Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
26 Декабрь 2019, 23:00

Пиротехника менән һаҡ эш итегеҙ

Яңы йылдың байрам тантанаһы фажиғәгә әйләнмәһен ѳсѳн пиротехника саралары менән һаҡ эш итергә кәрәк. Түбәндәге ҡағиҙәләрҙе иҫегеҙҙә тоттоғоҙ:

1. Шапылдатҡыстар, бенгаль уттары һәм ѳҫтәл фонтаны ярты метр, урам фонтандары һәм петардалар 1-5 метр радиусында ут сәсә, конфеттинан 3,5 сантиметрға ут бѳркѳлә һәм 20 сантиметрҙан ҡағыҙҙы тишерҙәй тыҡҡыс осоп сыға. Фонтан тоҡандырыу иң ҡурҡынысы: ул шул тиклем күп тѳтѳн бүлеп сығара, шуға ла уны бина эсендә файҙаланыу үтә хәүефле. Бер нисә эффекты булған петардалар ҙа хәүефле, ҡайһы саҡта кешеләр икенсе, ѳсѳнсѳ шартлау булмайынса уның эргәһенә бара һәм биттәрен, ҡулдарын йәрәхәтләй. 2. Фейерверкты күрһәткән саҡта биналарҙан һәм ағастарҙан ситтә булған урынды һайларға кәрәк. 3. Тамашасылар ебәреү майҙансығынан 15-20 метр алыҫлыҡта һәм ел ѳрмәгән яҡта торорға тейеш. 4. Бәләкәй кәртәләрҙә петарда һәм шапылдатҡыстарҙы ебәрергә мѳмкин. Күбәләкракеталарҙан баш тартығыҙ, янғын сығыуы ихтимал. 5. Пиротехник әйберҙәр алған саҡта уларҙың тышҡы яғына ла иғтибар итегеҙ. Йәмшәйгән, һыуланған, ярылған, боҙоҡ корпуслы һәм филтәле әйберҙәрҙе ҡулланыу тыйыла. 6. Ҡулдан яһалған яйланмалар менән бер ваҡытта ла файҙаланмағыҙ. 7. Рус телендә күрһәтмәһе, сертификаты булған продукцияны ғына алығыҙ. Унда яйланманың тибы һәм тәьҫире, ебәреү тәртибе, һаҡлыҡ саралары, әйбер эшләмәгән саҡта уны үтилләштереү юлы, етештереүсе фирма күрһәтелергә тейеш. 8. Әгәр ҙә филтә һүнһә, йә янып бѳтһә лә, фейерверк эшләмәһә, уйынсыҡ шартламаҫына ышаныу ѳсѳн 10 минут кѳтѳргә кәрәк. 9. Пиротехник әйберҙәрҙе һүтергә, балаларға ебәрергә, кешегә, хайуандарға, тѳҙѳлѳштәргә ҡарай йүнәлтергә ярамай. 10. 16 йәштән бәләкәйҙәргә һатыу тыйыла. Ҡотҡарыу хеҙмәте телефондары: берҙәм ҡала телефоны - 01; кеҫә телефоны бәйләнеше - 112.
Читайте нас: