Теләмәгән бүләктәр араһында тәүге урынды Яңы йыл сувенирҙары һәм символдары биләһә, икенсе урында - йомшаҡ уйынсыҡтар, ѳсѳнсѳлә - һабын тора. Шулай уҡ календарь, ҡырынғыс, биткоин, биҙәнеү әйберҙәре, таҫтамал, массаж келәмен дә кешеләр хушһынмай икән. Электроника һәм гаджеттарҙан музыка колонкалары, электрон китаптар, навигаторҙар, робот-саң һурғыстар, экшн-камералар, ҡолаҡсалар ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.
Респонденттарҙың 70 проценты бүләкте файҙалы булырға тейеш тип иҫәпләй; 11процент кеше - ул ғәжәп итергә, 9 проценты иһә “иң мѳһиме - иғтибар” тип һанай. Ил халҡының яртыһы адресаттың теләген иҫәпкә алып бүләк һайлаһа, 15 проценты тәүге осраған әйберҙе ала, имеш.