Ҡайһыһында бүләк бирешеү булмаһа, икенсеһендә Шыршы (пальма) төбөнә туғаныңа йәки күршеңә бүләк итеп уның дошманының скальпын һалып ҡуйыу иң һәйбәт бүләккә тиң булған. Нисек кенә булмаһын, Яңы йыл бөтә халыҡта ла бар һәм ул күңелле үтә.Бына һиңә түмәр Боронғо ВАВИЛОНДА Яңы йыл яҙ мәленә тура килгән. Байрам осоронда Ғәли йәнәптәре бөтә министрҙары менән ҡаланан ситкә китер булған, йәнәһе, ябай халыҡ туйғансы шарап эсһен, күңел асһын. Ҡарап күҙәтеп тороусылар юҡ. Шуға ла халыҡ түрәләргә әйтер һүҙҙәрен, эсенә йыйылған асыуын тышҡа сығарыр, уларҙы ҡурҡмайынса, ҡысҡырып, әрләр булған.
ВИКИНГТАР Яңы йылды айырыуса яратҡан, ти. Уға йыл элек, әле байрам иткән сағынан уҡ әҙерләнә башлаған. Тәүге чаркаһын эсеп, юлбашсыларының ҡотлауын тыңлағандан һуң ғаилә башлыҡтары урманға юлланған. Унда барып, иң йыуан ағасты һайлап, ҡырҡып алып ҡайтҡан. Түмәрҙе йыл буйы киптергән. Яңы йыл етеү менән уны өйөнә индергән. Ошо байрам түмәре күмергә ҡалғансы янып бөтөргә тейеш. Шулай булһа хужаларға йыл буйы байлыҡ, уңыш килә тип, әгәр ҙә түмәр янып бөтмәйенсә быҫҡып һүнһә - бәләгә, йылдың насар килеүенә юрағандар.
АНГЛИЯЛА Яңы йылды әллә ни күңелле үткәрмәгәндәр, бәлки, шулай дауам итер ҙә ине. Әлеге лә баяғы викингтар Британия утрауҙарына үҙҙәренең түмәрҙәрен алып килгән, ти. Викингтар британлыларға нисек итеп ағасты ҡырҡырға, киптерергә, иң мөһиме, байрам ағасын нисек яндырырға өйрәткән. Шулай итеп, викингтар Томанлы Альбионға күңелле байрам осҡоно күрһәткән.Йомарт халыҡ Иң йомарт халыҡ Тибетта булған. Урындағы халыҡ күп итеп бѳйѳрѳк бешергән һәм уны бушлай таратып сыҡҡан. Ни тиклем күберәк бѳйѳрѳк бешереп таратһа, шул тиклем бәхет, байлыҡ килеренә ышанғандар.Гренландияла эскимостар боҙҙан төрлө һындар эшләп бүләк иткән. Был утрауҙа температура күберәген нулдән түбән булғас, боҙ-бүләктәр оҙаҡ һаҡланған.