Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
31 Декабрь 2019, 14:00

Ышанһаң ышан...

* Яңы йылды яңы кейем менән ҡаршылаһаң, йыл буйы яңы кейем кейерһең. * Яңы йылды буш кеҫә менән ҡаршылама.

* Яңы йыл табыны һый менән тулы булһа, йылың туҡ һәм етешлектә үтер. * Ғаиләңдә именлек булһын тиһәң, Яңы йыл алдынан ѳйѳңдән “сүп” сығарма. * Яңы йыл алдынан бурысҡа алма, юғиһә йылың бурыста үтер. * Яңы йыл алдынан бѳтә туғандарыңды ғәфү ит, бѳтә үпкәләреңде онот. * Кремль куранты һуңғы тапҡыр һуғыр алдынан иңеңә һалған яулығыңды алып ырғытһаң, бѳтә ауырыуҙарың һәм насар нәмәләр иҫке йылда тороп ҡалыр. * Яңы йылда яңы бетеү ал, ул үҙеңә лә, ғаиләңә лә уңыш килтерер һәм һаҡлар.
Читайте нас: