Программа шарттары буйынса, проекты булған, уны тормошҡа ашырыуға аҡсаһы булмаған фермерға йәки шәхси хужалыҡ хужаһына тәғәйен дәүләт ярҙамы күләме 3 млн. һумға (проект хаҡынан 91 процент) тиклем тәшкил итә. Ҡалғанын фермер, шәхси хужалыҡ эйәләре үҙҙәре түләй. Әлбиттә, һөҙөмтәлә килем килтерерҙәй кооперативҡа ғына ҡаҙна аҡсаһы бүленә.
Шәхси хужалыҡтар кооператив хәрәкәтендә ҡатнашыу аша баҙар шарттарына яраҡлаша. Был осраҡта ауыл хужалығы сеймалын етештереүсе генә түгел, уны эшкәртеүсе лә ота. Эшмәкәрлеген йәйелдереп ебәргәндә, ауылдаштарына ла эш урыны булдырыла.
Белореттан Динә Махиянова ла ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы асып, Белорет ҡалаһы, Аҙнағол һәм Әзекәй ауылдарының 13 пайсыһын - фермерҙарын, шәхси хужалыҡ хужаларын берләштерә.
Динә Фәрит ҡыҙының был өлкәлә тәжрибәһе ҙур. Ул малсылыҡта күптән эшләй. Башта тормош иптәше Алик менән сусҡа тоталар, 2014 йылда Европа буйлап африка тағуны үткәндән һуң, һарыҡсылыҡ, бройлерҙар үрсетеү менән дә шөғөлләнәләр. Ә 2019 йылдың февралендә килемле проектҡа ярҙам итеү программаһында ҡатнашыуға теләк белдереп, ғариза бирәләр. Республика конкурсының икенсе этабында Ауыл хужалығы министрлығы грант отҡан кооператив-ҡатнашыусыларҙың исемлеген иғлан иткәндән һуң, райондың тиҫтәләгән фермеры йыйылып кооператив ойоштора, кураторы - Динә, рәйесе итеп Алик Махияновтар һайлана.
- Үткән йылда 5 кешенән торған инициатив төркөм йыйылды. Төркөм базаһында ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы төҙөнөк. Һалым инспекцияһында рәсми теркәлгәндән һуң ғына, конкурста ҡатнашыу хоҡуғы бирелде. Бизнес-план яҙҙыҡ. Икенсе этап әңгәмә рәүешендә үтте. Өфөлә проектты уңышлы яҡлағандан һуң, грант оттоҡ, - ти «Аҙналы» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы кураторы, шул уҡ ваҡытта идара итеүсеһе, бухгалтеры Динә Махиянова.
Бынан тыш Динә Фәрит ҡыҙы кооператив ағзалары иғәнәләрен йыйыу, яңы ағзаларын теркәү менән дә шөғөлләнә.
Бер нисә йыл элек илебеҙҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына һәм Таможня союзына инеүе ит, һөт продукттарына булған талаптарҙы ҡәтғиләштерҙе. Мал һуйыу пункты биргән белешмәһеҙ итте сауҙа нөктәләрендә, йәрминкәләрҙә һатыу тыйылды. Бөтә процесс санитар шарттарҙа үткәрелһен өсөн ошондай пункттар асыла ла инде. Аҡса һалыу һәм кооператив базаһын төҙөү өсөн тәүге аҙымдарын мал һуйыу цехы төҙөүҙән башлай Махияновтар. Кооператив етәкселәре Аҙналы ауылының элекке фермалары янында пункт төҙөү өсөн 3 млн. һумлыҡ субсидия ала. Ошондай төҙөлөштәрҙә тәжрибәләре булған белгестәр менән кәңәшләшкәндән һуң, монтажсылар бер нисә ай эсендә 7х9 дәүмәлендәге пунктты ултыртып та ҡуя.
- Кооператив та тулылана. Һәр ай дауамында 1-2 кешене алырға тырышабыҙ. Сафтарҙы фермерҙар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа, ойошмалар ҙа тулыландыра ала. Эшләүе лә уңайлы буласаҡ. Кооператив мал һуйыу менән генә шөғөлләнеп ҡалмай, беҙҙә күп төрлө дәүләт субсидиялары ҡаралған. Кооперативта тороусы фермерҙар малды 50 процент ташлама менән алыу хоҡуғына эйә. Улар беҙҙең пайсылар иҫәбендә торасаҡ. Башҡа төр уңайлы шарттар ҙа булдырылған. Пайсыларҙың малын да үҙебеҙ алып китеп, ташламалы хаҡҡа эшкәртеп бирәбеҙ. Хеҙмәттәр ике тапҡырға осһоҙға төшәсәк, - тип һүҙен дауам итә Динә Махиянова. - Ниндәй генә уңайлы шарттар булдырылмаһын, беҙҙең кооперативҡа инергә теләүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Кеше яңылыҡтан, һәр башланғыстан, төрлө һалымдарҙан ҡурҡа. Шуға ла һәр береһенә аңлатырға тырышам. Ә ысынында иһә, ыңғай яҡтары бик күп. Кооператив йылдан-йыл үҫә. Мал һуйыу менән генә түгел, уны эшкәртеү менән дә шөғөлләнәсәкбеҙ. Киләсәктә ферманы киңәйтеү маҡсаты тора. Сентябрь баштарында асылған мал һуйыу пункты тәүге ҡулланыусыларын ҡабул иткән дә инде. Эштәр ҙә алға киткән. Пункт тулыһынса модернизацияланған, автоматлаштырылған, ҡорамалдар яңы. Мал бер тәүлек карантинда торғандан һуң ғына һуйыла. Уның менән ике хеҙмәткәр шөғөлләнә. Эшселәргә күтәреү талап ителмәй, мал сығыр ярҙамында күтәрелә. Тиреһе лә махсус агрегатта һыҙырыла. Модулле пунктта 40 кв.метр майҙанда ике һыуытҡыс һәм туңдырғыс урынлашҡан.
- Малды ла ҡәҙимге, механик ысул менән һуйыуҙы хуп күрәбеҙ, сөнки электр тогы менән һуҡтырылғанының ите ҡара, төҫө булмай. Әлеге ваҡытта яңы асылған мал һуйыу пункты үҙебеҙҙең район халҡы өсөн эшләй. Ветеринар табиптары ҡушыуы буйынса башҡа район малын ҡабул итмәйбеҙ әле. Ҡулланыусылар баҙарында районыбыҙ фермерҙарының, халыҡтың продукцияһы булыуы шарт. Һатыу өсөн үҫтергән мал биркаланған, түләмә (себер язваһы), туберкулез, аҡ ҡанлылыҡ, бруцеллез кеүек сирҙәргә ҡаршы тейешле эшкәртеүҙәр үткән, анализдар алынған, "Меркурий" системаһы аша рәсми теркәлгән икән, шул осраҡта ғына хужаһы уны беҙҙең мал һуйыу пунктында һуйҙыра ала. Малды һуйҙырыу алдынан хужаһына урындағы участка ветеринарынан, ауыл хакимиәтенән малдың хужаһыныҡы икәнен иҫбатлаған справкалар алыу мотлаҡ. Ветеринар белешмәһе «Меркурий» системаһы аша мал һуйыу пунктына ебәрелә. Пунктта малды ветеринар тикшергәндән һуң ғына һуйырға рөхсәт ителә. Унан һуң, ветеринар эспертиза үткәрелә, келәймә һуғыла. Был келәймә лә малды һатырға мөмкин тигәнде аңлатмай әле. Мал хужалары түшкәне Үҙәк баҙарҙа урынлашҡан ветеринария бүлегенә алып барып, тулы тикшереү үткәргәндән һуң ғына, һатыуға рөхсәт биргән келәймә баҫыла. Тәү ҡарашҡа мәшәҡәтле булып күренһә лә, бар талаптар ҙа үтәлгән икән, эште тиҙ атҡарып сығырға мөмкин. Әгәр ҙә малыңды (ҡарт булһа, елене шешһә) мәшәҡәтһеҙ генә һатырға уйлайһың икән, ул ваҡытта пунктҡа шылтыратыу ҙа етә. Малды үҙебеҙ алып китәбеҙ. Кооператив ите шулай уҡ район балалар баҡсаларына, мәктәптәргә оҙатыла. Шуға ла талаптар ҡаты, мотлаҡ ҡәтғи ветеринар тикшереүе үтергә тейеш.
Эсәген, ҡарт малдың бауырын (унда сирҙәр һәм селәүсендәре булыуы мөмкин) утилләштереү буйынса биологик ҡалдыҡтар менән эш итеүсе предприятие менән килешеү төҙөлгән. Улар мотлаҡ махсус крематорийҙарҙа яндырылырға тейеш. Шулай уҡ термик эшкәртеү ярҙамында бесәй, эттәргә махсус аҙыҡ эшләүсе хеҙмәттәр ҙә бар. Туймазыла эт-бесәйҙәр өсөн аҙыҡ әҙерләүсе бәләкәй предприятие ла нәҡ шуның менән шөғөлләнә. Улар ҙа эсәктәрҙе ҡабул итә. Мал хужалары эске ағзаларын үҙҙәре менән дә алып ҡайта ала, был осраҡта ул пунктта тулыһынса таҙартылмай, ә сайҡатылып ҡына бирелә, - ти пункт идарасыһы.
Махияновтар - ер кешеләре. Был өлкәлә улар 2008 йылдан бирле. Киләсәккә пландары ҙур. Уйлаған пландарын, ниәтләгән эштәрен тормошҡа атҡарыу өсөн мөмкинлектәр ҙә, теләк тә бар. Милектә булған биләмә лә ҙур, 3,8 мең кв.м тәшкил итә. 205 гектар яланда икенсе йыл сәсеүлектәр барлыҡҡа киләсәк. Техника ла етерлек. Артабан да мал һуйыу пунктында ғына туҡталып ҡалмай, уны артабан киң йәйелдереп ебәреү - төп маҡсаттарының береһе. Мал һуйыуҙан алып ярымфабрикаттар етештереүҙең тулы циклын ойоштороу менән яна улар. Тимәк, киләсәктә «Аҙналы» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативының колбаса, шешлек, ит ярымфабрикаттары ҡулланыусылар баҙарында, сауҙа кәштәләрендә үҙ урынын, һатып алыусыларын мотлаҡ табыр. Уңған эшҡыуарҙың ауыл хужалығы магазины ла бар. Бында йәнең теләгәнен - мал аҙығы, биологик ҡатнашмалар, ветеринар препараттары һатып алырға мөмкин. Йыл дауамында уларҙың даими һатып алыусылары ла күбәйгән. Әйткәндәй, Динә Фәрит ҡыҙы юғары белем алыу өҫтөндә. Икенсе юғары белеме лә нәҡ ауыл хужалығына бәйләнгән. Өфө дәүләт аграр университеты студенты ул, буласаҡ иммунолог-вирусолог. Киләсәктә кооперативтың үҙ ветеринар табибы ла булһа, тикшереүҙәр өсөн ҡаланан белгесте көтөп тороу ҙа кәрәкмәҫ.
«Булдырыу ауыр түгел, алға табан барыу күпкә ауырыраҡ. Эшләү процесында яңыларына өйрәнәбеҙ, ҡаршылаҡтарға осрайбыҙ, кәңәшләшеп уларҙы еңеп сығабыҙ. Яйлап ҡулланыусылар баҙарында үҙ урыныбыҙҙы табырбыҙ тип ышанам», - тине Динә Махиянова.