Йыйындың тәүге өлөшөндә ағинәйҙәр "Ғаиләм - ҡәлғәм" тип аталған тәрбиәүи дәрес бирҙе. Осрашыуҙа район ауылдарынан килгән ағинәйҙәр ойошмалары етәкселәре һәм башҡорт гимназияһы уҡыусылары ҡатнашты. Район-ҡаланың Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы Суфьянова йыйылыусыларҙы тәбрикләп үткәндән һуң, һүҙҙе гимназия директоры Сулпан Мәүләүи ҡыҙы Уйылдановаға бирҙе. Етәксенең шундай тәрбиәүи эштәрҙә үҙенең әүҙем булыуы, ағинәйҙәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләүе маҡтауға лайыҡ. Ағинәйҙәр ойошмалары етәкселәре уҡыусыларға хәҙерге заманда башҡорт ғаиләһенең ниндәй булырға тейешлеге, ғаиләнең ныҡлығы, татыулығы, өләсәй, олатай тәрбиәһе, балалар араһында туғанлыҡ хисе, атай-әсәйгә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт кеүек бик кәрәкле тәрбиәүи ҡағиҙәләр тураһында һөйләне. Өләсәйҙәр уҡыусыларға ололар менән аралашырға, атаәсәләргә яҡын булырға, уларға ярҙам итергә, өй эштәрендә булышырға кәрәклеге тураһында кәңәш бирҙе. Телефон менән артыҡ мауыҡмаҫҡа, балалар күңеленә зыян килтерерҙәй уйындарҙы, видеороликтарҙы ҡарамаҫҡа өндәнеләр. Ваҡыттарын бушҡа уҙғармай, йышыраҡ спорт менән шөғөлләнергә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға, аҡыллы, белемле булып үҫергә кәрәклеген аңлаттылар. Шулай уҡ ағинәйҙәр заман проблемалары тураһында ла һөйләп үтте. Сит кешеләр ҡулынан һағыҙ, таблетка, спайс кеүек нәмәләрҙе алмаҫҡа, тәмәке, һыра һәм алкоголле эсемлектәрҙән йыраҡ булырға өндәп, уларҙың үҫмерҙәр организмына ҙур зыян килтереүе тураһында, хатта ҡайһы саҡта ағыуланып үлгән үҫмерҙәр хаҡында миҫал килтерҙеләр. Был осрашыу балаларға фәһемле тормош һабаҡтары биргәндер. Һәр ағинәй үҙенең тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Хөсәйен ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Рәйлә Иҫәнғужина өләсәйе тәрбиәһе өлгөһөндә үҫеүе тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Хәҙер инде үҙе лә ейән-ейәнсәрҙәренә өләсәһе биргән тормош һабаҡтарын ҡулланыуын бик күп халыҡ әйтемдәре, мәҡәлдәре миҫалында бәйән итте. Мөхәмәт ауылының ағинәйҙәр етәксеһе Алһыу Мансурова ла ғаиләлә атайәсәй, олатай-өләсәй абруйының көслө булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Инйәр ағинәйҙәре етәксеһе Шәрғиә Яҡшыдәүләтова бала саҡта ғаиләлә нисек үҫкәнен, оло апайы тәрбиәһен һөйләп үтте, уҡыусыларға ныҡлы, татыу ғаиләне нисек булдырыу тураһында ла кәңәштәр бирҙе.
Ағинәйҙәрҙе ҡотларға башҡорт гимназияһына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килеп еткән. Улар изге теләктәре, шиғырҙары менән ололарҙы дәртләндереп, күңелдәрен күтәреп ебәрҙе. Ағинәйҙәргә уҡыусыларҙың концерт номерҙары ла бик оҡшаны. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу уҡыусыларҙың һәр ағинәйгә арнап үҙ ҡулдары менән эшләгән махсус бүләктәрен тапшырҙы. 2019 йылда бик тырышып эшләгән ағинәйҙәр ойошмалары етәкселәрен ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Сатура Жәүәт ҡыҙы район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаттары менән бүләкләне, “Урал” гәзитен таратыуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Йыйындың икенсе өлөшөндә район-ҡаланың Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы 2019 йылда эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһаны, 2020 йылда үткәреләсәк саралар планы менән таныштырҙы. Район ауылдары ағинәйҙәре лә осрашыуҙар, байрамдар, тәрбиәүи саралар үткәреүҙе эш планына индереүҙәре тураһында һөйләне. Йыйында шулай уҡ ағинәйҙәрҙең координацион советы ағзалары - эшҡыуар Резеда Сайдарова, Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы етәксеһе Флүрә Шакирова ҡатнашты. Йыйын эшлекле һәм фәһемле үтте.