Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
31 Декабрь 2019, 12:05

Яңы йыл кәңәштәренә ҡолаҡ һал, ул саҡта байрамығыҙ тағы ла күңеллерәк үтер

Яңы йыл байрамын һәр ҡайһыбыҙ ярата. Бѳтә кеше Яңы йылдан ыңғай үҙгәрештәр, ҡыуаныс-шатлыҡтар кѳтә. Беҙ, ғәҙәттә, был байрамды мул итеп әҙерләнгән табын янында туғандар менән ҡаршы алабыҙ. Икенсе, ѳсѳнсѳ кѳнгә лә байрамды дауам итеп, ҡунаҡҡа йѳрѳшәбеҙ.

Әммә кѳндәлек һый-хѳрмәт, иҫерткес эсемлектәр кеше һаулығына кире йоғонто яһай. Беренсенән, күп кеше ныҡ арыта, икенсенән, калорийлы ризыҡтарҙан ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙола, ѳсѳнсѳнән, спиртлы эсемлектәр организмды ағыулай. Шуға күрә сәләмәтлеккә артыҡ зыян килтермәҫ ѳсѳн профилактика сараһын алдан күреү яҡшы булыр. Һеҙгә бер нисә Яңы йыл кәңәше тәҡдим итәбеҙ.
Иң мѳһиме шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, был һеҙҙең ғүмерегеҙҙә һуңғы табын түгел, шуға күрә артыҡ ҡомһоҙланып ашап-эсеүҙән тыйылығыҙ. Ғѳмүмән, байрам алдынан уҡ аш һеңдереү системаһын әҙерләй башларға кәрәк. Мәҫәлән, ашар алдынан 2 сәғәт элек һары мәтрүшкә (зверобой), ромашка, шиңмәҫгѳл (бессмертник), меңъяпраҡ (тысячелистник) тѳнәтмәләрен эсегеҙ. Яңы йыл байрамы алдынан диетаға ултырмағыҙ, сѳнки үт ҡыуыҡсаһы ҡапыл ғына әүҙем эшләп китә алмай. Шунлыҡтан ашҡаҙан эшмәкәрлеге туҡтауы ихтимал. 31 декабрҙә кѳнѳ буйы ас йѳрѳмәгеҙ. Ә йәшелсә салаты кеүек еңел ризыҡтар ҡапҡылап алығыҙ. Ѳҫтәлгә ултырырҙан ике сәғәт алда активлаштырылған күмер һәм аш һеңдереүгә булышлыҡ итеүсе дарыу (мезим, фестал) ашағыҙ. Байрам мәлендә ѳҫтәлдәге бѳтә ризыҡты ла тәмләп ҡарағығыҙ килер, шуға күрә һәр береһенән әҙләп кенә ауыҙ итегеҙ. Бындай ҡылығығыҙ менән хужабикәнең бешеренеү оҫталығын һанлаһағыҙ, икенсенән, үҙегеҙҙе этикет яғынан тәрбиәле итеп күрһәтерһегеҙ. Ѳҫтәл артында “тамыр йәймәгеҙ”. Байрам ваҡытында бейеп-йырларға, уйындарҙа ҡатнашырға тырышығыҙ. Әлбиттә, уйындар ваҡытында тѳрлѳ хәлдәр булыуы ихтимал. Бенгаль утынан, шартлатҡыстарҙан йәрәхәт алыусылар ҙа була. Был осраҡта тәүге ярҙам күрһәтеү кәрәк. Тәндең бешкән урынына май һѳртѳү ярҙам итмәй, ә шунда уҡ ҡар йәки боҙ һалырға тырышығыҙ, ул ауыртыуҙы баҫыр һәм янған ер боҙолоп китмәҫкә булышлыҡ итер. Эйе, Яңы йылды ҡаршылағанда шампан-шараптар күп була. Уларҙы асҡанда ла бик һаҡ булырға кәрәк. Шампанды асҡан мәлдә бѳкѳһѳ осоп китеп кеше сәләмәтлегенә зыян килтермәһен ѳсѳн уның башын таҫтамал менән урап һаҡ ҡына асығыҙ. Яңы йылды ҡаршылағас, шыршы янына сығырға, йә тышта тау шыуырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Араҡы, шарап эскәндән һуң тышҡа сыҡҡанда кейенеп сығығыҙ, сѳнки һыуыҡты һиҙмәй, ѳшѳп, һыуыҡ тейҙереүегеҙ мѳмкин. Әгәр ҙә беҙҙең кәңәштәрҙе тотмаһағыҙ, 2014 йылдың иртәһе һеҙгә күңел болғаныу, ҡоҫтороу һымаҡ сюрприздар килтереүе ихтимал. Тимәк, һеҙ салат, йәки алкоголдән ағыуланғанһығыҙ. Был осраҡта тиҙ генә ҡайнаған 2-3 литр һыуҙы эре йотомдар менән эсергә лә, тамаҡ тѳбѳнә ике бармаҡты тығып, кѳсләп ҡоҫорға. Ағыуланғанда организм эсегеҙ. Әгәр ҙә хәлегеҙ бик насар булһа, хлорофилдың дозаһын 2-3 аш ҡалағына тиклем еткерергә була. Әйткәндәй, ул бахмурҙан да бик яҡшы ярҙам итә. Байрамдың икенсе кѳнѳнә уң яҡ ҡабырғағыҙ сәнсә икән, был табындың эҙемтәһе, йәғни киҫкен дискинезияның булыуы мѳмкин. Нимә һуң ул? Әгәр ҙә организмды алкоголле эсемлек һәм майлы ризыҡ менән саманан тыш “тултырһаң”, үт юлдарының эшмәкәрлеге боҙола. Был мәлдә кешенең күңеле болғана, ҡабырға аҫты ауырта, ҡапыл ғына арый, аппетиты юғала. Ауыртыуҙы баҫыу ѳсѳн но-шпа ҡабул итергә, ә инде ярты сәғәттән үт ҡыуҙырыусы дарыу йәки гѳлйемеш, бѳтнѳк сәйе эсергә кәрәк. Яңы йыл байрамдарынан һуң ашҡаҙанығыҙға ѳс кѳн “ял” биреп алығыҙ. Был кѳндәрҙә әсе, майлы ризыҡтарҙан, алкоголле эсемлектәрҙән һәм кофенан баш тартығыҙ. Йәшелсә, емеш, эремсек кеүек еңел аҙыҡтар менән туҡланығыҙ.
Читайте нас: