Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
8 Ноябрь 2019, 18:50

Берҙәмлектә беҙҙең көс

Халыҡтар берҙәмлеге көнө район-ҡалала киң билдәләнде. Мәктәптәрҙә, мәҙәниәт усаҡтарында төрлө саралар, концерттар үтте. 160 милләт татыу, берҙәм һәм бер бөтөн булып йәшәгән республика икәнебеҙҙе йәнә лә бер ҡат раҫланы был көн.

“Заманса ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһына ярашлы, ҡала Мәҙәниәт һарайы артында барлыҡҡа килгән “Еңеүҙең 70 йыллығы” скверын асыу тантанаһында колледж, училище студенттары һәм ҡала халҡы ҡатнашты. Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов сығыш яһап, был йәмәғәт урынын халыҡтың, балаларҙың яратҡан ял итеү ерҙәренең береһенә әйләндереү маҡсатында төҙөкләндереү эштәре дауам ителәсәген һәм был юҫыҡта эштәр алып барылыуын әйтте, барыһын да байрам менән ҡотланы. Бығаса ағас-ҡыуаҡтар баҫҡан майҙан хәҙер матур итеп кәртәләнгән, асфальт түшәлгән йәйәүлеләр зонаһы булдырылған, эскәмйәләр, сүп-сар урналары һәм яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған. Майҙандың уртаһында тыныслыҡты, татыулыҡты сағылдырған күгәрсен һүрәте төҫлө таштар ярҙамында һынландырылған.
Артабан байрам сараһы маршал Василий Константинович Блюхер етәкселегендәге рейдта ҡатнашҡан белореттар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориал эргәһендә дауам итте. “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы, ҡала халҡының тауыш биреү һөҙөмтәһендә 2018 йылда башланған масштаблы реконструкция барышында һәйкәл һәм мемориал ремонтланған, баҫҡыстар һәм асфальт ҡатламы яңыртылған, баҫҡыстарға яндауырҙар, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған, эскәмйәләр урынлаштырылған.
Байрамға йыйылыусыларҙы ҡотлап, Владислав Геннадьевич:
- Халыҡтар берҙәмлеге көнө байрамы Рәсәйҙәге күп милләтле халыҡтар дуҫлығын, ойошҡанлығын һәм берҙәмлек символын сағылдыра. Был көндө беҙ тарихи үткәндәребеҙ өсөн бурысыбыҙҙы ҡайтарабыҙ, Ватаныбыҙҙы һаҡлаусылар алдында баш эйәбеҙ. Район-ҡалабыҙҙа йәшәгән төрлө милләт вәкилдәрен тыуған илебеҙгә ҡарата һөйөү, уның киләсәге матур, йәшәү уңайлы һәм яҡшыраҡ булһын өсөн эшләгән эштәре берләштерә. Мемориалдың төҙөкләндерелеүе лә берҙәмлек һөҙөмтәһе. Был иҫтәлекле урын тарихыбыҙға һаҡсыл ҡарашыбыҙҙы, ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтарына тейешле баһа биреүебеҙҙе дәлилләй, - тине.
Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков муниципаль район хакимиәте сайтында киләһе 2020 йылда ошо уҡ программа сиктәрендә реконструкциялау талап ителгән йәмәғәт урындарын һайлауға тәҡдимдәр ҡабул ителә башлауы тураһында хәбәр итте һәм барыһының да үҙ фекерен белдереүен һораны.
Байрам сараһын Дамир Хәсәновтың дәртле ҡурай моңдары, ҡала Мәҙәниәт һарайының тынлы оркестры, “Виват” ирҙәр капеллаһы һәм Михаил Котовтың йырҙары йәмләне.
Читайте нас: