2006 йылда барлыҡҡа килгән “Белорет” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә йәмғеһе 62 кеше иҫәпләнә. Ҡалала, Әүжән, Шығай, Егәҙе, Ишле, Уҫманғәле, Аҙналы, Сермән, Нура, Ҡаһарман, Ҡағы ауылдарында 18 сауҙа нөктәһе бар. Шулай уҡ Инйәр ауылында 2011 йылдан алып “Инйәр” кафеһы уңышлы ғына эшләп килә. Был ойошма менән Динара Рим ҡыҙы Миһранова етәкселек итә. Ауыр, яуаплы һәм сабыр, етеҙ, егәрле булыуҙы талап иткән һатыусы һөнәренәь оҙаҡ йылдар тоғро ҡалған, үҙ эштәренә һәр саҡ намыҫ менән ҡараған Анастасия Дятлова, Наталья Каретникова, Людмила Куликова, Йәмилә Аҙнабаева, Зөлфирә Самароковская, Нәғимә Вәлиева, Луиза Ҡотлогилдина, Гөлсирә Йомадилова, Нәсимә Суфиянова, Динә Хәлитова, Әлимә Мөхәмәҙиева, Гөлназ Ағзамованы, келәт хеҙмәткәрҙәре Минира Фәйзуллина, Мәүсилә Сәлимова, Рәмил Ситдиҡовты айырыуса маҡтап телгә алдылар.
“Белорет икмәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2007 йылда асылған. Уның директоры булып Венера Фәррәх ҡыҙы Ямалитдинова эшләй. Бында икмәк, бер нисә төр булка, бәлеш, кондитер изделиелары етештерелә. Улар үҙҙәренең магазиндарынан тыш, шәхси эшҡыуарҙарҙың сауҙа нөктәләренә лә һатыуға ҡуйыла. “Икмәк элек-электән иң ҡәҙерле ризыҡ иҫәпләнгән, әле лә кеше икмәк ашамай бер көн дә тора алмай, унһыҙ тамаҡ та туймай. Үҙ изделиеларыбыҙҙың сифатын яҡшыртыу, ассортиментты байытыу өҫтөндә һәр саҡ эшләйбеҙ. Район, ҡала халҡын төп ризыҡ менән тейешле кимәлдә тәьмин итергә тырышабыҙ. Гөлфиә Шәйәхмәтова, Миңзәлә Мусина, Фирүзә Исмәғилева, Алһыу Изикова, Зөлфирә Ғилманова, Земфира Мөхәмәтйәнова, Рина Хибәтуллина, Нилә Хибәтуллина, Рәйсә Исмәғилева, Зилә Баязитова, Илнара Әсләмова ойошмала оҙаҡ йылдар уңышлы ғына эшләп йөрөй. Ғөмүмән алғанда, ҡыҙҙарыбыҙҙың барыһы ла тырыш, эшләгәндә ҡулдарына күҙ эйәрмәй”, - ти етәкселәре.
“Белорет” ауыл хужалығы тауарҙарын эшкәртеп һатыусы ҡулланыусылар кооперативы боланут (иван-чай) үләнен йыйып, сәй етештереү менән 2018 йылдан алып шөғөлләнә. Бөгөнгө көндә унда төп өлөшө боланут тәшкил иткән 25 төр сәй һәм пихта майы әҙерләнә. Һатыуға күмәртәләп тә, берәмләп тә сығаралар. Коллективта барлығы 5 кеше эшләй. Ойошма, яңы ғына эшләй башлауына ҡарамаҫтан, уңыштарға ла ирешеп өлгөргән. Улар икенсе йыл рәттән Мәскәү ҡалаһына халыҡ-ара аҙыҡ-тү лек күргәҙмәһенә саҡырыу алғандар. Әйткәндәй, унда Башҡортостандан иң үҙенсәлекле продукция етештергән 6 предприятие ғына ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Йәнә лә Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған “Агрокомплекс” күргәҙмәһендә ике йыл рәттән “Иң яҡшы ризыҡ” конкурсында алтын миҙалға лайыҡ булғандар.
Белорет ҡулланыусылар йәмғиәтендә Динара Миһранова совет рәйесе, Илдар Мортазин совет рәйесе урынбаҫары, Лилиә Зөбәйҙуллина баш бухгалтер вазифаһын башҡарһа, Әлфиә Ситдиҡова, Рәмзиә Хәкимова, Айзирәк Мансурова, Фирүзә Ситдиҡова һәм Екатерина Асабина бухгалтер булып эшләй.
“Һауа торошоноң ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, үҙ эштәрен еренә еткереп эшләгән водителдәр: Урал Абдуллин, Артур Ғүмәров, Рифат Мансуров, Марат Дәминов, Владимир Пстыга, Баир Эрдынеевты билдәләп үтмәү яҙыҡ булыр. Икмәген дә, магазиндарға тауарҙарҙы ла ваҡытында илтеп ҡуялар, техниканы ла яҡшы беләләр, бер-береһенә ҡарата ла ярҙамсылдар. Әлеге көндә ойошмабыҙ, бер нимәгә ҡарамай, тырышып алға бара. Элекке етәксебеҙ Марсель Марат улы Мортазиндың башлаған эшен, идеяларын дауам итәбеҙ, яңы алымдар, ысулдар эҙләйбеҙ. Проблемаларҙы бергәләп хәл итәбеҙ. Коллективыбыҙ берҙәм, татыу, күбеһе беҙҙә оҙаҡ йылдар эшләй. Форсаттан файҙаланып, коллегаларымды Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Ғаиләләренә именлек, эштәрендә еңеллек, ныҡлы сәләмәтлек теләйем” - тине совет рәйесе Динара Рим ҡыҙы.