Асыҡланыуынса, фажиғә алдынан ул әсәһе менән әрепләшкән. Икәү аралағы конфликтҡа олимпидалағы насар күрһәткес сәбәп булған. Шул уҡ йортта йәшәгән 13 йәшлек уҡыусының да декабрь башында 16-сы ҡаттың тәҙрәһенән һикереп һәләк булыуына мәктәптә алған насар билдәләр “ғәйепле”... Ә 2021 йылдың Яңы йыл байрамдарында Учалы районында 15 йәшлек ҡыҙҙың үҙ ғүмерен ҡыйыуына нимә сәбәп булды икән?!
Статистик мәғлүмәттәргә килгәндә, Башҡортостанда 2020 йылда 19 бала үҙ-үҙенә ҡул һалған. 2019-ҙа был күрһәткес юғарыраҡ - 31 суицид осрағы теркәлгән. Әле тормошҡа ныҡлап аяҡ баҫырға ла өлгөрмәгән балалар ниңә бара һуң бындай аҙымға?
Башҡортостандың тәфтиш комитеты билдәләүенсә, суицидты йышыраҡ 15-17 йәшлек үҫмерҙәр ҡыла. Йәнә, ҡыҙҙар үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыу тураһында 3 тапҡырға йышыраҡ уйлаһа, егеттәр был ҡурҡыныс ниәтте күберәк тормошҡа ашыра. Бындай фажиғәләр, нигеҙҙә, халыҡ аҙ йәшәгән, инфраструктура үҫешмәгән ауыл-ҡалаларҙа йыш осрай.
Эксперттар күҙәтеүенә нигеҙләнеп, шуны әйтергә мөмкин: атай-әсәйҙең балаға ҡарата илтифатһыҙ мөнәсәбәте, уның тормошо, ҡараштары менән ҡыҙыҡһынмауы, шул уҡ мәлдә йән киҫәген кәрәгенән артыҡ ҡурсалау, әҙ генә үҙаллылыҡтан да мәхрүм итеү, яуапһыҙ мөхәббәт, атай-әсәй, уҡытыусылар, дуҫ-иштәр менән бәхәсле хәлдәр, дәрестә алған насар билдәләр тиҙ бирешеүсән йәш психиканы ҡотолғоһоҙ эҙемтәләргә этәреүе ихтимал. Компьютер уйындары менән үтә мауығыу, уҡыуҙан тыш бер ниндәй шөғөлгә күңел һалмау, ғаиләләге ыҙғыш-талаштар, үҫмер ҡыҙҙың ауырға ҡалыуы ла сараһыҙлыҡтың сиге булыуы мөмкин...
Материалды тулыһынса гәзиттең 22 ғинуар (№7) һанында уҡырға мөмкин.