Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
31 Декабрь 2019, 19:05

Сәғәттәрҙе, минуттарҙы һанап

Яңы 2018 йыл килә! Яңы йыл –барыбыҙҙың да яратҡан байрамы. Ул һәр кем өсөн оло өмөттәр бағлап, киләсәккә ышаныс биргән тылсымлы тантана. Байрам алдынан үткән йылға йомғаҡ яһала, алдағы көндәргә яңы маҡсаттар ҡуйыла.

Яңы йыл — иҫке йылдың һүңғы көнөнән яңы йылдың беренсе көнөнә күсеү ваҡытын билдәләгән байрам. Рим императоры Юлий Цезарь б.э.т. 46 йылда Яңы йылды 1 ғинуарҙан башлауҙы раҫлай.
Төрлө халыҡтарҙа Яңы йылды ҡаршылауға килгәндә, был байрам һәр халыҡта үҙенсә. Әйтәйек, йәһүдтәр, был көндө уйланыуҙар һәм тәүбә ҡылыу ункөнлөгө башлана. Ҡиәмәт көнөнә тиклем ункөнлөктө «тшува көндәре» (Аллаға әйләнеп ҡайтыу көндәре) тип атайҙар. Байрамдан һуң кешеләр бер-береһен «Тормош китабында һеҙҙең өсөн яҡшы йыл булыр, тип яҙылһын!» тип сәләмләй. Байрам итеүселәр аҡ кейемгә кейенә. Байрам ашанда хала (йәһүд икмәге) йәки алманы балға манып ашайҙар.
Ҡытай Яңы йылы ҡышҡы тулы ай циклын үтеп, ҡышҡы ҡояш торошо менән бәйле. Григориан календарында был 21 ғинуарҙан 21 февральгә тура килә. Ләкин был көн байрам ителмәй, Яңы йыл бөтә донъялағы кеүек 1 ғинуарҙа байрам ителә. Һәр йыл 12 хайуан исеме менән исемләнә. Яңы йылды шыршы менән ҡаршылаусы европалыларҙан айырмалы, ҡытайҙар мандаринға һәм әфлисунға өҫтөнлөк бирә.
Англияла Яңы йыл балалар йоҡлар алдынан өҫтәлгә Санта Клаус килтерәсәк бүләктәр өсөн —тәрилкә, ә аяҡ кейемдәренә уның ишәге өсөн бесән һалалар. Яңы йыл төнөндә урамда һатыусылар уйынсыҡтар, һыбыҙғылар, битлектәр, шарҙар һата. Яңы йыл хаҡында инглиздәргә өҫтөнә одеал ябылған ҡыңғырау хәбәр итә. Ул ярты төн етәрәк, юрған аҫтынан, көсһөҙ генә зыңлай башлай. Сәғәт ун икелә ҡыңғырауҙарҙы «сисендерәләр» һәм улар тантаналы зыңлай башлай. Ошо минуттарҙа киләһе йылда бергә булыу өсөн ғашиҡтарға сихри көскә эйә омела ботағы аҫтында үбешергә кәңәш итәләр.
Шотландияла Яңы йылды факелдар һәм тантаналы марш менән ҡаршылайҙар: дегет тултырылған мейескәләргә ут яғып, урам буйлап тәгәрәтәләр. Шулай итеп, Шотландияла иҫке йылды «яндыралар» һәм яңыһына юл яҡтырталар. Яңы йыл иртәһе Яңы йыл төнөнә ҡарағанда ла мөһимерәк тип иҫәпләнә: ошо көндә йортҡа кем тәү башлап инә, хужаларҙың именлеге шуға бәйле. Бүләк тотҡан ҡара сәсле ир-егет бәхет алып килә, тип иҫәпләйҙәр.
Ирландия Раштыуаһы - дини байрам. Тоҡандырылған шәмдәрҙе Раштыуа алдынан кис көнө тәҙрә тупһаһына ҡуялар. Ирланд ҡатын-ҡыҙҙары ғаиләнең һәр ағзаһы өсөн махсус һый «seed cake» бешерә. Улар шулай уҡ өс пудинг — береһе Раштыуаға, икенсеһе Яңы йылға һәм өсөнсөһө Крещение байрамына тип әҙерләй.
Изге Сильвестр көнө - Польшала 31 декабрь шулай тип атала. Изге Сильвестр — Рим епискобы, ул тыуыр 336 йыл алдынан мәрхүм була. Польшала Яңы йылға изге Сильвестр исеме юҡҡа ғына бирелмәгән. Оҙаҡ ваҡыт, алты быуаттан ашыу, Яңы йыл менән изге Сильвестр көнө йәнәш, ләкин һәр ҡайһыһы үҙ аллы байрам булараҡ йәшәй.
Мексикала Яңы йыл байрам фейерверктары, ракетницанан атып, яңы йыл бубендәре менән ҡаршылайҙар. Ә балаларға төн уртаһында шәрбәт перәник ҡурсаҡтар тараталар.
Яңы йыл алдынан бөтә һауыт-һабаны һыу менән тултыралар һәм, сәғәт 12 тулғас, һыуҙы тәҙрәнән һибәләр. Был иҫке йыл китә, уға һыу кеүек яҡты юл теләйбеҙ тигәнде аңлата. Ә сәғәт 12 тапҡыр һуҡҡансы 12 виноград ашарға кәрәк. Шул саҡта йыл буйына изгелек, татыулыҡ, уңыш юлдаш буласаҡ.
Бар илдәрҙә лә Яңы йыл байрамы-изге уй-теләктәрҙән, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торған байрам иҫәпләнә. Үтеп барған 2017 беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерһен, яуаплыраҡ һәм көслөрәк итһен. Тирә-яғыбыҙҙа һөйөү, күңел йылылығы һәм бер-беребеҙҙе аңлау ни тиклем күберәк булған һайын, тормошобоҙ ҙа шул тиклем сағыуыраҡ, шатлыҡлы ваҡиғаларға байыраҡ булһын! Етеп килгән 2018 йыл барыбыҙ өсөн дә шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы булһын!
Яңы йыл һеҙгә яңы шатлыҡтар, яңы ҡыуаныстар, аҡ бәхеттәр алып килһен. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, ғаилә именлеге һәм ҙур уңыштар теләйбеҙ!
Яңы йыл, яңы бәхет менән!
Читайте нас: