Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
21 Ғинуар 2020, 19:00

Әхлаҡи ҡиммәттәр

Дин тотоу - һәр халыҡтың үҙ эше, иманлы булыуыбыҙ һәр беребеҙҙең үҙенә кәрәк. Ә ил яҙмышы - беҙҙең уртаҡ хәстәрлегебеҙ. Үҙебеҙ төрлө-төрлө булһаҡ та, Аллаһ бер булған һымаҡ, Ватаныбыҙ ҙа - бер. Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Ватанды һөйөү - имандан».

* Дин тураһында бәхәс ҡуптарып, тауыш күтәреп йөрөүҙәр бәндәләр эше түгел, ул Аллаһ ихтыярында. Бәндәләр эше - татыулыҡта юл таба белеү. * Залимлыҡ, ҡаты бәғерле булыу Ислам менән бергә була алмай. * Ислам дине - ғүмер итеү, донъя көтөү өсөн яраҡлы дин. * Әҙәм балаларының таяныр талы - уның аҡылы. Аҡылы булмағандың дине лә бөтөн булмаҫ. Иманлы кеше иң элек үҙенең нәфсеһен тәрбиәләй белә, күңелен таҙарта. * Әгәр ҙә яҡшы булырға теләһәң, дуҫың менән йәшәгән кеүек итеп, дошманыңа ҡарата ла киң күңелле бул. Дәрәжәңде лә төшөрмә, тәкәбберләнеп тә барма; күндәм бул, меҫкенгә әйләнеп, кәмһенеп тә йөрөй күрмә, һәр нәмәлә уртаҡлыҡта булырға тырыш, сик-самаларҙы үтеүҙәрҙең икеһе лә шелтәгә лайыҡ. * Ислам әҙәбе өйрәтә: ян-яҡҡа ҡа ранып ҡына торма, ти. Йөрөгәндә артыңа ҡарарға ла ғәҙәтләнмә, ултырғанда тороп китергә генә торған кеүек түҙемһеҙләнеп ултырма. Кеше алдында кирелеп йәки ауыҙ асып иҫнәп торма. Мәжлестәрҙә тыныс бул, юҡҡа-барға шаярып ултырма, кешеләрҙең яҡшы һүҙенә ҡолаҡ һала бел. Балаларыңды маҡтама. Үҙ кәрәгеңде алыу өсөн ныҡышып йөрөмә. * Ҡаты булһаң, үтә лә ҡырыҫ булып китмә, йомшаҡ булһаң, ебеп төшмә. * Кем дә булһа берәү менән бәхәсләшергә тура килһә, дәрәжәңде онотма. * Наҙандар менән һүҙ көрәштереп барма, донъя малын намыҫыңдан өҫтөнөрәк күрмә. * Берәй ергә барһаң, тәртип тигәнде онотма, алдан килгәндәр аша атлап алға үтергә тырышма. Үҙеңә урын табып, күршеләреңә сәләм биреп ултыр. * Мохтаждарға, етемдәргә, зәғифтәргә ярҙам итергә тырыш, һорағандарҙың үтенесен кире ҡаҡма, аҙашҡандарға юл күрһәт, сәләм биргәндәргә сәләм ҡайтар. Әйләнәтирәңдә булғандарҙы харам аштан, харам эштән тый, хәләлгә дәртләндер. Ҡиблаға ҡарап төкөрмә. * Аҡыллы кеше хаҡында ла, ахмаҡ тураһында ла шаярып һүҙ һөйләмә: аҡыллының нәфрәтенә, ахмаҡтың тупаҫлығына юлығыуың бар. «Арабыҙҙа булған кескәйҙәргә миһырбанлыҡ, ололарға ҡарата хөрмәт күрһәтә белмәгән кеше беҙҙән түгел», - тигән пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм. * Олоно - оло, кесене кесе итә бел. Кешенең ғүмер юлы иң элек атаәсә тәрбиәһенән башлана. Бала - беҙҙең киләсәгебеҙ, дауамыбыҙ. Ислам - ҡурҡытыу, өркөтөү, яуызлыҡҡа саҡырыу дине түгел, ҡәрҙәшлек, бер диндәге үҙ өммәтеңдәге кешеләргә ҡарата мөхәббәт, һөйөү тыуҙыра торған дин.
Сәләх Суҡбаевтың «Иман» китабынан алынды.
Читайте нас: