Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
10 Июнь 2020, 13:00

Мәрхәмәтле һөнәр эйәләре

8 июндә һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән, сәләмәтлектәре ҡаҡшаған оло йәштәге, ярҙамға мохтаж кешеләр тураһында хәстәрлек күргән, уларҙың көндәлек мәшәҡәттәрен еңеләйтергә тырышҡан иң мәрхәмәтле һөнәр эйәләре - Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә.

Тотош илде коронавирус эпидемияһы ялмап алғас, уларҙың иңенә өҫтәмә яуаплылыҡ һәм эш ятты. Сит илдәрҙән, Рәсәйҙең башҡа ҙур ҡалаларынан ҡайтҡан граждандарҙың ике аҙналыҡ үҙизоляция режимын үтәүен тикшереү йәһәтенән хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә рейдтарға йөрөү, 65 йәште уҙғандарҙы аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡтар һәм дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн дә яуаплы улар. Шулай уҡ граждандарҙы санитар-гигиена талаптарын теүәл үтәргә әйҙәүселәр ҙә.
Ҡаланың “Изгелек академияһы” социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Эльвира Ғайсина, пандемия осоро башланыу менән социаль хеҙмәткәрҙәрҙең роле табиптарҙыҡы кеүек беренсе урынға сығыуын, уларҙың йәмғиәттә тотҡан урыны мөһим һәм иң кәрәкле булыуы күренде, ти.
- Бығаса ҡайһы бер кешеләр хатта уларҙың барлығын да, бындай хеҙмәттәр күрһәтелеүе тураһында белмәгән дә булып сыҡты. Беҙҙең һәр саҡ, ниндәй генә киҫкен хәл килеп тыуғанда ла, ярҙамға килергә әҙер булыуыбыҙ дәлилләнде. Ике айҙан ашыу алһыҙ-ялһыҙ, байрам көндәрһеҙ эшләйбеҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 58 социаль хеҙмәткәрҙең (шуларҙың 11-е ҡалала) береһе лә зарланманы, ниндәй генә эш ҡушһаң да, тәүлектең ниндәй генә ваҡыты булмаһын, үтәргә әҙерҙәр. Ә бит ҡайһы бер ауылдарҙа дарыухана ла, магазин да юҡ. Тап беҙҙең хеҙмәткәрҙәр өйҙәренән, ауылдарынан сыға алмаған граждандарҙы йәшәйештә кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итә, оло донъя менән тоташтырыусылар ролен үтәй.
Дарыу, аҙыҡ-түлек килтереү хеҙмәте бушлай, әммә улар өсөн аҡсаны кеше үҙе түләй. Өйҙәренән сығып йөрөй алмағандар, бындай хеҙмәткә мохтаж булғандар “Изгелек академияһы”ның 3-33-41 телефон һандарына шылтыратып, заявка ҡалдыра ала. Беҙ һәр саҡ, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ, - тине Эльвира Рауил ҡыҙы.
Фәүзиә Мәсәлим ҡыҙы Исмәғилева Егәҙе ауыл хакимиәтенә ҡараған Хәйбулла һәм Баҡый ауылдарынан йәмғеһе 16 кешене хеҙмәтләндерә. Был өлкәлә ике йылға яҡын эшләү осоронда Баҡыйҙан 9 саҡрымда ятҡан Хәйбуллаға йыш ҡына 9 тапҡыр йылға кисеп, йәйәү барып ҡайтырға тура килә. “Беҙҙә үҙизоляцияла булғандар юҡ. Күпселек осраҡта ололарҙы ҡарайым, көндәлек мәшәҡәттәрҙе: иҙән йыуыу, һыу, утын ташыу кеүек эштәрҙе атҡарам. Әбейҙәр йыш ҡына шишмә һыуын алып килеүемде һорай. Уларҙың һәр ҡайһыһына аҙнаһына ике тапҡыр барып торам. Телефон аша йәки өйҙәренә йөрөп, дарыуҙың, аҙыҡ-түлектең, көндәлек кәрәк-яраҡтарҙың исемлеген йыйып алам. Ауылда магазин да, дарыухана ла юҡ. Дарыуҙы ҡалаға барғанда, башҡа әйберҙәрҙе Егәҙе магазиндарынан һатып алам. Ботай ауылынан шәхси эшҡыуар Радик Риф улы Шаһивәлиев беҙҙең үтенесебеҙҙе һәр саҡ үтәп тора. Аҙыҡтүлеккә, ҡатнаш аҙыҡ кеүек әйберҙәргә уға ла заявка бирәбеҙ. Әле яңыраҡ бройлер себештәрен алып килде. Рәхмәт уға. Эшемдә иптәшем төп ярҙамсы ролен үтәй: йә машина, йә ат менән тейешле урынға алып бара, ир ҡулы кәрәккән ваҡыттар ҙа була. Эшемде яратып, күңелемде биреп атҡарам”, - тине ул.
Флорида Ғәзизова социаль хеҙмәткәр булып ун йылға яҡын эшләй һәм был өлкәлә бай тәжрибәгә эйә. Әлеге көндә ҡалала 78 кешегә социаль ярҙам күрһәтә. Пандемия осорона тиклем уларҙың һаны 16 ғына булған. Исемлек көн һайын тигәндәй үҙгәреп тора, тейешле йортто йәки өйҙө табыу өсөн ҡаланы ла яҡшы белергә кәрәк.
- Үҙизоляция режимын үтәгән граждандарға рейдҡа барғанда битлек, бирсәткәләр кейеп, йыраҡтан ғына аралашабыҙ. Улар менән бер ҡасан да тығыҙ бәйләнешкә инмәйбеҙ. Аҙыҡ-түлек, дарыуға көн һайын 15-ләп заявка ҡабул итәм. Һәр нәмәнең ниндәй фирманыҡы булыуын, хаҡын ныҡлап белешәм. Әйберҙәрҙе үҙ аҡсабыҙға һатып алабыҙ, һуңынан беҙгә граждандар кире ҡайтара. Бер ҡасан да аҡса менән бәйле проблемалар, аҙыҡ-түлектең сифатына ҡәнәғәт булмаған, зарланған кешеләр осраманы. Үҙем күптән хеҙмәтләндергән оло йәштәгеләр ҡайһы саҡ аванс та биргеләй. Инәйҙәр күбеһенсә ауыл һөтөнә өҫтөнлөк бирә. Һәр нәмәне ныҡлап ҡарап, тикшереп алырға тырышам”, - ти ул.
Флорида Рәшит ҡыҙына, башҡа хеҙмәттәштәре кеүек, пандемия осоронда ялһыҙ эшләргә тура килә. Әммә бәләкәйҙән актив, ярҙамсыл булып үҫкәнлектән эшенең ауырлығын тоймай ҙа. Тәүлектең ниндәй генә мәле булыуға ҡарамай, һәр өйгә, үҙен яҡын күргән оло инәйҙәргә ашыға. Уларҙың күбеһе социаль хеҙмәткәрҙе, көндәлек мәшәҡәттәрен үтәп, ярҙам итеүенән тыш, серҙәрен бүлешер, зарҙарын һөйләр өсөн дә көтә.
Эйе, илебеҙҙә ҡатмарлы осор хөкөм һөрә. Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең атҡарған эше, халыҡҡа күрһәткән хеҙмәте тап ошондай ваҡытта юғары баһаға лайыҡ. Сөнки улар иғтибарға мохтаж булғандарға ярҙам итеп кенә ҡалмай, кеше күңеленә өмөт, изгелек, миһырбанлыҡ орлоғо ла сәсә, йәшәүгә көс бирә.
Читайте нас: