһында асыҡ һауала тѳҙѳлгән яңы манежда йәй буйы иппотерапиялар уҙғарылды. Күнекмәләрҙе Өфө ҡалаһының иппотерапия үҙәге хеҙмәткәрҙәре ярҙамында башланыҡ. Бынан һуң был йүнәлештә үҙ белгесебеҙ эшләйәсәк.
Үҙәктә бөтә категория инвалидтары өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Пандустар, һикәлтәнән мендереү ҡоролмаһы, тактик таблицалар, мәғлүмәт стенды, хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырыу өсөн тауыш биреү нөктәләре бар, - тине Елена Владимировна һәм ремонт эштәренән һуң Үҙәкте тәртипкә килтереү өсөн көс түккән хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен белдерҙе.
Ҡотлау һүҙҙәре менән муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, Дистанцион мәктәп директоры Наталья Кроткова сығыш яһаны. Тантаналы сара Данил Тэн башҡарыуындағы йыр менән йомғаҡланды.
Байрам сараһының икенсе өлөшөндә балалар һәм ата-әсәләр өс төркөмгә бүленде. “Күктәр” “Ҡайынлы болон” тип аталған оҫталыҡ дәресендә ҡатнашып, төҫлө буяуҙарҙан картина эшләһә, “Ҡыҙылдар” төркөмө “Ныҡлы дуҫлыҡ” тигән мауыҡтырғыс спорт уйынында, ә “Аҡтар” “Бәхет ҡошо” оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Һуңынан барыһы ла һабын ҡыуығы шоуын ҡараны.
Читайте нас в