Ғәҙәттә, ауылдың визит картаһы тип, уның билдәлелек яулаған арҙаҡлы шәхестәрен атайҙар. Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдиновтың ҡаһарман рухы тураһында белмәгәндәр һирәктер. Бөйөк Ватан һуғышынан имен-һау ҡайтып, ауылда төҙөкләндереү эштәре алып барған, ауыл советы рәйесе булып эшләгән легендар танкистың үҙен һәм батырлығын шығайҙар онотмай: 2019 йылда урта мәктәпкә геройҙың исеме бирелә, йыл һайын ҡаһарман иҫтәлегенә район еңел атлетика бу-
йынса эстафета уҙғарыла.
Арҙаҡлы ҡурайсы, күренекле композитор Абдулла Хәлфетдинов менән дә ғорурлана ауылдаштар. 90 йырға көй һалыусы композиторҙың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған сараларға әҙерлек әле үк башланған. Абдулла Хәлфетдинов исемендәге асыҡ район конкурсы 2013 йылдан алып һәр ике йыл һайын уҙғарылып тора.
Халҡының рухи хазинаһын - ҡурай моңон ҡитғаларға еткергән шөһрәтле уҙаман, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәмәт Түлебаев та Шығай ерендә тыуған. 2019 йылда, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы хуплауы менән, Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы Мөхәмәт Усман улының тормош юлына, ижади эшмәкәрлегенә арнап, “Остаз” тигән бай эстәлекле документаль фильм төшөрҙө.
Шығай ауылы Башҡортостандың атҡаҙан-ған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист Зиннәт Әминевты, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Ирғәли Ғибәҙуллинды, Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы Фәнил Ғәлиуллинды, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирүзә Сөләймәнованы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы Сәғирә Шәрәфетдинованы, Башҡортостандың атҡа-ҙанған уҡытыусыһы Лилиә Ғиззәтуллинаны һәм филология фәндәре кандидаты Розалия Байегетованы үҫтергән төбәк.
Ауылда берҙән-бер һуғыш ветераны Мәһәҙей Әбсәләмов ғүмер кисерә. Шөкөр, йөҙгә етеп килгән уҙаман район, ауыл хакимиәттәренең хәстәрлеген тойоп йәшәй. 2020 йылда һуғыш ветеранына Белорет ҡалаһында фатир бирелде.
Тәүмаҡсат - белемле йәш быуын
Әйткәндәй, Шығайҙа 1957 йылда төҙөлгән хан заманғы ағас мәктәп... Бина файҙаланыуға яраҡһыҙ тип табылғас, 1980 йылда нигеҙ һалынған интернат мәктәпкә ҡулайлаштырыла. Бөгөн уҡытыу процесы тулыһынса шунда күсерелгән. Коллектив менән киң эрудициялы әүҙем йәмәғәтсе, ауыл советы депутаты Исмәғил Хәлфә улы Әбүталипов етәкселек итә. Мәктәп коллективы һәм уҡыусылары район, республика конкурстарында актив ҡатнаша. Тарих уҡытыусыһы Эльвира Сәйәхова - республика Башлығының грантын алған педагог. 2019 йылда “Башҡортостан Республика-
һының мәғариф алдынғыһы” билдәһенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Сәйфуллина лайыҡ булһа, быйыл иһә талантлы педагог Маһира Сөнәғәтова Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Рәхмәт хатын алып ҡыуанды. Уҙған йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсөм Йылҡыбаеваның фиҙаҡәрлеге, тәжрибәһе “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының муниципаль этабында I урын менән билдәләнде. 2019 йылда мәктәптең 100 йыллығына арналған юбилей саралары ла юғары кимәлдә ойошторолдо.