Үкенескә ҡаршы, киҙеү сирле ауырыуҙы уның тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап ҡына билдәләп булмай. Юҡҡа ғына туберкулезды “мәкерле” сир тип атамайҙар бит. Уның күҙгә салыныр билдәләрен күп осраҡта үпкәлә ҡотолғоһоҙ үҙгәрештәр башланғас ҡына белергә мѳмкин. Сирле оҙаҡ ваҡыт үҙен яҡшы тойоуы ихтимал.
Туберкулездың тѳп сығанағы - үпкә сихуты менән сирләгән кеше. Тын юлдарынан (айырыуса йүтәл мәлендә) туберкулез микобактериялы ҡаҡырыҡ айырыла. Уның ваҡ тамсылары һау кешенең тын юлдарына эләгеүе мѳмкин. Микробтар иҙән йә ер ѳҫтѳнә, предметтарға, кейемдәргә ултыра. Инфекция организмға гигиена ҡағиҙәләрен боҙоу һѳҙѳмтәһендә эләгә, мәҫәлән, йәмәғәт транспортынан һуң ҡулды йыумау, бысраҡ йәшелсә-емеш, яҡшылап эшкәртелмәгән ит ашау, ҡайнатылмаған һѳт эсеү.
Туберкулез сирен йоҡтормаҫ ѳсѳн иң элек сәләмәт тормош алып барырға кәрәк. Нервы системаһын ҡаҡшатыусы тәрән күңел кисерештәренән, стрестарҙан һаҡланығыҙ. Ризыҡ сифатлы, аҡһымдарға бай булырға тейеш. Шулай уҡ даими физик күнекмәләрҙән дә баш тартмағыҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ!
Тирлән участка дауаханаһының дѳйѳм практика табибы