Эйе, баланы табыуҙан бигерәк бағыуы ауыр, тиҙәр. Декрет ялына сыҡҡан йәш әсәйҙәрҙең күбеһе күңел тѳшѳнкѳлѳгѳнә, ә ҡайһы саҡ хатта депрессияға дусар булыусан. Даими рәүештә кѳсѳргәнеш кисереү кешене физик һәм психологик йәһәттән хәлһеҙләндерә, был иһә әйләнә-тирәләге донъяны сағыу тѳҫтәрҙән мәхрүм итә.
Тәүлек әйләнәһенә сабыйға бәйле булыу, яуаплылыҡ, йорт-ерҙе тәртиптә тотоу, ирҙе хәстәрләү, йоҡоһоҙ тѳндәр - бәғзе ваҡыт тамаҡ ялғарға ла форсат тапмаған йәш әсәйҙең иңенә бѳтѳн донъя йѳгѳ аҫылғандай. Хәйер, бындай “ҡорбан ҡылыу”ҙар күпселек гүзәл затҡа хас. Уны әсәлек инстинкты тип тә йѳрѳтәләр. Белгестәр билдәләүенсә, әлеге “режимда” ҡатын кеше бер нисә ай йәшәргә һәләтле, әммә һуңғараҡ, физик һәм психологик хәлһеҙлек тойолоу менән, күңелде бушлыҡ, тѳшѳнкѳлѳк биләп аласаҡ.
Бер йыл самаһы элек илдең баш ҡалаһында булған ҡот осҡос фажиғә лә тап ошо депрессия эҙемтәһе. Ике сабыйы менән декрет ялында ултырған ҡатын, бер ни һиҙмәгән ирен эшкә оҙата ла, иртә таңда балаларын тотоп 9-сы ҡаттан ташлана. Әсәй кеше менән 9 айлыҡ бала шундуҡ йән бирә, ҡыуаҡтар араһына тѳшкән 4 йәшлек малай ғына ниндәйҙер мѳғжизә менән тере ҡала... Үкенескә ҡаршы, бындай бәләләр бик йыш ҡабатлана. Үткән йылдың март айында ошондай уҡ аяныслы осраҡ Ѳфѳлә лә булғайны. Йәш әсә ике йәшлек ҡыҙын 9 ҡаттан ташлап, артынса үҙе лә һикерә. Бәхеткә күрә, килеп тѳшкән урындары тәрән кѳрт булып, икеһе лә тѳрлѳ йәрәхәттәр менән дауаханаға эләгә.
Бѳтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың 13 проценты даими рәүештә депрессия хәлендә икән. Бының ише торошто үҙ яйына ҡуйырға ярамай. Бала тапҡандан һуңғы депрессия менән яфаланыусы әсәйҙәр, ғәҙәттә, һәр саҡ бойоҡ, психик һәм физик йәһәттән һүлпән. Уларҙы сабыйына, иренә, тормошҡа ҡарата вайымһыҙлыҡ ҡылыҡһырлай.
Ниндәй сәбәптәр ҡаҡшата һуң сәләмәтлекте?
Ауырыуҙың аныҡ ҡына этиологияһы билдәле түгел - ул тѳрлѳ йәштәге һәм тѳрлѳ социаль хәлдәге ҡатын-ҡыҙҙарҙа барлыҡҡа килеүе ихтимал. Табиптар фекеренсә, сирҙе кѳслѳ стреслы ваҡиғалар, йѳклѳлѳк осорондағы хафалы уйҙар тыуҙырыуы бар. Бынан тыш, әсә кешенең йоҡоһоҙлоҡ менән яфаланыуы, сабыйҙың һаулығына бәйле проблемалар, имеҙеүҙе туҡтатыу, бәпес тапҡандан һуң кәүҙәләге үҙгәрештәр, яҡындары тарафынан битарафлыҡ, яңғыҙлыҡ тойғоһо ла иң йыш күҙәтелгән сәбәптәрҙән. Бәғзе бер ҡатындар үҙҙәренең яҡшы әсәй булыуҙарына шикләнеп, ғәйеп, ҡурҡыу тойғоһо кисерә; был иһә йоҡоһоҙлоҡҡа, аппетиттың кәмеүенә, тѳнгѳ һаташыуҙарға, үҙ баһаңдың тѳшѳүенә килтерә. Депрессияға бирелеү хатта спиртлы эсемлектәр менән “дуҫлыҡ”ҡа ла этәреп ҡуя.
Был алама сирҙән ҡотолоу юлы бармы?
Бар. Әммә тейешенсә дауаланмағанда, үҙ ѳҫтѳңдә эшләмәгәндә, ул айҙар, йылдарға һуҙыласаҡ. Айырым осраҡтарҙа депрессия ғүмер ѳсѳн дә үтә хәүефле. Әгәр ҙә әсәй кешенең үҙенә йәиһә яҡындарына депрессия билдәләре тойолһа, кисекмәҫтән психолог йә психиатр ярҙамына мѳрәжәғәт итеү зарур. Психологтар билдәләүенсә, бала тапҡан, баҡҡан ҡатындар яҡындарының йылы мѳнәсәбәтен, ярҙамын тойорға тейеш. Шулай уҡ үҙ ѳҫтѳңдә эшләү, эмоцияларыңа ҡолаҡ һалыу, уларҙы анализлау һәм барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙың ваҡытлыса икәнлеген аңлау фарыз.
Был йәһәттән Белорет ҡалаһындағы 19-сы балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының педагог-психологы, “Ғаилә” кѳнсығыш район-ара үҙәге хеҙмәткәре, йога буйынса инструктор Венера Ғәли ҡыҙы АҘНАБАЕВА бына нимә ти:
- Тѳшѳнкѳлѳк - ул, тәү сиратта, үҙ-үҙеңә, мѳмкинлектәреңә ышанмау, үҙеңде ярҙамһыҙ, меҫкен, япа-яңғыҙ тойоу. Әлбиттә, бындай хәл-торошто үҙ көсөң менән генә йырып сығыуың икеле. Әммә өмөтһөҙлөккә бирелергә ашыҡмай торайыҡ.
Дөйөм алғанда, ниндәйҙер кире һыҙатты еңер ѳсѳн уның тап киреһен үҫтерергә кәрәк. Мәҫәлән, әгәр һеҙ кәрәгенән артыҡ пессимист, ҡурҡаҡ икән, тимәк, үҙегеҙҙә уларҙың тап киреһен - оптимизм менән ҡыйыулыҡты булдырырға тейешһегеҙ. Ваҡыт үтеү менән негатив сифаттар ҡыҫырыҡлап сығарыласаҡ. Аҡыл эйәләре әйтеүенсә, бер нәмәгә ҡарамай бәхетле булыу фарыз. Үҙеңде кѳйһѳҙләгән хәл-ваҡиғанан да ыңғай тәжрибә алырға мѳмкин икәнен онотмағыҙ. Күптәр иғтибар иткәндер: ҡасандыр баш ауырыуы булған теге йәки был мәсьәлә бихисап яңы мѳмкинлектәр сығанағына әйләнә.
Яҡшылыҡтың ҡәҙерен белеү, рәхмәтле булыу кеүек һыҙаттар ҙа позитив тулҡында йәшәргә ярҙам итә. Бының ѳсѳн “Рәхмәт белдереү” кѳндәлеген тоторға мѳмкин. Һеҙгә бирелгән ғүмергә ни ѳсѳн рәхмәт әйтер инегеҙ - барыһын да тәфсирләп яҙып барығыҙ. Үҙегеҙҙе рәнйеткән кешегә лә ысын йѳрәктән бәхет, яҡшылыҡ теләгеҙ - бер генә тапҡыр түгел, мең тапҡыр! Йѳрәгегеҙҙе яулай барған яҡтылыҡ ауыр йѳк булып ятҡан ғазаплы уйҙарҙан арындырыр, күңелегеҙҙе йылы хистәргә сорнар. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ғазап-михнәттәр изгелек булмаған ерҙә генә тотҡарлана!
Тормоштоң үҙегеҙгә ҡарата рәхимле, хәстәрлекле булыуына икеләнмәгеҙ. Аллаһы Тәғәләгә, Йыһанға, Юғары кѳскә ышанмау әлеге лә баяғы ғазапҡа тарыта. Изге теләктәр, доғалар күңелде һилләндереп кенә ҡалмай, ниндәйҙер ҡурҡыныс тойолған хәлде лә мѳғжизәле рәүештә ыңғай юҫыҡҡа бора. Ысынлап та, Юғары кѳстѳң барлығына инаныу, мѳхәббәт тормоштағы хафа-ҡурҡыуҙарҙы юҡҡа сығара.
Материаль донъя - ул аҫҡа табан йүнәлгән эскалатор. Әгәр үҙ ѳҫтѳбѳҙҙә эшләмәйбеҙ, ағым ыңғайына ғына йѳҙәбеҙ икән, тимәк, беҙ кѳн һайын түбәнгә тәгәрләйбеҙ. Бѳтѳн проблемалар, тәү сиратта, үҙ-үҙебеҙҙе яратмауҙан, ҡабул итмәүҙән килә. Был йәһәттән, минеңсә, йогатерапиянан да ҡулайыраҡ нәмә юҡ. 15 йыл дауамында кешеләргә йога серҙәрен ѳйрәтеп шуны әйтә алам: йога - ѳр-яңынан үҙеңде ѳйрәнеү, физик, психик һәм менталь яҡтан нығыныу, камиллашыу ысулы. Үҙгәрештәр иҫ китерлек - һеҙ кѳндән-кѳн бәхетлерәк, сәләмәтлерәк, ирекле һәм һәләтлерәк! Күңелһеҙләнеү, эске кѳсѳргәнешлек, кѳйһѳҙлѳк кеүек йәшлекте, матурлыҡты, теләкхыялдарҙы харап итеүсе тойғолар юҡҡа сыға. Уның ҡарауы, йән-тәнеңде пакландырған, булмышыңды нурлыраҡ иткән мѳғжизәле кисерештәр артҡандан-арта бара. Ғәҙәттә, йога дәрестәренән һуң кешелә сәләмәтлек, тыныслыҡ, шатлыҡ кеүек энергетик ресурстар барлыҡҡа килә; хис-тойғолар контролдә тотолғас, сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлы ла йәһәт табыла. Бынан тыш, һеҙҙе ихтирам иткән, һеҙҙең ѳсѳн ысын күңелдән ҡыуанған яңы дуҫтар, фекерҙәштәр пәйҙә була. Ә инде күңелле ял кѳндәре, йәнле аралашыуҙар, походтар иһә - үҙҙәре үк депрессиянан яҡшы сара.
Тормошҡа, кешеләргә ҡарата ышаныс менән йәшәгеҙ. Һәр кемебеҙҙең был ерҙә үҙ тәғәйенләнеше, миссияһы барлығын онотмайыҡ - эҙләйек, тояйыҡ, табайыҡ. Юҡҡа ғынамы, күк йѳҙѳн күрер ѳсѳн башты күтәрер кәрәк, тимәйҙәр бит...
Психологик ҡаҡшауҙан һаҡланыу саралары
► Бала йоҡлағанда үҙегеҙ ҙә ял итегеҙ. Организм сарыф ителгән энергияны даими рәүештә тергеҙеп торорға тейеш.
► Физик һәм психик баҫымдан арыныр өсөн һәр кис һайын хуш еҫле ванналар ҡабул итегеҙ. ► Спорт менән шөғөлләнегеҙ. Сәләмәт йәшәү рәүеше һәм даими физик әүҙемлек кенә һеҙҙе депрессиянан, стрестарҙан аралар.
► Яҡындарығыҙҙан ярҙам һорарға тартынмағыҙ. Өй эштәре һәм сабый тик һеҙҙең генә бурыс түгел.
► Тышҡы ҡиәфәтегеҙгә иғтибар бүлегеҙ. Бөҙрәханаға барыу, яңы кейем, биҙәүестәр һатып алыу, әйләнә-тирәләгеләрҙең һоҡланыулы ҡараштарын тойоу ҡатын-ҡыҙҙы бермә-бер үҫтерә, ҡанатландыра.
► Дуҫтарығыҙҙан, һөнәрҙәштәрегеҙҙән ваз кисмәгеҙ, ваҡыты-ваҡыты менән аралашып, күрешеп тороғоҙ.
► Китаптар уҡығыҙ, яңы авторҙар, фекерҙәр менән танышығыҙ. Иң мөһиме, үҙ-үҙеңде өйрәнеү, камиллашыу өсөн ҙур мөмкинлектәр биргән осорҙан тик кинәнестәр генә алып йәшәгеҙ.