Ауылдың ҡап уртаһында урынлашҡан был обелиск хәҙер күптәрҙең иғтибарын үҙенә тарта, сөнки капиталь ремонттан һуң ул заманса төҫ алды. Яңыртылған обелискыны асыу тантанаһына муниципаль район хакимиәте башлығының кадрҙар буйынса урынбаҫары Рим Хәзиев, район Советы депутаты Рафаэль Фәрүәзов килде, урындағы хакимиәт башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Обелискыға венок һалғандан һуң, барыһы ла тын ҡалып, яугирҙарҙы иҫкә алды.
Район хакимиәте башлығының кадрҙар буйынса урынбаҫары Рим ХӘЗИЕВ:
- Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын ҡаршылағанда обелиск һәм уның майҙанына капиталь ремонт үткәреү - Абҙаҡ халҡы өсөн мөһим ваҡиға һәм ауыл тарихына яҙырҙай ҙур сара ул. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар ҡаһарманлығы һәр беребеҙҙең, бигерәк тә йәш быуындың күңелендә йәшәргә тейеш. Ауылдың йәштәре үҙ батырҙарын, улар кисергән ауырлыҡты белергә, үҙ тарихын өйрәнергә бурыслы. Был обелиск һуғышта үлгән һәм һуғыштан тере ҡайтҡан яугирҙарға мәңгелек дан символы булһын. Капиталь ремонт «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» муниципаль программаһы буйынса эшләнде. Майҙансыҡҡа асфальт йәйелде, матур эскәмйәләр ҡуйылды, тирә-яғы кәртәләп алынды, Мәңгелек ут тоҡандырылды, ауыл халҡына ял итеү өсөн уңайлы мөхит булдырылды. Был программа районда 2017 йылда “Берҙәм Рәсәй” партияһы проектына ярашлы башланды. Быйыл программа буйынса 16 йәмәғәт территорияһы төҙөкләндерелде, уларҙың 9-ы ҡалала, 7-һе районда. Барығыҙҙы ла район Советы һәм хакимиәте исеменән ҙур сара менән ҡотлайбыҙ.
Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә МӨХӘМӘҘИЕВ:
- Был ваҡиға береһен дә битараф ҡалдырмаҫ, тип уйлайым. Сөнки төрлө милләт һалдаттары менән бергә Абҙаҡ яугирҙары ла батырҙарса алышҡан. Уларҙың күптәре яу яланында ятып ҡалған. Шуның өсөн беҙ, ваҡыт сылбырын тергеҙеп, яңыртылған обелиск асыу тантанаһына йыйылдыҡ. «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса майҙансыҡты һәм обелискыны яңыртыу өсөн 1 миллион 288 мең һум аҡса бүленде. Һуңғы йылдарҙа ил буйынса меңәрләгән обелискылар, һәйкәлдәр яңыртыла һәм был сәйәсәт дөрөҫ тә. Ололар күрһәткән изге эш йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләр һәм үрнәк булыр тип ышанам.
Эйе, һуңғы ике йылда өҫтөнлөклө проектты тормошҡа ашырыуҙа республиканың 63 муниципаль берәмеге ҡатнаша. Муниципаль программаларҙы финанслауға йүнәлтелгән дөйөм саралар күләме 1 миллиард һумдан ашыу, шул иҫәптән федераль бюджеттан 891 миллион һум, республика ҡаҙнаһынан 175 миллион һум тәшкил итә. Урамдарҙы яҡтыртыу өсөн республика буйынса быйыл 630 миллион һум бүленгән. Ял итеү майҙансыҡтары, парктар, автомобиль туҡталҡалары, һәйкәлдәрҙе яңыртыу, контейнер майҙансыҡтары һәм скверҙар төҙөү буйынса эштәр башҡарыла. Балалар өсөн заманса уйын комплекстар