Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
20 Ғинуар 2021, 16:30

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар

Кеше үлеменә сәбәпсе булған янғындар статистикаһы хәүефкә һала. Янғындар һәм ҡорбандар күбеһенсә кеше йәшәгән ерҙә күҙәтелә. Үҙеңдең һәм яҡындарыңдың хәүефһеҙлеген нисек тәьмин итергә һуң? Донъяуи тәжрибәгә мөрәжәғәт иткәндә, беренсе урында янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма тора. Был приборҙар, ысынлап та, ғүмерҙәрҙе ҡотҡара.

Автоном янғын иҫкәрткес тип, ут сыҡҡан осраҡта ваҡытында тауыш биреүсе ҡоролманы атайҙар. Янғын мәлендә бүленгән төтөн һәм башҡа аэрозолдәрҙең концентрацияһына һиҙгер яйланмалар айырыуса киң файҙаланыла.
Тәжрибә күрһәтеүенсә, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бигерәк тә шәхси йорттарҙа киҫкен тора. Шул уҡ мәлдә янғын сығыу ҡурҡынысы күп фатирлы йорттарҙа ла юғары. Даими рәүештә эшләгән көнкүреш приборҙарының күплеге, уларҙы “йоҡо” режимында ҡарауһыҙ ҡалдырыу - янғын осраҡтарының төп сәбәптәренең береһе.
Янғын иҫкәрткес ҡоролманың көслө тауышы хатта ҡаты йоҡоға талған кешене лә уятырға һәләтле. Ут сыҡҡанда, төтөн, ғәҙәттә, өҫкә күтәрелеп түшәмдә туплана, шуның өсөн ҡоролманы түшәмгә беркетеү маҡсатҡа ярашлы булыр.
Автоном янғын иҫкәрткестәр өсөн махсус янғын сигнализацияһы линияһын һуҙыу кәрәкмәй, уларҙың эше батарейкалар ( “Крона” тибында) ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. Был яйланманы электр тауарҙары магазинында һатып алырға мөмкин. Ҡулланышта ябай ҡоролманың хаҡы ла ҡиммәт түгел - 250-500 һум.
Ғамир ФАЗЫЛОВ,
44-се янғын-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәре.
Фото: avyl-tormyshy.rbsmi.ru
Читайте нас: