Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
6 Ноябрь 2020, 17:57

Айыҡлыҡтың аныҡ эштәре

Ауылдар халҡын айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды традицияларға ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелек, тәмәке тартыу, наркотиктар тәьҫиренән һаҡлау маҡсаты менән ойошторолған республика конкурсында Иҙел башы ауылдары ла күпләп ҡатнаша. Киләсәккә ынтылып, заманса йәшәргә, халыҡтың аң-кимәлен үҫтереүгә, рухын нығытыуға булышлыҡ итеүсе сарала ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙең береһе - Егәҙе ауыл хакимиәтенә ҡараған Өмөтбай ауылы.

“Айыҡ ауыл - 2020” республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдереү өмөтбайҙар өсөн күптән көтөлгән яңыртыу эштәре өсөн этәргес көскә әйләнгән. Конкурс сиктәрендә үткән “Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух” велоуҙышы, уҡ атыу ярышы, “Йәшел Башҡортостан” проекты сиктәрендә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, ауыл халҡы менән берлектә ағас ултыртыу, милли йолалар кеүек мәҙәни, спорт сараларынан, өмәләрҙән тыш, ауыл, уның тирә-яғын төҙөкләндереү эштәре лә дауам итә. Өмөтбай ауылы күҙгә күренеп үҙгәрә, күркәмләнә, төҙөкләндерелә. Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар, тигәндәй атҡарылған эштәрҙең дә отчет өсөн генә булмауына инанаһың.
2001 йылда өмөтбайҙар үҙ көстәре менән төҙөкләндергән ауыл зыяраты кәртәһе лә йылдар үтеү менән эшлектән сыға. Ауыл зыяраты кәртәһен яңыртыу мәсьәләһен “Реаль эштәр” программаһы ярҙамында хәл иткән улар. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы проекты буйынса ауыл зыяратын кәртәләү эштәре тамамланған тиерлек. Ауылдаштар күмәк көс менән 260 метрлыҡ участканы ремонтлап, уны евроштакетниктан кәртәләп тә ҡуйҙы. Бынан тыш унда өмәләр ҙә йыш үткәрелә.
Күптән түгел Егәҙе-Өмөтбай юлындағы Егәҙе һәм Тары йылғалары аша автомобиль күперҙәрендә капиталь ремонт эштәре тамамланды. Күперҙәрҙе тендерҙа еңгән ике предприятие эшләне. Төҙөкләндереү мәлендә ауыл халҡы ваҡытлыса булдырылған күперҙәр аша сығып йөрөнө. Ниһайәт, ремонт эштәре тамамланды, өмөтбайҙар хәҙер яңы күперҙәр аша үтеп йөрөй. Ошо көндәрҙә Егәҙе ауыл хакимиәте тракторға тағылмалы цистерналы булды. Цистерна, тәү сиратта, янғын частарынан алыҫ урынлашҡан ауылдарға тәғәйенләнгән. Техника төбәктең янғын-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республика ҡаҙнаһы иҫәбенә һатып алынды. Тағылмалы цистернаға килгәндә, унда 4 кубометр һыу һыя. Башлыса ауыл хужалығы объекттарында, производство ҡеүәттәрендә, йорттарҙа янғынды һүндереүҙә ҡулланыла. Цистернаны көнкүреш ихтыяждары өсөн һыу ташыу, объекттарҙы санитар эшкәртеү йәһәтенән дә ҡулланырға була. Егәҙелә бындай янғын цистернаһы булғанлыҡтан, яңыһын Өмөтбайҙа файҙаланыу планлаштырылған.
“Айыҡ ауыл - 2020” республика конкурсының ойоштороу комитеты һәм Өмөтбай ауылы активистары - Булат Яныбаев, Ришат Мөхәмәтвәлиев, Винира һәм Радик Яныбаевтар Әхәт Сәғитовҡа ла ҙур ярҙам күрһәттеләр. Улар бала саҡтан сәләмәтлеге сикле ауылдаштарына һыу йыйыу скважинаһы быраулауҙа ярҙам күрһәтте. Өмөтбай Мазар йылғаһы буйында урынлашыуына, шишмәләр һәм ҡойолар булыуға ҡарамаҫтан, Әхәт Сәғитовҡа һыу ташыу ҡыйынлыҡтар тыуҙыра ине. Хәҙер сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән ауылдаштары активистар булдырған мөмкинлектәр менән рәхәтләнеп файҙалана ала. Бынан тыш, ойоштороу комитеты ауылдаштарына янғын иҫкәртеү ҡорамалын ҡуйырға ҡарар итте. Ҡорамалдар ошо көндәрҙә һәр йортҡа урынлаштырыласаҡ.
Өмөтбайҙар йолаларҙы тергеҙеп, ауылдаштары - Фәнис Сәғәҙәтовҡа йорт һалыуҙа ярҙамлаша. Күмәк көс менән буласаҡ йорттоң нигеҙе һалынған да инде. Оҙаҡламай иҫкеһе янына яңы йорт ҡалҡып сығыр, ауылдаштар күмәкләп өй туйлар.
Читайте нас: