Үҙәк социаль-медицина һәм психологик-педагогик (массаж, физиотерапия, дауалау физкультураһы, кинозетерапия һәм башҡалар) ярҙам күрһәтә. Ул Белорет, Бөрйән, Архангель, Учалы, Әбйәлил, Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла райондарын һәм Межгорье, Учалы, Сибай ҡалаларындағы мөмкинлектәре сикләнгән үҫмерҙәр һәм балаларҙы күп профилле комплекслы реабилитациялауға тәғәйенләнһә лә, бында Һамар, Силәбе өлкәләренән, Өфө ҡалаһынан, Яҡутиянан һәм республиканың башҡа райондарынан да 21 көнлөк стационарҙа дауаланырға, башҡа хеҙмәттәр менән файҙаланырға теләп киләләр. Инвалид балалар социаль экспертиза справкаһы менән дауалау учреждениеһын үҙҙәре һайлау хоҡуғына эйә.
- 2019 йылда Үҙәктә “Иртә ярҙам итеү” программаһы буйынса ҙур эштәр алып барыла. Төпкөлдә, ҡаланан йыраҡта урынлашҡан ауылдарҙа өс йәшкә тиклемге балаларҙың белгестәр ярҙамына мохтаж булыубулмауын асыҡлау маҡсатында социаль маршруттар ойошторолдо. Сөнки бала ни тиклем иртә реабилитациялана, шул тиклем тиҙерәк һауығыу мөмкинлеге бар. Уның инвалид булып ҡалмау хәүефе хатта 90 процентҡа тиклем кәмей. Төпкөлдә йәшәгән ата-әсәләрҙең үҙ ваҡытында ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге булмауы ла иҫәпкә алынды. Медицина хеҙмәткәрҙәре бәләкәстәрҙе барып ҡарағас, реабилитациялауға мохтаж булғандарын Үҙәккә саҡыра.
Шулай уҡ Үҙәктә 2019 йылда “Иртә ярҙам итеү” бүлмәһе асылды. Бер нисә айҙан алып өс йәшкә тиклемге балалар менән реабилитолог Ольга Дмитриевна Частякова шөғөлләнә. Массаждан, һүлпән гимнастиканан башлап, баланың үҫешенә йоғонто яһаған уйындарға тиклем үткәрелә. Был бүлектең эш һөҙөмтәләре күренә лә башланы, артабан да был юҫыҡта ныҡлы эшләүҙе дауам итәсәкбеҙ.
2019 йылдың башында тоҙ шахтаһы (галакамера) бүлмәһе эшләй башлауы ла беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс. Галакамераға ихтыяж ҙур, дауаланырға теләүселәр күп, - тине реабилитация үҙәге директоры Елена Владимировна Булавко.
Пандемия осоро башланғандан алып Үҙәккә балалар ҡабул итеү ваҡытлыса туҡтатылған. Реабилитациялауға мохтаж булған үҫмерҙәр һәм балалар менән медицина хеҙмәткәрҙәре, дефектологтар, педагог-психологтар дистанцион рәүештә эшләй. Үҙәктең уҡытыусы-дефектологы Анастасия Викторовна Романовская был осорҙа зум программаһы аша 400-ҙән ашыу онлайн дәрес үткәргән. Педагог-психолог Зоя Ноколаевна Трифонова дистанцион форматта мөмкинлектәре сикләнгән 32 балаға онлайн аша ярҙам күрһәткән. Ҡалған белгестәр балалар менән Үҙәктең “Бәйләнештә”ге төркөмө аша эшләй. Медицина хеҙмәткәрҙәре нисек тәүге ярҙам күрһәтергә, массаж, гимнастика эшләү тураһында видеолар төшөрөп һалһа, педагогтар, тәрбиәселәр улар менән төрлө конкурстар ойоштора, ҡул эштәренә өйрәтә. Мәҫәлән, Еңеү байрамында, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көндәрендә шиғыр ятлау, асфальтҡа һүрәт төшөрөү кеүек саралар ойошторолған. Унда ҡатнашҡан барлыҡ балалар ҙа Грамоталар, иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнгән.
Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр социаль өлкәлә эшләгән ойошмалар араһында бишенсе тапҡыр ойошторолған “Һөнәри оҫталыҡ буйынса иң яҡшы презентация” Бөтә Рәсәй смотр-конкурсында ҡатнашып, “Беҙҙең эшебеҙ - балалар тураһында хәстәрлек күреү” тип аталған ун минутлыҡ видео төшөрөп Мәскәүгә ебәргән.
“Барыһы ла Үҙәктең тиҙерәк асылыуын көтә. Ата-әсәләр йыш ҡына телефон аша ярҙам, кәңәш һорап мөрәжәғәт итә. Үҙебеҙ ҙә тәрбиәләнеүселәребеҙ менән шөғөлләнеүҙе, һаулыҡтарын яҡшыртыу өҫтөндә эшләүҙе, бергәләп төрлө байрам, саралар үткәреүҙе һағындыҡ”, - тиҙәр тәрбиәсе Айдария Айрат ҡыҙы Мөхәмәтшина менән медицина хеҙмәткәре Нурзидә Фәнил ҡыҙы Мөстәҡимова.
Үҙәккә үҙизоляция осоронда косметик ремонт үткәрелгән, хеҙмәткәрҙәр биләмәнең тирә-яғын тәртипкә килтереү маҡсатында өмәләр ойошторған, сәскәләр ултыртҡан. Тиҙҙән балалар эске стеналарға төшөрөлгән йәнһүрәт геройҙарын да күреп шатланасаҡ.