Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
13 Март 2020, 14:45

Әкиәт донъяһына сәйәхәт

Байрам көндәре республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән йыйылған 250 ҡыҙ өсөн икеләтә ҡыуаныслы булды. Башҡорт опера һәм балет театрында сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән бәләкәй принцессалар, уларҙың әсәләре, яҡындары өсөн мәрхәмәтлек балы үтте.

Баш ҡалабыҙ менән яҡындан танышыу, матур сарала ҡатнашыу, тиҫтерҙәре менән аралашыу бәхете Белореттан Дилә Әхийәроваға, Дарья Косареваға, Юлиә Юлдыбаеваға тәтене. Ҡыҙҙарҙы, атаәсәләрен, изге юл теләп, Белорет реабилитация үҙәге директоры Елена Булавко оҙатып ҡалды.
Каринэ Хәбирова башланғысы менән ойошторолған “Кескәй принцессалар балы” быйыл икенсе тапҡыр үтте. Ә бер көн алда балалар һәм уларҙың яҡындары өсөн “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында күңел асыу программаһы ойошторолдо. 7 мартта иһә театрлаштырылған тамаша тәҡдим ителде.
Һылыуҡайҙар балы театр фойеһынан уҡ башланып китте. Музыка, ишек төбөндә үк ҡаршы алған мөләйем кавалерҙар ҙур программаның бәләкәй генә өлөшө. Тамаша тылсымы ла һылыуҡайҙарҙы аҙым һайын һағалай ине. Ҡыҙҙар принцессаға бағышланып таж кейҙе, ҡулдарына сәскәле таҫмалар таҡты. Ошонда уҡ прическа яһарға, образды тулыландырыу өсөн аквагрим да төшөрөргә мөмкин ине. Оҫталар ҡыҙҙарға ла, әсәләренә лә ярҙам итергә өлгөрҙө.
Ҡыҙҙарҙы формалағы кавалерҙар - Өфө юридик институт студенттары оҙатып йөрөнө. Һылыуҡайҙар Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжы студенттары менән вальс әйләнде. Әкиәт геройҙары менән бергә төрлө уйындарҙа ҡатнашты, билдәле спортсы Николай Валуев менән иҫтәлеккә фотоға төштө, фокус оҫталары сығышын ҡараны. Сәхнә оҫталары әҙерләгән “Летучий корабль” спектакле лә балалар күңеленә хуш килде.
Ҡунаҡтарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән республика Башлығы Радий Хәбиров һәм ҡатыны Каринэ Хәбирова ҡотланы. Республика етәксеһе сығышында сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн төрлө саралар ойоштороу артабан да дауам итәсәк, береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ, бындай байрамдар һәр муниципаль берәмектәр өсөн өлгө булырға тейеш, тине.
Байрам һуңында ҡыҙҙарға иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырылды. Ә иң ҙур бүләк - күңелдә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар, сағыу хәтирәләр.
"Кескәй принцессалар балы", бер мәлгә генә булһа ла, балаларҙы, яҡындарын тылсым, әкиәт донъяһына алып инде. Сара ла яҙҙың тәүге айында үткәрелгән сағыу биҙәгенә әйләнде
Читайте нас: